+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Ғинуар 2019, 12:00

Почтальон эшләй икән, ауыл халҡы гәзитһеҙ ҡалмаясаҡ

Әбйәлил мәғлүмәт үҙәгенә «ҡунаҡҡа» Йәнгел почта бүлексәһендә эшләүсе Гөлйемеш Әһелова менән Айһылыу Ғәлинаны саҡырҙыҡ.


Район гәзитен 100 дана яҙҙырыуға өлгәшкән почтальондарҙы бүләкләүҙе дауам итәбеҙ. Был юлы Әбйәлил мәғлүмәт үҙәгенә «ҡунаҡҡа» Йәнгел почта бүлексәһендә эшләүсе Гөлйемеш Әһелова менән Айһылыу Ғәлинаны саҡырҙыҡ.

Гәзитебеҙҙең тиражын арттырыусы, уны халыҡ араһында таратыуға ҙур өлөш индереүсе дуҫтарыбыҙҙы тәбрикләп, мәғлүмәт үҙәге директоры Вил Илһамов, «Абзелил» гәзите мөхәррире Әлфиә Хәкимова йылы һүҙҙәрен еткерҙе һәм дипломға ҡушып, бүләктәр тапшырҙы. Йәнгел төбәгендә район гәзиттәрен популярлаштырыу өсөн яуаплы булған хәбәрсебеҙ Таңсулпан Йомағужина ла хат ташыусыларға рәхмәт белдереп, бағымсыларҙан бүләктәр бирҙе.

Таштуй ауылын хеҙмәтләндереүсе Гөлйемеш Рәшит ҡыҙы был ярты йыллыҡта 126 дана «Осҡон» ташыясаҡ. Тормош иптәше Йәмил менән дүрт бала тәрбиәләп үҫтереүсе уңған ҡатын почта хеҙмәтендә өсөнсө йыл эшләй һәм ошо арауыҡта таштуйҙарҙың ышанысын яуларға өлгөргән. Сөнки гәзит-журналдарҙы һуңлатмай, көнөндә таратырға тырыша, матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы мәлендә лә өй беренсә тиерлек йөрөп, абонементтар тултырыуға өлгәшә. «Йыл һайын күпләп гәзит-журнал алдырған ауылдаштарым почта хеҙмәтенең абруйын арттыра, — ти Гөлйемеш Рәшит ҡыҙы. — Роза Моисеева, Тәнзилә Атауллина, Ислам Сәлихов, Динара Һибәтуллина, Лилиә Ғәлиуллина, Рита Перепелкина, Гөлдәр Айытбаеваларҙың йорттарына кәмендә 5-6 дана ваҡытлы матбуғат ташыйым». Йәмил ағай Әһелов шәхси ихатаһында күпләп мал аҫрай, бал ҡорто тота, ғаиләле булған ике балаларына ла, мәктәптә уҡыған бәләкәстәренә лә етерлек килем таба. Ҡатынының тынғыһыҙ эшендә ярҙамлашырға ла ваҡыт еткерә.

Йәнгел, Әүнәш һәм Борисовка ауылдары халҡын гәзитле итеүсе Айһылыу Ғәлина 101 дана «Абзелил» һәм 30-ҙан ашыу «Осҡон» яҙҙырған. Әүнәштә йәшәүсе почтальон 10 йылдан ашыу инде Йәнгел юлын һыуындырмай, гәзиттәрҙе барып алыу, йәһәтләп таратыу өсөн йәйәү йөрөүҙе бер ҙә ҡыйын күрмәй. Йәй көндәрендә велосипедында юлға сыға. Айһылыу Басир ҡыҙы ла иптәше Шәрифйән ағай менән дүрт балаға ғүмер биргәндәр. Ғаилә башлығы Йәнгел эргәһендә төҙөлә башлаған заводҡа йөрөп эшләһә, ишле донъяны көтөү ҙә Айһылыу апайҙың иңдәрендә. «Зәлиә ҡыҙымды ошо көндәрҙә генә Таштуй ауылына кейәүгә биреп, туй үткәрҙек, тағы бер ҡыҙым да ғаиләле, ул Ассыла тора, бер улыбыҙ студент булһа, кинйәбеҙ 8-селә уҡый», — тип ғаилә хәлдәре менән ҡыҫҡаса таныштырып үтте ул. А. Ғәлина ла гәзит-журналдарға әүҙем яҙылған Алһыу Сыңғыҙова, Сәғүрә Ғүмәрова, Павел Добрынин, Ғилмиә Аҡмырҙина, Сәриә Юлдыбаева һәм Ғаяз Ҡасимовты билдәләп үтте. «Уҡырға яратҡан, донъя, район яңылыҡтары менән хәбәрҙар булырға теләп, күп итеп гәзиттәр алдырған ауылдаштарым булғанда, беҙҙең эш тә ыңғай барыр», — тигән ышаныста ҡала ул.

Резеда ХӘСӘНОВА.
Читайте нас: