-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Февраль 2019, 11:56

«Социаль селтәрҙәр — власть менән халыҡтың аралашыу урыны...»

Көндәлек тормошобоҙҙо хәҙер телефонһыҙ, интернетһыҙ күҙ алдына килтерерлек түгел.

Көндәлек тормошобоҙҙо хәҙер телефонһыҙ, интернетһыҙ күҙ алдына килтерерлек түгел. Виртуаль ысынбарлыҡ донъяһында йәшәү ҡыҙыҡлыраҡ кеүек, социаль селтәрҙәргә инеү менән ваҡыт төшөнсәһе бөтөнләй онотола. Кемдер экран артындағы дуҫтар менән аралаша, берәүҙәр үҙенә кәрәкле яңылыҡты эҙләй, ҡайһылары фотоһүрәттең оҡшағанлығын белдереп, «йөрәк»кә баҫа, яҙмаларға репост яһай, комментарийҙар яҙа, үҙ фекерен дәлилләй. Йәштәр менән бер рәттән ололар ҙа «донъя ауын» яулай.

Ошо көндәрҙә «Яҡты-Күл» шифаханаһында «Digital Ҡоролтай» форумы уҙҙы. Быйыл икенсе тапҡыр үткәрелеүсе ҙур сараға илдең төрлө тарафтарынан билдәле спикерҙар, белгестәр килде. Улар бер нисә көн дауамында блогерҙар, пиарщиктар, власть вәкилдәре һәм эшҡыуарҙарға социаль селтәрҙәрҙә уңышлы эшләү серҙәрен аңлатты.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров форум эшендә ҡатнашып, социаль селтәрҙәргә ҡарата үҙенең фекерен белдерҙе. Ул үҙ битләүен өс йыл элек, Красногорск мэры булған саҡта асҡан.

— Социаль селтәрҙәр власть һәм ябай халыҡ менән аралашыу урыны булараҡ мөһим һәм кәрәк. Бында граждандар үҙ фекерҙәрен белдерә, көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәрә, уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләй — бына ошо яҡтан ул бик файҙалы. Әлбиттә, әлегә халыҡ тормоштоң негатив, ҡара яҡтарын ғына күрә, яҡшы эштәрҙе, ыңғай үҙгәрештәрҙе баһалаусылар һирәк. Власть вәкилдәренә иһә селтәрҙәр кешеләрҙең тын алышын белеү, уларҙы нимә борсоуын ишетеү һәм шул етешһеҙлектәрҙе тиҙ арала бөтөрөү өсөн мөһим. Тап шуның өсөн бөтә кимәл етәкселәргә, башлыҡтарға үҙ сәхифәләрен алып барыу бурысын ҡуйҙым. Власть халыҡҡа яҡын булырға тейеш, — тине Радий Фәрит улы. — Үҙемә килгәндә, мин интернетты артыҡ өнәмәйем, китап уҡыуҙы өҫтөнөрәк күрәм. Айырыуса бәләкәй балаларҙың ҡулдарына телефон тоттороуҙарын ҡабул итә алмайым. Республика етәксеһе «Бәйләнештә», «Фейсбук» һәм «Инстаграм»да теркәлеүе, үҙенең битләүҙәрен халыҡҡа уй-фекерҙәрен, борсолоуҙарын еткереү, аралашыу ҡоралы итеп күреүен билдәләне. Һәм етәкселәрҙе лә социаль селтәрҙәрҙә аныҡ фекерле һәм ихлас булырға саҡырҙы.

— Кистән сәхифәләрегеҙҙә баш китерлек хәбәрҙәр яҙып, иртән үҙегеҙгә ҡыйын булыуы бар. Яҙмаларығыҙ аңлайышлы, ысын күңелдән булырға тейеш. Бында бөтәһе лә үтә күренеп тора һәм ялғанлыҡ, ике йөҙлөлөк шунда уҡ асыҡланасаҡ. Фейктарҙы, тролдәрҙе мин бөтөнләй аңламайым, уларҙың эшмәкәрлеге халыҡты ҡуҙғытыу, туҙға яҙмаған хәбәрҙәр таратыу, ҡотҡо һалыу. Мин ҡыҙыу кеше, ҡайһы саҡта уларҙы дуэлгә саҡырғы килә, — ти Р. Хәбиров.

Форумда ҡатнашыусылар Башҡортостан етәксеһенән: «Битләүҙәрҙе үҙегеҙ алып бараһығыҙмы, һеҙҙең ярҙамсыларығыҙ яҙып, һорауҙарға яуап ҡайтарып ултыралыр, моғайын», — тип ҡыҙыҡһынды.

— Үҙем яҙам. Тәүҙә нисегерәк эш итергә аңламаһам да, яйлап өйрәндем. Хәҙер һәр селтәрҙең үҙ теле, стиле булыуын төшөнөп эш итәм. Минең ни әйтергә теләгәнемде, башҡалар тура ғына еткерә алмаясаҡ, — тип яуапланы Радий Фәрит улы. — Халыҡтың етәкселеккә ҡуйған юғары талаптарын, тиҙ арала мәктәптәр, дауаханалар төҙөлөр, тормош шунда уҡ яйланыр тип ҙур өмөт бағлауын да тоям. Әммә бер нәмә лә тиҙ эшләнмәй. Был оҙайлы, ҡатмарлы юл һәм беҙ бергәләп үҙ маҡсаттарыбыҙға өлгәшәсәкбеҙ.

Республика башлығының социаль селтәрҙәрҙәге эшмәкәрлеген эксперттар Рәсәй төбәктәре етәкселәре араһында иң яҡшыларҙың береһе тип баһаланы һәм постарҙы уҡымлыраҡ итеү, видео төшөрөү, уларҙы титрҙар менән эшләү буйынса үҙҙәренең кәңәштәрен бирҙе.

Билдәле блогер Рәйес Ғәбитов алып барған һөйләшеүҙә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы советы рәйесе Ростислав Мырҙағолов, Санкт-Петербург ҡалаһынан билдәле PR-директор Кермен Манджиева, эшҡыуар, яҙыусы Олег Бармин кеүек спикерҙар сығыш яһаны. «Виртуаль ысынбарлыҡ — интернет ҡәҙимге тормошто нисек алыштыра?», «Социаль селтәрҙәр һәм власть — хәүефлеме әллә аралашыу урынымы? Онлайн һәм оффлайн репутация» темалары буйынса ҡыйыу фекерҙәр яңғыраны. Конференцияла ҡатнашыусы күренекле блогерҙар аккаунттарҙы алып барыу, видеоларҙы ҡыҙыҡлы итеп төшөрөү хаҡында һөйләне. Мәскәүҙән төрлө студиялар, агентлыҡтар етәкселәре үҙҙәренең тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

«Урал легендаһы» исеме аҫтында үткән «Digital Ҡоролтай 2» форумының төп маҡсаттарының береһе — социаль селтәрҙәрҙең күпселек өсөн аралашыу урыны булараҡ шул мөхиттең ҡанун-ҡағиҙәләренә буйһоноу, яңылыҡтарҙан артта ҡалмау һәм әлегә был өлкәне үҙләштермәгәндәрҙе йәлеп итеү. Ҙур сарала 150-нән ашыу кеше ҡатнашты һәм ике көн дауамында оҫталыҡ дәрестәре, фекер алышыуҙар социаль селтәрҙәрҙә онлайн режимда барҙы. Кемдер үҙ аллы нисек уңышлы блогер булыу серҙәрен өйрәнергә теләй икән, әле социаль селтәрҙәрҙә күпләп таралған видеоларҙы ҡарай ала. Форумға килеүселәр виртуаль донъяның нескәлектәрен төшөнгән арала тау-саңғы үҙәгендә ял итергә лә, матур тәбиғәт менән һоҡланырға ла өлгөрҙө.

Д. САФИУЛЛИНА.

Читайте нас: