+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Ғинуар 2019, 18:26

Үҙ аламабыҙға үҙебеҙ күмеләбеҙ

Бөгөн унда-бында сүп-сар тултырылған моҡсайҙар урам буйҙарында туҙып ята.

Йыл башынан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән яңыса эш итеүгә күсергә тейеш булһаҡ та, техник сәбәптәр арҡаһында «ЭКО-сити» төбәк операторы район биләмәһендә сүп-сар йыйыу эшен башлай алманы. Хеҙмәт күрһәтелмәгәс, билдәле, ғинуарҙа сүп-сар өсөн бер тин дә түләмәйәсәкбеҙ. Был турала район гәзите биттәрендә лә яҙылды, яңыса мөғәмәләгә күсеүҙәге ваҡытлыса ҡыйынлыҡтарҙы түҙергә, контейнерҙар ҡуйғанға тиклем көнкүреш ҡалдыҡтарын эт-ҡош туҙҙырмағандай урында йыйып торорға кәңәш ителде. Ләкин бөгөн унда-бында сүп-сар тултырылған моҡсайҙар урам буйҙарында туҙып ята. Һыуыҡта полиэтилен тиҙ йыртылыусанға әйләнә, сүп-сар тирә-яҡҡа тарала, етмәһә эттәр «ярҙамға килә», еңел ҡый-һайҙы ел осора.
Көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу өсөн Рәсәй субъекттары араһында иң түбән тарифтар Башҡортостан Республикаһында раҫланды. Быға ҡәҙәр сүп-сар сығарыу эше яйға һалынған тораҡ пункттарҙа, күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр өсөн айлыҡ түләм кеше башына 70 һумдан билдәләнһә, коммуналь хеҙмәт күрһәтелмәгән урындарҙа 35 һумға тиң. Иң арзан хаҡ шәхси хужалыҡтарға тура килә һәм улар сүп-сарҙы махсус контейнерҙарға түгергә тейеш. Бөгөн Асҡар урамдарын, башлыса шәхси йорттарҙың ҡапҡа алдарын «сыбарлаған» йыртыҡ моҡсайҙарҙан түгелеп ятҡан сүп-сар халыҡтың реформа хаҡында бөтөнләй аңламауын һөйләй. Әллә яңыса үҙгәрештәргә баш бирмәй маташыуымы? Нисек кенә булмаһын, «ЭКО-сити» төбәк операторы хеҙмәткәрҙәре урам буйлап туҙған ҡыйҙы сүпләп йөрөмәйәсәк. Үҙебеҙҙең алама араһында үҙебеҙгә йәшәргә ҡала.
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Читайте нас: