+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Ғинуар 2019, 13:55

Министр әбйәлилдәр менән осрашты

Шәмбелә Асҡар ауылы биләмәһе хакимиәте залында БР урман хужалығы министры М. И. Шәрәфетдинов әйбәлилдәр менән осрашты.

Шәмбелә Асҡар ауылы биләмәһе хакимиәте залында БР урман хужалығы министры М. И. Шәрәфетдинов әйбәлилдәр менән осрашты. Һөйләшеүҙә район хакимиәте башлығы И. Т. Нафиҡов ҡатнашты.
Интернет селтәрҙәрендә әбйәлилдәрҙең республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа мөрәжәғәте баҫылғайны. Ике меңдән ашыу ҡултамға ҡуйылған хат авторҙары ағастың ситкә һатылыуына кәртә ҡуйыуҙы, сеймалды урында эшкәртеүҙе ойоштороуҙа ярҙам итеүҙе, урман-ҡырҙарыбыҙҙы киләсәк быуынға ҡалдырыу өсөн билдәле урындарға тәбиғи парк статусын биреүҙе һәм башҡа мәсьәләләрҙе күтәргәйне.
Марат Искәндәр улы йыйылыусыларға республика буйынса тотош урман хужалығындағы хәл торошо, ағас бүлеү, ағас эшкәртеү, ҡуртымсылар менән эш хаҡында ентекле һөйләне.
Халыҡты ағас менән тейешенсә тәьмин итә алмау мәсьәләһенә килгәндә, рсепубликала эшләп килгән «Өй комплекты» программаһы бик ҡулай булыуын билдәләне министр.
Сеймалды эшкәртеүгә килгәндә, был тәңгәлдә шөғөлләнгән эшҡыуарҙарға ҡоролмалар, транспорт алыу мәсьәләһендә ярҙам итеү йөҙөнән төрлө субсидиялар биреү программаларын эшләү күҙаллана.
«Ҡырҡты тау» тәбиғи парк статусын алып ташланылар тиеүгә килгәндә, өс йыл дауамында уның буйынса документтар эшләнеп, раҫланмаһа, статус автоматик рәүештә алып ташлана икән.
Әлбиттә, министрға урманды һаҡлау, ағас алыу, эшкәртеү, сеймалды ситкә ебәрмәү буйынса һорауҙар күп булды, тәҡдимдәр ҙә яңғыраны.
Район башлығы Илдар Таһир улы яҡын көндәрҙә ағас эше менән булышҡан эшҡыуарҙарҙы йыйып, уларҙы борсоған мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшергә, уларға бар хәленсә ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе.
Шулай уҡ йыйылышта ҡатнашыусылар сеймалды урында эшкәртеү буйынса етди саралар күрелергә һәм ҡуртымсы ойошмаларҙың ағас ултыртыу буйынса эштәренә етди контроль булдырырға тигән ҡарарға килде.
Читайте нас: