+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Февраль 2019, 19:08

«Ынтылыш»ҡа ынтылығыҙ, йәштәр!

9 февраль «Яҡты-Күл» шифаханаһында «Ынтылыш» I Әбйәлил йәштәре форумы уҙа.

9 февраль «Яҡты-Күл» шифаханаһында «Ынтылыш» I Әбйәлил йәштәре форумы уҙа. Инициативалы, идеяларға бай йәштәр алдында төрлө өлкәләрҙә уңыш ҡаҙанған спикерҙар уңышлылыҡ серҙәре менән бүлешәсәк. Блогер, «R&R» PR-агентлығы етәксеһе Рәйес Ғәбитов социаль селтәрҙәрҙәге шәхси бренды миҫалында интернетта танылыу яуларға өйрәтәсәк. Һуңғы йылда республиканың социаль проекттарына 1 миллион һумдан ашыу аҡса йәлеп итеүгә өлгәшкән БР Йәш яҡташтар берлектәре ассоциацияһы рәйесе Байрас Азаматов социаль проектлау пирамидаһы, башҡортса SMART, социаль проекттар өсөн инвестициялар темаһы буйынса мастер-класс уҙғарасаҡ. Кем ул IT-евангелист? Был һорауға яуапты Г. И. Носов исемендәге МГТУ-ның информатика бизнесы һәм информацион технологиялар кафедраһы доценты, педагогик фәндәр кандидаты Лилиә Дәүләткирәеваның сығышында табырға мөмкин буласаҡ. Үҙ эшен асырға теләүселәргә йәки был йүнәлештә үҫешә башлаусыларға «Флэтшеринг» ЯСЙ-һын ойоштороусы Тамъян Ғәбитовтың нисек инвестор табырға, килешеүгә барырға, эште башлап ебәреүгә финанстар табылғас, артабан нимәгә тотонорға тигән һорауҙарға төплө кәңәштәрен тыңлау файҙаға ғына буласаҡ. Тормошта уңышлы кеше булыу өсөн дөрөҫ фекерләү мөһим – был хаҡта фекер алышыу майҙансыҡтарының береһендә табип, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары, Хәйбулла районы муниципаль район Советы депутаты Даян Солтанғужин әңгәмә алып барасаҡ.
Уйҙарын дөрөҫ йүнәлешкә көйләргә, Яҡтыгүл буйындағы тау-саңғы үҙәгендә әүҙем ял итергә теләүсе йәштәрҙе «Ынтылыш» саҡыра. Форумда ҡатнашырға теләүселәр https://goo.gl/forms/PReZQmZ9ffyLdlUL2 һылтанмаһы аша теркәлә ала. Ашығығыҙ – бөгөн теркәлеү үтеүҙең һуңғы көнө.
Читайте нас: