+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Ғинуар 2019, 11:55

Маҡсатыбыҙ — халыҡты туплау, берләштереү

Республиканың алдынғы ҡарашлы, төплө үҙ фекере булған уҙамандары йыйындар үткәрҙе.

Һуңғы осорҙа башҡорт ир-егеттәренең әүҙемлеге, дәррәүлеге киләсәгебеҙ ышаныслы ҡулдарҙа булыуына өмөт уята. Республиканың алдынғы ҡарашлы, төплө үҙ фекере булған уҙамандары йыйындар үткәрҙе. Беҙҙең районда ла халҡы яҙмышына битараф булмаған ғәмле, сәмле егеттәр берләшеп «Бөркөт» ойошмаһы булдырҙы һәм ихлас эш башланы. Уның етәксеһе Морат Йәнбирҙин ойошманың эше тураһындағы уй-ниәттәре менән бүлеште.

— Морат Әхмейән улы, ойошма нисегерәк барлыҡҡа килде һәм уның эше нимәнән ғибәрәт буласаҡ?

— Иң тәүҙә район йыйынын үткәрҙек, унда көтөлгәндән дә күберәк кеше ҡатнашыуы, рухлы, сая яҡташтарыбыҙҙың бихисап булыуы, улар менән фекерҙәребеҙ тап килеүе күңелде үҫтерҙе. Йыйында ойошма булдырыу ҡарары ҡабул ителде, рәйесе итеп мине һайлап ҡуйҙылар. Әле унда 230 ир-егет тупланған, уларҙың йөҙө — беҙҙең актив. Һәр ауыл советында беҙҙең ҡанат аҫтында эшләүсе ойошмалар, уларҙың етәкселәре бар. Эшмәкәрлегебеҙгә килгәндә ул төрлө яҡлы буласаҡ. Шулайҙа иң көнүҙәк, төп проблема итеп эскелеккә ҡаршы көрәште алғанбыҙ. Сөнки хәмер халыҡтың аңын юя, ғаиләләр тарҡала, балалар етем ҡала, төрлө фажиғәләр килеп сыға. Бөтә бәләләрҙең башы — эскелектә.

— Ниндәйерәк ысулдар менән көрәшәсәкһегеҙ был зәхмәткә ҡаршы? Ойошма егеттәренең ауылдар буйлап рейдтарға сығыуы, суррогат алкоголь һатыусыларға барыуҙары хаҡында беләбеҙ...

— Шуныһы яҡшы, беҙ яңғыҙ түгел. Район хакимиәтендә лицензияһыҙ араҡы һатыусыларға ҡаршы эш төркөмө булдырылды, ауылдар буйлап рейдтарға улар, полиция хеҙмәткәрҙәре, участка инспекторҙары менән берлектә сығабыҙ. Беҙҙең теләкте аңлап, хуплап ҡабул итеүҙәренә рәхмәтлебеҙ. Иң тәүҙә халыҡты ағыулаусы, аңын томалаусы көмөшкә, ялған араҡы менән сауҙа иткән нөктәләрҙе бөтөрөү бурысын ҡуйҙыҡ. Нимә оҡшаны — ауылдарҙа ҡыйыу, булдыҡлы ир-егеттәр күп. Мәҫәлән, Шәрип ауылында бөтәһе лә килде, рейдта беҙҙең менән йөрөнө. Хәмиттәр дәррәү, ауылдаштары араһында аңлатыу эштәре алып баралар. Буранғол, Үтәгән, Амангилде, Ҡаҙмаш, Рысҡужа ауылдарында булдыҡ. Урман яғында тулыһынса йөрөнөк. Әлбиттә, беҙ араҡы һатыусыларҙың йорттарына баҫып инеп, шешәләрен тартып алыу менән булышмайбыҙ. Был законлы ла түгел. Күптәргә тыныс ҡына аңлатыу, һөйләшеү ҙә етә. Яман эштәре өсөн ғәфү үтенеп, башҡаса һатмаясаҡмын тип аппараттарын йәки араҡыларын сығарып тоттороусылар бар. Аңламағандар, тыңламағандар ҙа юҡ түгел. Район үҙәге, Ҡушый, Дәүләттә һөҙөмтәле эшләнек. Бөтәһе 15 протокол төҙөлдө һәм был эскегә, араҡы һатыусыларға иғлан ителгән ҡаты көрәштең башы ғына. Теге йәки был ауылда хәмер һаталар тип мөрәжәғәт итеүселәр күп, беҙ уларҙың бөтәһенә лә барып етәсәкбеҙ.

— Һөйләшеү башында ойошманың эшмәкәрлеге күп яҡлы тигәйнегеҙ. Тағы ниндәй уй-ниәттәрегеҙ бар?

— Йәштәрҙе дөрөҫ юлға баҫтырыу, сәләмәт тормошҡа, спортҡа әйҙәү. Үҙ телен, тарихын, ғөрөф-ғәҙәттәрен белгән иманлы, айыҡ башҡорттар тәрбиәләү — иң мөһим маҡсатыбыҙ. Телгә килгәндә, балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәре ойоштороу, мәктәптәрҙә уҡыусылар менән телде яҡлау, һаҡлау темаларына һөйләшеүҙәр үткәреү, төрлө кимәлдәге сараларҙың үҙ телебеҙҙә уҙғарылыуына, башҡортса алтаҡталарҙың дөрөҫ яҙылышына өлгәшеү кеүек эштәрҙе планлаштырғанбыҙ. Ауылдарҙағы эшһеҙлек мәсьәләһе ныҡ борсой. Был йәһәттән республикала «Бай башҡорт» тигән ойошма булдырып, унда хәләл ризыҡ етештереүселәрҙе туплау ниәте бар. Тағы берҙе ҡабатлап әйтәм, беҙҙең ойошма законға таянып эшләй. Был йәһәттән үҙебеҙҙең юрист Васил Баязитов атлы егетебеҙ аныҡ кәңәштәре менән ярҙам итә. Беҙгә сәйәсәт, ниндәйҙер аҫтыртын ҡара эш менән булашыу бөтөнләй ят, сөнки эшмәкәрлегебеҙ тик урындағы халыҡтың мәнфәғәтен, хоҡуҡтарын яҡлауға йүнәлтелгән.

— Яңы йыл алдынан район халҡын Магнитогорск ҡалаһындағы фажиғә тетрәтте. Һеҙҙең ойошма бәлә килгән тәүге сәғәттәрҙә үк тупланып, ут күршеләргә ярҙамға ашыҡты...

— Был аяныслы хәлде ишеткәс тә, үҙебеҙҙең төркөмдә ярҙам итәйек тип саҡырыу ташланым. «Йондоҙ» гәзите мөхәррире Азат Көмөшбаев офисында штаб булдырҙы. Ҡышҡы һыуыҡта бер нәмәһеҙ тороп ҡалған кешеләргә тиҙ арала йылы кейемдәр йыйыу ойошторҙоҡ. Изге эштә ҡатнашыусыларҙың, сит ҡайғыға битараф булмаусыларҙың күп булыуы һоҡландырҙы. Асҡар баҙарының эшҡыуарҙары магазиндарында һатыуҙа торған пальтоларына тиклем тоттороп сығарҙы. 100 мең һумлыҡ өр-яңы кейем-һалым йыйҙыҡ. Йәзилә Сыртланова, Фәриҙә Суфиянова, Флүрә Ғәбитова, Фәниә Йыһаншина, Әлмирә Ғәлиуллина, Гөлсирә Зарипова, Анна Мамекова, Рәйсә Ғәлина, Рәмзиә Ҡунаҡбаева, Зарима Бейешева, Заһир Кейекҡужин, Рәхилә Мортазина, Миләүшә Шәрәфетдинова һәм ысын күңелдән ярҙам ҡулы һуҙған башҡа эшҡыуарҙарға рәхмәтлебеҙ. «Күстәнәс» магазины хужабикәһе Лилиә Бейешева дүрт мең һумға биш йәшник төрлө тәм-том ебәрҙе. Айырым кешеләр ҙә вайымһыҙ ҡалманы. Рәсилә Дауытова, Ғәлиә Бикҡолова, Айнур Собханғолов, Илнур Хөснөтдинов, Азамат Һарунов, Римма менән Таһир Баймырҙиндар ғаиләләре ярҙам күрһәтте. Шул уҡ көндә йыйылған әйберҙәрҙе Магнитогорск ҡалаһына, зыян күреүселәр өсөн ойошторолған штабҡа илттек. Йыйылған аҡсалата ярҙамды фатирһыҙ ҡалған ғаиләгә бирҙек, фажиғәлә һәләк булғандарҙың ҡәберенә сәскә һалдыҡ.

— Район үҙәгенең Көнсығыш-1 биҫтәһе балалары өсөн ҡышҡы каникулдар осоронда байрам да ойошторҙоғоҙ бит әле...

— Эйе. Ойошма ағзалары, ошо биҫтәлә йәшәүселәр, район, ауыл советы депутаттары менән берлектә майҙансыҡҡа шыршы ултырттыҡ, тау эшләнек. Билдәләнгән көндә балалар өсөн Ҡыш бабай, Ҡарһылыу төрлө уйындар ойошторҙо, малайҙар-ҡыҙҙар рәхәтләнеп күңел асты, шыршы тирәләй әйлән-бәйлән уйнаны, йырланы-бейене. Парлап егелгән аттарҙа, пониҙа бушлай йөрөнөләр. Ҡыш бабайҙан бүләктәр, төрлө тәм-том менән һыйланыу балаларға бик оҡшаны. Ата-әсәләр ҙә дәртләнеп, бындай сараларҙы йышыраҡ уҙғарырға һөйләштек. Байрамды үткәреүҙә Насир Әбдрәхимов, Әхәт Хисмәтов, Ислам Ирғәлин ҙур өлөш индерҙе.

— Ойошманың иң әүҙем ағзалары кемдәр? Ғөмүмән, ниндәйерәк егеттәр был ҡорға тупланған?

— Нигеҙҙә, 25-40 йәшлек халҡым, ерем, телем тип янып-көйгән, юғары белемле, эшлекле егеттәр йыйылған. Спорт менән шөғөлләнгәндәр, дин юлында булғандар ҙа күп арабыҙҙа. Дин тигәндәй, уның да төрлө йүнәлештәре бар бит. Шуларҙы көсләп тағырға маташыусыларҙан шунда уҡ ҡотолоу сараһын күрҙек. Минең уң ҡулым Марат Сабитов. Ауылдарҙа ойошма башлыҡтарына таянып эш итәм. Буранғолдан Айбулат Оморҙаҡов, Шәриптән Нуршат Шакиров, Үтәгәндән Айтуған Мәғәфүров, Асҡарҙан Әхәт Хисмәтов, Насир Әбдрәхимов, Ҡушыйҙан Ильяс Һибәтов, Азат Көмөшбаев һ.б. Булдыҡлы, шәп егеттәребеҙ күп, һәр береһен әйтеп сығыу мөмкин дә түгел. Шулай ҙа урман төбәгенең әүҙемлеген билдәләр инем. Ә бына ялан яҡтары — Әлмөхәмәт, Хәлил, Ишҡол, Красная Башкирия биләмәләренән егеттәр һүлпәнерәк. Ойошма ағзаларын үҫтереү, тормошта үҙ урындарын табырға ярҙамлашыу мөһим бурысыбыҙ.

— Әлеге ваҡытта быларҙан тыш нимә менән шөғөлләнәһегеҙ? Яҡын осорға пландарығыҙ...

— Ойошманы рәсмиләштереү, уставын булдырыу буйынса документация әҙерләү менән мәшғүлбеҙ. Йыйылып, һөйләшеү өсөн берәй урын, бүлмә хәстәрләү зарур. Райондаштарыбыҙ беҙҙең аныҡ ярҙамды тойһон өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Селиван ауылында янғындан зыян күргән ғаиләгә ярҙам итәсәкбеҙ. Урман хужалығы ағас бүлеү менән үҙебеҙ йыйған аҡсаны билетҡа, төҙөлөш материалдарына тотонмаҡсыбыҙ. Бураны ла үҙ көсөбөҙ менән бурап бирәсәкбеҙ тип килештек.

Милли спорт уйындары, уҡтан атыу, ылаҡ буйынса ярыштар үткәрмәксебеҙ. Йомғаҡлап әйткәндә, идеяларыбыҙ бик күп. Берҙәм, татыу эш башлаған, яҡты маҡсаттар менән янған ир-егеттәребеҙҙең дәртен, күңелен һүндермәҫкә ине иҫәп. Халыҡты берләштереү, айыҡ тормошҡа әйҙәү юлында беҙҙең хәрәкәткә ҡушылырға теләүселәр булһа, рәхим итһендәр.

Д. САФИУЛЛИНА әңгәмәләште.


Читайте нас: