Тупаҡ ауылы халҡы өсөн уҙған 2018 йыл ҡыуаныслы ваҡиғаларға бай булды.
Ауылдаштар осрашыуы биш йыл элек үтергә тейеш булһа ла, ауыл халҡы «мәктәп төҙөлөшө башланмайынса, байрам уҙғармайбыҙ» тип һүҙҙәрендә ныҡ торҙо. Төрлө инстанцияларға күп һанлы хаттар яҙыу, иҫәпһеҙ-һанһыҙ министрлыҡ-ведомстоваларҙың тупһаларын өҙлөкһөҙ тапау үҙ һөҙөмтәләрен бирҙе.
Уҙған йылдың май айында «Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына — 100 объект» проекты сиктәрендә Тупаҡта мәктәп менән балалар баҡсаһын берләштергән бинаға нигеҙ һалынып, төҙөлөш башланып китте.
120 урынға мәктәп һәм 60 урынлыҡ балалар баҡсаһын берләштергән ҙур объект төҙөлөшөн алып барған «Прогресс» компаниялар төркөмө» эште йылдам алып бара.
Бөгөн балалар баҡсаһы урынлашасаҡ бинаның ҡыйығы ябылған, ул тыштан йылытылған, көндәр йылыныу менән уны штукатуркалау башланасаҡ. Әле беренсе ҡатта йылытыу системаһы эшләнә. Шулай уҡ мәктәптең икенсе ҡаты күтәрелеп бөтөп бара. Спорт залы ла йылдам үҫә. Төҙөүселәр яңы уҡыу йылына мәктәпте файҙаланыуға тапшырыу ниәте менән янып эшләй.
Тағы бер күптән көтөлгән социаль объекттың сафҡа инеүен түҙемһеҙлек менән көтә тупаҡтар. Декабрь айында ауылда модулле ФАП-ты йыйыу эштәре башланды. Әйтеүҙәренсә, металл конструкцияларҙан һәм заманса йылытыу материалдарынан эшләнгән модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты тиҙ арала ҡоролоуы, шулай уҡ кафель иҙәндәренең, электр һәм йылытыу ҡорамалдарының, санузелының булыуы яғынан да уңайлы икән.
Төҙөлөштө алып барған Рөстәм Имаев шәхси предприятиеһы эшсәндәре бөгөн медпункттың башын япҡан, эстән, тыштан бинаны көпләгән. Әле бинаны кабинеттарға бүлеү эштәре бара, йылылыҡ үткәрелә. Ошо көндәрҙә һыу үткәреләсәк, канализация эшләнәсәк. Бер һүҙ менән әйткәндә, Тупаҡта ошо ай аҙағында бөтә уңайлыҡтар булдырылған ФАП үҙ ишектәрен асасаҡ.