+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Ғинуар 2019, 18:44

Блогерҙар «Яҡты-Күл»гә йыйылды

Әлеге сәғәттәрҙә «Яҡты-Күл» шифаханаһында «Digital Ҡоролтай 2» конференцияһы бара.

Әлеге сәғәттәрҙә «Яҡты-Күл» шифаханаһында «Digital Ҡоролтай 2» конференцияһы бара.
Илдең төрлө тарафтарынан йыйылған блогерҙар, цифрлы маркетинг белгестәре һәм журналистар бында өс көн дауамында иң яҡшы спикерҙарҙан оҫталыҡ дәрестәре аласаҡ. Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбировтың конференцияла ҡатнашыуы мәртәбә өҫтәне. Радий Фәрит улы социаль селтәрҙәр власть эшмәкәрлегенең мөһим йүнәлеше — ябай халыҡ менән чиновниктарҙың туранан-тура аралашыу урыны булыуын билдәләне. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы советы рәйесе Ростислав Мырҙағолов интернеттың ысынбарлыҡты нисек алыштырыуы хаҡында күҙаллауҙары менән бүлеште.
Конференцияның программаһы ҡыҙыҡлы һәм йөкмәткеле: «түңәрәк өҫтәл»дәр, брифинг, спорт ярыштары, шарҙарҙа осоу ҡаралған. Форумда ҡатнашыусылар матур тәбиғәт ҡосағында ял итергә лә өлгөрәсәк, социаль селтәрҙәрҙә әүҙем эшләү, видеороликтар әҙерләү, постар яҙыу һ.б. хаҡында үҙҙәре өсөн күп яңылыҡ беләсәк.

Д. САФИУЛЛИНА.

Читайте нас: