+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Ғинуар 2019, 17:40

Ветстанцияла — яңы автомобиль

Райондың ветеринария станцияһына яңы Лада Ларгус автомобиле ҡайтарылды.

Агросәнәғәт комплексының үҫеше, ҙур малсылыҡ комплекстарының, фермер һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙың йәшәп-эшләп килеүе, республиканың аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлегенә дәүләт ветеринар хеҙмәтенең бөтә звеноларының уңышлы һәм һөҙөмтәле эшенә бәйләнгән. Ошоға тиклем ветеринария учреждениеларын махсус автотранспорт, приборҙар, ҡорамалдар менән тәьмин итеү иң киҫкен проблемаларҙың береһе булып торҙо. Башҡортостан Хөкүмәтенең ветеринар хеҙмәттең автопаркын яңыртыу һәм уны махсуслаштырылған автомобилдәр менән тулыландырыу тураһында ҡарар ҡабул итеүе һөҙөмтәһендә уҙған йыл аҙағында республиканың ветеринария идаралығы 80 автомобиль алды. Шул иҫәптән беҙҙең райондың ветеринария станцияһына ла Лада Ларгус автомобиле ҡайтарылды.
Ветстанция начальнигы Р. Р. Ҡарабәндин әйтеүенсә, яңы машина Өфөгә, башҡа алыҫ юлдарға йөрөү өсөн файҙаланыласаҡ.
— 7 урынлыҡ был автомобиль ветеринария хеҙмәте өсөн ҙур ярҙам: Өфөгә отчет менән йөрөгәндә уңайлы, белгестәрҙең барыһына ла урын етә. Тағы шуныһы, багажникка автомобиль һыуытҡысы урынлаштырҙыҡ. Был Өфөнән махсус температурала һаҡланырға тейешле төрлө биопрепараттар, вакциналар алып ҡайтыу өсөн ҡулай, — ти Рәсих Рәжәп улы. — Шулай уҡ ГЛОНАСС ҡуйылды.
Өр-яңы автомобиль водитель Радмир Баймөхәмәтовҡа ышанып тапшырылған.
Рәмилә ИСТАНБАЕВА.

Читайте нас: