-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Февраль 2019, 18:07

Урал аръяғы ауыл биләмәләренең көнүҙәк мәсьәләре

Кәңәшмәне БР Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Р. Р. Бәширов алып барҙы.

«ММК»-ның «Уральские зори» сәләмәтләндереү-белем биреү комплексында Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Белорет, Учалы, Хәйбулла райондары ауыл биләмәләре башлыҡтарының семинар-кәңәшмәһе уҙҙы. Сара Урал аръяғы ауыл биләмәләрен үҫтереүҙәге көнүҙәк мәсьәләләр буйынса республика Хөкүмәте вәкилдәре менән асыҡтан-асыҡ фекер алышыуҙы үҙ эсенә алды. Кәңәшмәне БР Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Р. Р. Бәширов алып барҙы. Эшлекле уйын формаһында ҡоролған икенсе өлөшөндә төбәк Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Р. Ф. Хәбиров ҡатнашты.

БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Л. Х. Иванова халыҡты эскелеккә һалышыуҙан профилактикалау һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау буйынса урындағы үҙидара органдарының эшен ойоштороу мәсьәләһенә туҡталды. Донъяла йыл һайын эскелек арҡаһында 2,5 миллион кеше үлә. Юл-транспорт ваҡиғаларында һәләк булыусыларҙың, батып үлеүселәрҙең, үҙ-үҙенә ҡул һалыусыларҙың һәм үлтереш ҡорбандарының ярайһы өлөшө һуңғы аҙымын алкоголь тәьҫирендә яһай. Рәсәйҙә кеше ғүмерен ҡыйыу буйынса енәйәттәрҙең 82 проценты иҫерек килеш ҡылына. Бөгөн илдә һәр 60-сы ир-егет төрмәлә, уларҙы иркенән мәхрүм итеүгә дусар иткән енәйәттәрҙең нигеҙендә эскелек ята. Янғын ҡорбандарының 55 процентын шулай уҡ иҫеректәр тәшкил итә. Эскән кешеләр араһында үҙ-үҙенә ҡул һалыу теләге айыҡ аҡыллы кешегә ҡарағанда 200 тапҡырға көслөрәк. БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы статистикаһынан күренеүенсә, Урал аръяғы райондары буйынса 2018 йылда «йәшел йылан» ағыуынан иң күп үлеүселәр Әбйәлил районына тура килгән — 63 кеше. Уларҙың 73 проценты хеҙмәткә яраҡлы йәштәге граждандар. «Үкенескә күрә, кешеләрҙе эскелектән йолоп ҡалыуҙың мөғжизәле рецебы юҡ, был юҫыҡта эҙмә-эҙлекле, оҙайлы һәм һәр кем менән шәхси эш кенә һөҙөмтә бирә ала», — тине Ленара Хәким ҡыҙы һәм әлеге ваҡытта Рәсәй төбәктәрендә популярлашҡан «айыҡлыҡ биләмәләре» тәжрибәһен урындарҙа һынап ҡарарға тәҡдим итте. Алтай крайында, Ырымбур өлкәһендә, Яҡутияла айырым ауылдарҙа эскелекте нисек еңеүҙәре тураһында бәйән итеү менән бер рәттән республикалағы ыңғай күренештәрҙе лә баһаланы. Мәҫәлән, Ейәнсура районында Яңы йылды айыҡ ҡаршылауға саҡырып йыйындар үткәргәндәр, һөҙөмтәлә байрамдар хәүеф-хәтәрһеҙ уҙған. Нуриманда ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы эскән әсәйҙәрҙе йәмәғәт эштәренә йәлеп итеү юлы менән айыҡтырыу буйынса ҙур көрәш алып бара.

Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы М. В. Забелин халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса мәсьәләләрҙә муниципаль берәмектәр менән үҙ-ара тәьҫир итешеү темаһы буйынса сығыш яһаны. Кәңәшмәгә йыйылған алты район буйынса айырым күрһәткестәргә туҡталды. Әйтәйек, халыҡтың уртаса йәше Урал аръяғы райондарында республиканыҡынан түбән. Тыуым күрһәткесе, киреһенсә, юғарыраҡ: Әбйәлил Бөрйәндән ҡала икенсе баҫҡысты биләй. 2018 йылда Әбйәлилдә сабыйҙар үлеменә юл ҡуйылмаған. Әммә хеҙмәткә яраҡлы йәштәге кешеләрҙең үлем осраҡтары буйынса беҙҙең район, республика күрһәткесен 1,5 тапҡырға уҙҙырып, иң алда. Эскелекте ауыҙлыҡлағанда, үлемдәрҙе лә бермә-бер кәметеп булыр ине, тине ведомство етәксеһе. Быға ауылдарҙа халыҡтың мәшғүллеген тәьмин итеү, сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу юлдары менән өлгәшергә мөмкин булыуын билдәләне. Бының өсөн спорт менән шөғөлләнеүгә шарттар булдырыу, бәлиғ булмағандарға иҫерткес эсемлектәр һатыуҙы туҡтатыу, суррогат араҡы менән сауҙа иткән «нөктәләр» буйынса сигналдарға ваҡытында яуап ҡайтарыу мөһим. Шулай уҡ биләмә башлыҡтарына хоҡуҡ һаҡлау органдары менән берлектә, бигерәк тә йәштәр һәм үҫмерҙәр араһында, профилактик эштәрҙе әүҙемләштереү кәрәк, тине ул.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Ю. А. Палтусов ихата биләмәләрен, йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү, урамдарҙы яҡтыртыу һәм күп фатирлы йорттарҙы шәхси йылытыу системаһына күсереү буйынса программаларҙың бойомға ашырылыуы тураһында бәйән итте. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын башҡарыусы М. Б. Фәтхуллинға ҡырсынташ, ҡом, таш менән файҙаланыуға бәйле көнүҙәк мәсьәләләр буйынса район хакимиәттәре һәм ауыл биләмәләре башлыҡтары тарафынан бик күп һорауҙар яңғыраны. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән яңыса эш итеүгә күсеү буйынса ла һорауҙар күп булды.

Урман хужалығы министры М. И. Шәрәфетдинов халыҡты шәхси йомоштары буйынса ағас менән тәьмин итеү мәсьәләһе республикала ғына түгел, Рәсәйҙә киҫкен тора, тип билдәләне. «Бөгөн Башҡортостан халҡынан ағас бүлеү буйынса 12 мең ғариза ята. Уларҙың 70 проценты урманлы төбәккә ҡараған Урал аръяғы райондарында йәшәүселәрҙән. Айырыуса ылыҫлы ағас бүлеү буйынса мәсьәлә ауыр», — тине Марат Искәндәр улы һәм ауыл биләмәләре башлыҡтарына торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж граждандар иғтибарына министрлыҡ тарафынан тормошҡа ашырылыусы «Өй комплекты» программаһында ҡатнашыу мөмкинлеген еткереүҙе һораны.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ф. Р. Ғүмәров кеше ғүмерҙәрен өҙгән янғындарға юл ҡуймау маҡсатында ауыл биләмәләрендә эште ойоштороу йүнәлештәрен барланы. «Иглинда ике, Учалыла бер бала утта һәләк булды. Уларҙың ғүмерҙәрен һаҡлап алып ҡалып булмай инеме ни?» — тип Фәрит Риф улы әсенеү аша һорау менән мөрәжәғәт итте. Янғындарҙың 44 проценты ауыл ерлегенә тура килә, янып үлеүселәрҙең 65 проценты ауыл кешеләре. Былтыр республикана 10 бала янғын ҡорбаны булған, шуларҙың 9-ҙы ауылда. Артабан һүҙ янғынды иҫкәртеүсе ҡоролмаларҙың әһәмиәте, ирекле янғын һағы төркөмдәренә гранттарҙа ҡатнашыу мөмкинлеге тураһында дауам итте.

«Башинформ» ААЙ-ы директорҙар советы рәйесе Р. Р. Мырҙағолов граждандарҙың социаль селтәрҙәрҙәге мөрәжәғәттәре менән эшләүсе «Инцидент-менеджмент» системаһы хаҡында һөйләне, урындағы үҙидара башлыҡтарын уға ҡушылырға саҡырҙы. Йәмәғәт хәүефһеҙлеге ведомство-ара советы етәксеһе урынбаҫары В. А. Кургузов коррупцияға ҡаршы көрәш һәм көнкүрештәге көслөк ҡулланылған енәйәттәр буйынса сығыш яһаны.

* * *

Семинар-кәңәшмәнең икенсе өлөшөндә эшлекле уйын формаһында «Ауыл биләмәләренең манифесты»н әҙерләү буйынса проект сессияһы ойошторолдо. Уның эшенә БР Башлығы вазифаһын башҡарыусы Р. Ф. Хәбиров ҡушылды.

— Республика буйлап күп йөрөйөм, урындарҙа ауыл биләмәләре башлыҡтары менән осрашам һәм фәҡәт йылы тәьҫораттарҙа ҡалам. Ҡағиҙә булараҡ, улар битараф булмаған кешеләр, үҙ эштәренең оҫталары, — тине Радий Фәрит улы. — Эшемдә һеҙгә таянырға теләр инем. Сөнки һеҙ туранан-тура ауыл халҡын борсоған һорауҙарҙы хәл итеү буйынса эшләйһегеҙ, ә был 1,5 миллион кеше. Ауыл беҙҙең өсөн мөһим — ул беҙҙең рухи сығанаҡ, иҡтисадыбыҙҙың ҙур өлөшө һәм республиканың йөҙө булған кешеләр. Шуға күрә ауыл биләмәһе башлығы ролен һәм уның әһәмиәтен яҡшы аңлайым.

Сарала ҡатнашыусы йөҙҙән ашыу ауыл биләмәһе башлығы ун командаға бүленеп, иң мөһим милли проекттар — торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм юл инфраструктураһы, экология, һаулыҡ һаҡлау, ауыл хужалығы, мәғариф, мәҙәниәт, физкультура һәм спорт, йәштәр сәйәсәте, тормош-йәшәйеш хәүефһеҙлеге, социаль өлкә, муниципаль идара системаһын һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ институттарын үҫтереү буйынса «Ауыл биләмәһе манифесты» проектын әҙерләне һәм яҡланы. Беҙҙең ауыл биләмәләре башлыҡтары үҙҙәрен әүҙем, инициативалы һәм ғәмле етәкселәр итеп күрһәтте. В. С. Абсаҙыева (Таштимер), Д. И. Харрасов (Асҡар), Ф. Д. Ғәҙелшина (Хәмит), Ф. Ш. Мәхмүтов (Буранғол) идеяларын һәм тәҡдимдәрен республика Башлығы иғтибарына төплө итеп еткерә һәм уларҙың мөһимлеген дәллиләй алды.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Читайте нас: