-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Февраль 2019, 16:42

Депутат халыҡ менән

Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров район активы менән осрашты.

Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров район активы менән осрашты. Асҡар ауылы биләмәһе хакимиәтенең ултырыштар залында уҙған һөйләшеүгә учреждение-ойошма етәкселәре, хакимиәт хеҙмәткәрҙәре, район тормошона битараф булмаған әүҙем йәмәғәтселәр йыйылды.

З. З. Байғусҡаров әбйәлилдәр алдында үҙенең депутат эшмәкәрлеге хаҡында бәйән итте. Парламент ултырыштарында Зариф Закир улы ябай халыҡ мәнфәғәтендә теге йәки был законды үҙгәртеү, өҫтәмәләр индереү йәки яңыларын ҡабул итеү буйынса 194 тапҡыр сығыш яһаған. Бөтәһе 30 закон проекты, уларҙың алтауһы Зариф Закир улының шәхси инициативаһы буйынса ҡабул ителгән.

— Яңы закондар араһында ауылда йәшәүселәр өсөн иң кәрәкле булған, халыҡ осрашыуҙарҙа даими күтәргән мәсьәлә — ҡороған ағасты бушлай алыуға рөхсәт биреү тип һанайым. Әлбиттә, был законды ҡабул итеүгә урман хужалығы министрлығы ҡырҡа ҡаршы булды. Әммә беҙ ҙә сигенмәнек: берҙән халыҡҡа утын, башҡа кәрәк-яраҡ өсөн ағас бушлай булырға тейеш, икенсенән ҙур майҙандар биләгән урмандарҙы серек, ҡоро ағастан таҙартып йөрөргә мөмкинселегегеҙ юҡ тип һүҙебеҙҙә торҙоҡ һәм законды ҡабул итеүгә өлгәштек. Ул 2019 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инде, — тине З. Байғусҡаров. — Тик республиканың урман хужалыҡтары ҡоро ағасты алып ҡайтыу өсөн рөхсәт ҡағыҙы кәрәк тигән мәғлүмәт таратып, аңлашылмаусанлыҡ тыуҙырҙы. Был дөрөҫ түгел. Башҡортостанда йәшәүсе һәр кем урманға барып ҡороған ағасты йыйып алып ҡайтырға хоҡуҡлы. Бының өсөн рөхсәт ҡағыҙы кәрәкмәй. Трактор, бысҡы, балта менән барырға ярамай тигән һүҙҙәр ҙә уйҙырма. Шулай ҙа үҫеп ултырған ҡороған ағас (сухостой) менән сереп йығылған ҡоро ағасты (валежник) бутамағыҙ. Ерҙә ятҡандарын йыйырға рөхсәт ителә, үҫкән ағас ҡоро булһа ла тейергә ярамай.

Райондың урман хужалығы етәксеһе Зариф Абдуллин депутатҡа бөтәһен дә борсоған һорау менән мөрәжәғәт итте:

— Ҡороған ағасты алып ҡайтҡан саҡта ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре туҡтатһа, ни эшләргә? Бындай осраҡтарға урман хужалығынан белешмә кәрәкме?

— Был законды беҙ халыҡҡа ағас әҙерләү мәшәҡәтен кәметеү маҡсатында ҡабул иттек. Ауылда көн иткәс, утыны ла, бағанаһы ла кәрәк. Хәҙер бер ҡағыҙ артынан төпкөл ауылдан район үҙәгенә килеп йөрөһөндәрме инде? — тип белдерҙе Зариф Закир улы һәм яңыраҡ Бөрйән районында булған хәлде иҫкә төшөрҙө. — Был ваҡиғанан һуң Эске Эштәр министрлығына, ЮХХДИ начальнигына хат ебәрҙем, РФ Урман Кодексының 32-се статьяһына үҙгәрештәр үҙ көсөнә инеүе тураһында хеҙмәткәрҙәренә аңлатыуҙарын һораным. Ҡабат бындай аңлашылмаусанлыҡтар тыумаҫ тип ышанам. Әгәр ҙә ҡороған ағас өсөн хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан яуаплылыҡҡа тарттырыу осраҡтары булһа, шунда уҡ миңә хәбәр итегеҙ.

Ағымдағы йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә ингән тағы бер закон — ҡырҡылған һәр гектар урман өсөн шул күләмдә ағас ултыртыу.

— Ҡырҡылған урман урынына ағас ултыртыуҙа ла тәртип кәрәк. Юғиһә арендаторҙар ҙур майҙандарҙа ағасты юҡ итә, урынына үҫтерелмәй. Килер быуындарға ни ҡалырын да уйлау зарур. Ғөмүмән, ылыҫлы урманды сәнәғәт өсөн ҡырҡыуҙы бөтөнләй тыйыу мотлаҡ тип иҫәпләйем. Йорт һалыу өсөн генә биреү дөрөҫ буласаҡ, — тине Зариф Закир улы.Дәүләт Думаһы депутаты тағы бер мөһим, күптән кәрәк закон хаҡында тәфсирләп һөйләне. З. Байғусҡаров үҙе инициатор булараҡ был хаҡта ентекле бәйән итте.

— Илебеҙҙе баҫып алған эскелекте тамырынан юҡ итеү, теләһә ниндәй спиртлы эсемлектәр һатыу менән шөғөлләнгән кешеләргә ҡаршы көрәшеү бөгөн иң етди мәсьәләләрҙең береһе. Илдә йыл һайын вафат булған 1 миллион 600 мең кешенең 500 меңе эске арҡаһында үлеүе ҡот осҡос бит. Үлтерештәрҙең 70-80, суицидтың 60 проценты иҫерек килеш ҡылына. Психик сирле балаларҙың 90 проценты хәмер ҡулланған ата-әсәнән тыуған. Ғаилә низағтары нигеҙендәге фажиғәләр, ғәриплеккә, үлемгә килтергән хәлдәрҙә тик эске ғәйепле. Алкоголь арҡаһында төрлө сирҙәргә юлыҡҡан кешеләрҙе дауалауға ҡаҙнанан ҙур суммала аҡса бүленә. Осһоҙло араҡы һатып, халыҡты ағыулаусыларға ҡарата ҡаты көрәш иғлан ителде. Быға тиклем ундай кәсепселәргә 2 мең һум штраф һалынһа, хәҙер 30 мең һум аҡса сығарырға тура киләсәк. Ҡабат тотолғандарға енәйәт эше ҡуҙғатыласаҡ, — тине Зариф Закир улы. — Закон үҙ көсөнә ингәндән алып 900 кеше тотолдо, 11 миллион һумлыҡ штраф һалынды, 66 кешегә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылды. Әгәр ҙә берәйһе ағыуланып үлһә йәки ғәрип ҡалһа, уға шул спиртлы эсемлекте һатыусыға ҡарата енәйәт эше асыласаҡ. Шулай уҡ фанфурик ҡулланыусыларҙы сикләү маҡсатында уның хаҡын күтәреү һәм аптекаларҙа ғына һатыу буйынса эш башҡарҙыҡ.

Ул был йүнәлештә бергәләп эшләргә, бөтәһен дә уяу булырға саҡырҙы.

— Күп осраҡтарҙа ғаиләләрҙә ҡатынын, балаларын йәберләгән ирҙәр язаһыҙ ҡала, полиция ҡыҫтырылмай, шуның арҡаһында төрлө фажиғәләр килеп сыға. Бындай саҡтарҙа ҡатындарға сығып китер урын юҡ йәки балаларын атайһыҙ итмәйем тип түҙәләр. Эскән кешеләрҙе мәжбүри дауалау тураһында закон кәрәк, — тине Зариф Закир улы. — Әлеге көндә илдә 1 миллион 300 мең алкоголик иҫәпләнә, әммә был рәсми һан ғына, ысынында эскеселәр биш-алты тапҡырға күберәк.

Тағы бер мөһим, һуңғы йылдарҙа байтаҡ шау-шыу тыуҙырған мәсьәлә буйынса законға төҙәтмәләр индерелгән. Республика мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыу факультатив рәүештә генә булмаясаҡ. Ата-әсәләргә туған телде өйрәнеү буйынса йыл да ғариза яҙырға кәрәкмәй. 5-се класта ғына яҙасаҡтар. З. Байғусҡаров телде мәктәптә өйрәтеү генә аҙ, бала төп тәрбиәне, тыуған теленә һөйөүҙе ғаиләлә алырға тейеш тигән фекерҙе еткерҙе.

Ағымдағы йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә ингән закондарҙан ауыл ерендә 30 йыл хеҙмәт стажы булған кешеләргә пенсияларына 25 процент өҫтәлмә түләү ябай халыҡ өсөн айырыуса әһәмиәтле тип һанай депутат. Тағы бер яңылыҡ — ғаиләлә 12 йәшкә тиклем өс бала булһа, ата-әсәгә отпускыһын үҙҙәре теләгән ваҡытта алырға мөмкин.

Бурыс һаҙлығына батҡан халыҡтың хәлен еңеләйтеү маҡсатында депутаттар кредит ставкаларын кәметеү, уны алдан ҡаплаған осраҡта страховка аҡсаһын ҡайтарыу, эшҡыуарҙарҙың бурыстарын, граждандарҙың һалым буйынса бурыстарын кисереү, банкрот хәленә ҡалған бәләкәй предприятиеларға дәүләт тарафынан ярҙам күрһәтеү, ауыл Советы депутаттарынан килем тураһында декларация тапшырыуҙан азат итеү буйынса ҡануниәттә үҙгәрештәр индергән.

Зариф Байғусҡаров «Берҙәм Рәсәй» партияһының төрлө программалары, проекттары уңышлы тормошҡа ашырылыуы хаҡында ла һөйләне. «Балалар спорты» программаһы районда һәйбәт эшләй. Быға тиклем уның аша Күсем руднигы, Амангилде, Ишҡол мәктәптәренә спорт залы ремонтланһа, уҙған йылда Әбделмәмбәттә спорт залы йүнәтелгән. «Ҡала мөхите» программаһы буйынса былтыр Михайловкала, Йәнгелдә, Сиҙәмдә парктар асылды, район үҙәгендә, Сиҙәмдә кварталдар төҙөкләндерелде. Бынан тыш, Зариф Закир улының булышлығы менән Мораҡайҙа күпер төҙөлдө, Яңы Балапанда балалар баҡсаһы төҙөкләндерелде.

— Быйыл Рауил мәктәбенең спорт залы ремонтланасаҡ, парк-скверҙарҙы йүнәтеү маҡсатында 15 миллион һум аҡса йүнәлтеләсәк, — тине Дума депутаты. — Районығыҙ тағы ла күркәмерәк, төҙөгөрәк булһын өсөн тырышасаҡбыҙ. Шуны ла билдәләп үтер инем: миңә эшем буйынса төрлө яҡтарҙа йөрөргә тура килә, әммә Әбйәлилгә еткән матур район юҡ. Бында ғөрөф-ғәҙәттәрен тотҡан, уңған, ихлас кешеләр йәшәй. Артабан да эштәрегеҙ алға барһын.

Үҙенең сығышынан һуң З. Байғусҡаров осрашыуға килгән кешеләрҙең һорауҙарын тыңланы.

— Асҡар урта мәктәбенең спорт залы иҫке, һыуыҡ, уны «Балалар спорты» программаһы аша йүнәтеп булмаҫмы? Башланғыс мәктәптең дә спорт менән шөғөлләнеү өсөн урыны юҡ, — тине Сәриә Дауытова.

Ул шулай уҡ Көнсығыш-2 биҫтәһенә ҡайтыусы балалар өсөн машиналар мыжғып торған оло юлдан атлауы хәүефле булыуы, газ заправкаһы тирәһендә йәйәүлеләр өсөн һыҙат кәрәклеге хаҡында һөйләне. Йәй буйы биҫтә тулып йөрөгән аттар буйынса саралар ҡабул итеү, шулай уҡ интернет тиҙлегенең түбән булыуы тураһында еткерҙе.

Әбделғәзенән эшҡыуар, ауыл советы депутаты Рафиҡ Өмөтҡужин газ юҡлығына, клубта һыуыҡ булыуына зар-ланды.

Асҡар балалар сәнғәт мәктәбе директоры Гүзәл Нияҙғолова өҫтәмә белем биреү учреждениеһының ауыр хәлдә ҡалыуы, уны финанслау туҡтатылыуы хаҡында һөйләне. Ябылмаҫ өсөн тулыһынса түләүлегә күсегеҙ тип тәҡдим ителгән. З. Байғусҡаров был хәл буйынса республиканың мәҙәниәт министрлығына мөрәжәғәт итеп ҡараясағын белдерҙе.

— «Әсәлек капиталы»н балаға өс йәше тулғанын көтмәй, икенсе сабый тыуғас та файҙаланыу мөмкин түгел. Законға үҙгәреш индереп булмаймы? Күп йәш ғаиләләр торлаҡ мәсьәләһен ыңғай хәл итә алыр ине, — тине юрист Айһылыу Зекрина.

Район Советы рәйесе Ишморат Әминев район халҡы исеменән һорауҙар бирҙе.

— Сабынлыҡтарҙы рәсмиләштереү эше бик мәшәҡәтле, ауыр. Кадастр, проект документацияһына 15-20 мең һум аҡса китеүен иҫәпкә алғанда, ауыл кешеһенең кеҫәһенә лә байтаҡ һуға. Ә сабынлыҡһыҙ булмай, беҙҙең яҡтарҙа мал аҫрап, донъя көтөүселәр күп. Оҙайлы документ эшләтеүгә ҡарағанда урман билеты биреү ҡулайлыраҡ булыр ине, — тип был мәсьәлә буйынса үҙ фекерҙәрен еткерҙе Ишморат Шамил улы. — Тағы ла беҙҙең төбәк өсөн генә хас булған күренеш: зыяратта тимер рәшәткә урынына ҡарағас бура ҡуйыу. Бындай осраҡтарға ҡарағас алыуҙың берәй юлын табып булмаҫмы?

Д. САФИУЛЛИНА.

Читайте нас: