Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Февраль 2019, 18:53

Эскегә ҡаршы көрәш дауам итә

«Бөркөт» ойошмаһы ағзалары Ишҡол, Тал Ҡусҡары ауылдарында йыйындар уҙғарҙы.

«Бөркөт» ойошмаһы ағзалары Ишҡол, Тал Ҡусҡары ауылдарында йыйындар уҙғарҙы.
Ишҡолда ойошма рәйесе Морат Йәнбирҙин республика һәм район етәкселеге тарафынан законһыҙ рәүештә алкоголь менән һатыу итеүселәрҙе бөтөрөү маҡсатында башланған эшмәкәрлек хаҡында бәйән итте. Был йүнәлештә ойошманың эштәре хаҡында һөйләне, йәшел йыланға ҡаршы көрәш буйынса билдәләнгән план-маҡсаттары менән уртаҡлашты. Ауыл биләмәһе һәм участка уполномоченныйы әйтеүенсә, Ишҡолда көмөшкә һатыусылар менән эш ойошторолған, ағыу менән сауҙа итеүсе нөктәләргә рейд үткән. Урындағы ағинәйҙәр ҡоро хәмергә ҡаршы көрәштә бергәләп эшләргә тәҡдим индерҙе.
Тал Ҡусҡары ауылында Морат Әхмейән улы йыйылған халыҡ алдында сығыш яһап, был хәрәкәткә әүҙем ҡушылырға саҡырҙы. Йыйында шулай уҡ урындағы етәкселек, ауыл активы үҙ фекерҙәрен әйтте. Осрашыу аҙағында полицияның участка уполномоченныйы, ауылдың имам-хатибы менән берлектә араҡы-көмөшкә һатыусыларға рейд яһалды, аңлатыу үткәрелде. Ауыл халҡы кәсепселәргә ҡарата ризаһыҙлығын белдерҙе. Улар бөтәһе лә ҡара эштәрен туҡтатырға һүҙ бирҙе. Шулай уҡ Иҙәш Ҡусҡарында ла законһыҙ алкоголь менән сауҙа итеүселәргә иҫкәртеү яһалды, ике ауылда бөтәһе 12 нөктәгә рейд уҙғарылды.

Д. САФИУЛЛИНА.

Читайте нас в