+8 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Ғинуар 2019, 16:52

Туйыштар бәйгегә ҡушылды

Байым ауылы советы депутаты Марс Сәйетғәлин Туйыш ауылы активы менән осрашып, «Сәләмәт ауыл» конкурсында ҡатнашырға тәҡдим итә.

Байым ауылы советы депутаты Марс Сәйетғәлин Туйыш ауылы активы менән осрашып, «Сәләмәт ауыл» конкурсында ҡатнашырға тәҡдим итә. «Ауылда араҡы һатыусылар бар, оялмай нисек бәйгегә сығырға йөрьәт итәһегеҙ», — тиешеүселәр, икеләнеүселәр ҙә була. Марс Мөҙәрис улы тап шундай кәсеп менән булышыусыларҙы бөтөрөү, имен булмаған ғаиләләр, эскән кешеләрҙең тәртибен яйға һалыу, ауылға яңы һулыш өрөү, халыҡты берләштереү маҡсатында уҙғарыла был конкурс тигәс, йыйылышыусылар тәҡдимде хуплап ризалаша. Һәм ауыл бер төптән булып ҡуҙғалып, яңы йылға әҙерлек башлай. Гирлянда-иллюминациялар менән йорт-ихаталарҙы, урамдарҙы биҙәү, боҙҙан Ҡыш бабай, Ҡарһылыу яһау, ҡар тауҙары эшләү — һәр кем сәмләнеп, фантазияһын эшкә егә. Бөтәһе 67 йорт матур итеп биҙәлә. Мөғжизәле байрамды Туйыш төрлө төҫтәрҙәге сағыу уттары менән балҡып ҡаршы ала. Байым ауыл биләмәһе хакимиәте менән күп тармаҡлы үҙәк иғлан иткән конкурста туйыштарҙан тыш, Байым һәм Ғәбдин ауылдары ла ҡатнаша. Күршеләр, урамдар бер-береһе менән ярыша-ярыша йәшәгән урындарын йәмләй, үҙенсәлек индерергә тырыша. Миңзәлә менән Иштимер Заһретдиновтар (Туйыш), Сәфинә менән Вилдан Әхмәтовтар (Байым), Зөлфиә менән Рәйес Йәнһариндар (Ғәбдин) еңеүселәр тип табыла.

Туйыш ауылы депутаты булараҡ Марс Мөҙәрис улы йыл һайын балалар өсөн шыршы байрамы уҙғара. Ҡыҙ-малайҙарҙың көтөп алынған тамашаһы бик күңелле үтә, балалар һөнәр-һәләттәрен күрһәтеп, бүләктәр ала, йырлап-бейеп рәхәтләнеп күңел аса.

Ҡышҡы каникулдар осоронда ауыл гөрләп тора. Ҡатын-ҡыҙҙар советы, ағинәйҙәр ҡоро менән берлектә төрлө ҡышҡы уйындар уҙғара. 150 кеше ҡатнашҡан сарала ҙурыраҡ балалар спорт ярыштарында көс һынаша, бәләкәйҙәр менән шыршы тирәләй уйындар үткәрелә.

Ауыл халҡы тулыһынса айыҡ тормош яҡлы, улар «Сәләмәт ауыл» конкурсында ҡатнашып, Туйышты «Айыҡ ауыл» кимәленә күтәрмәксе. Күршеләре, ошо бәйгелә ихлас ҡатнашҡан һәм араҡы һатыусыларҙы юҡ иткән, Иҫке Балапан ауылынан ҡалышмаҫҡа иҫәп тоталар. Ситтән килеп ойошторғанды көтмәй, үҙ көстәре менән рейдтар ойоштороп, эскән кешеләрҙең, суррогат һатыусыларҙың йорттарына барып һөйләшәләр. Ауылдың активы халыҡты ағыулаусыларға ҡәтғи көрәш иғлан иткән. Осһоҙло хәмер һатҡан стажлы һатыусыларҙы социаль селтәрҙәрҙә, телевидение-радио, гәзиттәр аша насар ҡылыҡтары хаҡында белдерергә ниәтләнәләр. Балаларҙы, йәштәрҙе спортҡа ылыҡтырыу, ауыл халҡын туплау, берләштереү маҡсатында төрлө ярыштар, йыйындар уҙғармаҡсы улар.

Д. САФИУЛЛИНА.
Читайте нас: