Районда диспансеризация буйынса әүҙем эш башланды. Ул төрлө сирҙәрҙе иҫкәртеү, ваҡытында асыҡлау һәм дауалау маҡсатында уҙғарыла. Үҙәк дауахана табиптарынан торған күсмә төркөм ауылдарға сығып, диспансеризация үтергә тейешле кешеләрҙең сәләмәтлек торошон тикшерә.
Дәүләт ауыл биләмәһенең участка терапевты Нәйлә Ғаррапова Яңауылда диспансеризацияға килгән һәр кемдең сәләмәтлек торошон ентекләп ҡараны. Тикшерелеүселәрҙең ҡан баҫымы үлсәнә, ЭКГ яһала, глюкозаға һәм холестеринға анализдар алына. Нәйлә Салауат ҡыҙы диспансеризация картаһына мәғлүмәт тултырған арала, табип күрһәтмәләре биреп, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу, алкоголь, тәмәкенән баш тартыу, дөрөҫ туҡланыу хаҡында әңгәмә үткәрергә өлгөрә. Айырыуса хроник сирлеләргә, ололарға насар ғәҙәттәрҙән ары торорға кәңәш итте ул. Өҫтәмә тикшерелеү талап ителгән кешеләргә йүнәлтмәләр бирҙе.
— Халыҡ әүҙем килә, бер көн эсендә 34 кеше үтте, сәләмәтлек торошо буйынса килә алмағандарҙың йорттарына барҙыҡ. Тағы 7 кешене профилактика рәүешендә ҡараныҡ, — ти Нәйлә Ғаррапова. — Ҡан баҫымы менән интеккәндәр, шәкәре юғары булғандар байтаҡ. Уларға шунда уҡ дауалау курсы тәғәйенләнек. Шуныһы ҡыуаныслы, күптәр үҙенең һаулығына битараф түгел, ир-егеттәр, йәштәр килеүе һәйбәт.
Яңауылдарҙың сәләмәтлек һағында тороусы фельдшер Рәхилә Аллабирҙина менән Дәүләт ФАП-ының акушеркаһы Гөлфиә Талхина район дауаханаһынан килеүсе күсмә төркөм составындағы шәфҡәт туташы Гөлдәр Нуримановаға документация тултырыуҙа, анализ алыуҙа ярҙамлашты. Үҙәк поликлиниканың шәфҡәт туташы Гөлсөм Йәһүҙина күҙ баҫымын үлсәне. Ауыл халҡы Асҡарҙан килеүсе табиптар менән окулист та булһын ине, тигән теләк еткерҙе.
Район дауаханаһы акушеркаһы Луиза Байсалова диспансеризация үтеүселәрҙән цитологияға анализдар ала. 35 йыл стажға эйә медик уҙған йылда шул рәүешле өс яман шеш осрағын асыҡлауы хаҡында һөйләне. 39 йәштән уҙған ҡатындарға маммография үтергә кәрәклеген белдерҙе.
— Урындарҙа диспансеризация үткәрергә ҙур теләк менән сығам, ауыл халҡы, бигерәк тә ололар ихлас ҡыуана. Яҡты йөҙөгөҙ, йылы һүҙегеҙгә рәхмәт тип ҡайталар, — ти Луиза Әнүәр ҡыҙы.
Ысынлап та, табиптар ауылға уҡ килгәндә бындай мөмкинлекте файҙалан-май ҡалыу яҙыҡ. Асҡарға барып, ваҡыт үткәрергә кәрәкмәй. Билдәләнгән көндө килеп күренеүҙең бер ҡыйынлығы юҡ. Яңауылда йәшәүсе Зәйтүнә Һибәтова ла шундай фекерҙә:
— Диспансеризацияны дүрт йыл һайын үтеп торам. Табиптарҙың үҙебеҙгә килеүе халыҡҡа, бигерәк тә ололарға уңайлы. Фельдшерыбыҙ алдан әйтеп сыҡты, саҡырып, кәрәкле мәғлүмәтте картаға теркәне. Район дауаханаһына барып талон алырға, сиратта торорға кәрәк, ә былай йәтеш, — тине ул.
Ҡырҙас фельдшер-акушерлыҡ пунктында ла диспансеризация бик әүҙем үтте. ФАП мөдире Рәзинә Ғәйзуллина менән акушерка Фәриҙә Сәлимйәнова эште яҡшы ойошторған. Ҡырҙастарҙы участка терапевты Анна Замураева ҡабул иткән. Диспансеризация үтергә тейешле 129 кешенең 88-е килгән. Табиптар урындағы хакимиәт яғынан да иғтибар булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм өҙөклөктәрһеҙ эшләүҙәрен белдерҙе.
Күсмә төркөм артабан да ауылдар буйлап йөрөйәсәк, шуға килегеҙ, табиптарға күренегеҙ! Һаулығығыҙ — үҙ ҡулығыҙҙа. Ауырып, оҙайлы дауаланыуға ҡарағанда, сирҙе иҫкәртеү еңелерәк икәнен онотмағыҙ.
Февраль айында диспансеризация үткәреү графигы:
1 февраль — Тәпән ФАП-ы, 4 — Ҡужан, 5 — Дәүләт, 6 — Ишкилде, 7 — Яңы Һамар, 8 — Әүмеш, 11 — Таштуй, 12 — Юлдаш, 13 — Гусев, 14 — Таҡһыр, 15 — Йәнгел табип амбулаторияһы, 18 — Первомай, 19 — Атауҙы, 20 — Мәйгәште, 21 — Сиҙәм, 22 — Әбдрәш, 25 — Әлмөхәмәт станцияһы, 26 — Әлмөхәмәт ауылы, 27 — Северный бүлексәһе, 28 февраль — Иҙәш Ҡусҡары, Тал Ҡусҡары.