БР урман хужалығы министры М. И. Шәрәфетдинов әбйәлилдәр менән осрашты.
Был осрашыуға интернет селтәрҙәрендә әбйәлилдәрҙең республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа мөрәжәғәте сәбәпсе булды. Ике меңдән ашыу ҡултамға ҡуйылған хат авторҙары ағастың ситкә һатылыуына кәртә ҡуйыуҙы, был өлкәлә үҙ эшен булдырған эшҡыуарҙарыбыҙға сеймалды урында эшкәртеүҙе ойоштороуҙа ярҙам итеүҙе, ағас әҙерләү өсөн урмандарыбыҙҙы күпләп ҡуртымға биреүҙе туҡтатыуҙы, тәбиғәтебеҙҙе киләсәк быуынға ҡалдырыу өсөн билдәле урындарға тәбиғи парк статусын биреүҙе һәм башҡа мәсьәләләрҙе күтәргәйне. Хаттағы һорау-проблемаларға асыҡлыҡ индереү маҡсатында район башлығы И. Т. Нафиҡов Марат Искәндәр улын саҡырҙы ла инде.
Урман хужалығы министры башта йыйылыусыларға республика буйынса тотош урман хужалығындағы хәл, ағас бүлеү тәртибе, ағас эшкәртеү менән булышҡан предприятиеларҙың һәм эшҡыуарҙарҙың эшмәкәрлеге, ҡуртымсылар менән эш тураһында ентекле һөйләне, ғәмәлдәге закондарға ярашлы был өлкәләге уңайлы варианттарҙы тәҡдим итте.
Марат Искәндәр улы әйтеүенсә, март айында республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров ҡатнашлығында ҙур кәңәшмә үткәреү күҙаллана. Унда урманды ҡуртымға бөгөнгө кеүек аукциондар аша түгел, ә конкурс нигеҙендә биреү мәсьәләһе ҡараласаҡ, башҡа етди үҙгәрештәр ҙә көтөлә. Министр билдәләүенсә, конкурс процедураларында бәләкәй предприятиелар ҡатнаша алыр ине. Юғиһә, әлеге шарттар буйынса, урман хужалығына ҡағылышы булмаған фирмалар аукционда еңеп сыға икән.
Рәсәй Федерацияһы Урман Кодексына ярашлы, урмандар Рәсәй милке һанала, урманды күпләп ҡуртымға биреүҙәр ошонан башланған да инде.
— Килешеүҙе теүәл үтәмәгән ҡуртымсылар менән эш алып барыла. Продукция етештереү, ағас ултыртыу, тәрбиәүи ҡырҡыу менән тейешенсә шөғөлләнмәгән, янғын һағы сараларын күҙәтмәгән бер нисә арендаторға ҡарата эш асылған, — тине Марат Искәндәр улы.
Ағас ултыртыуға килгәндә, республика был эш Рәсәйҙә иң яҡшы ҡуйылған төбәктәрҙең береһе исемлегенә инә. «Экология» милли проекты сиктәрендә урманды һаҡлау эшенә иғтибар көсәйә. Быйыл ағас ултыртыуға МТЗ тракторҙары, артабан тырма, сәскестәр алыуға аҡса бүленәсәк.
— Сеймалды эшкәртеү менән шөғөлләнгән бәләкәй эшҡыуарҙарға ҡоролмалар, транспорт алыу мәсьәләһендә ярҙам итеү йөҙөнән төрлө субсидиялау программаларын индереү планлаштырыла. Мәҫәлән, республика бюджетынан 50 процентҡа тиклем субсидиялау менән киптереү камералары, техника һатып алыуға ярҙам күрһәтеү буйынса тәҡдимдәр әҙерләнгән, — тине министр.
Халыҡты төҙөлөш ағасы менән тейешенсә тәьмин итә алмау тотош республика буйынса киҫкен: районда 1200 кеше сиратта торһа, республикала ул 12000. Был проблеманы хәл итеүҙә республикала эшләп килгән «Өй комплекты» программаһы бик ҡулай булыуын билдәләне министр, сөнки программа сиктәрендә кәрәкле күләмдә ағас резервҡа алына. Тағы шуныһы, бюджет өлкәһендә эшләгәндәр төҙөлөшкә бәләкәй процент менән займ юллай ала. Өҫтәүенә, был юҫыҡта әсәлек капиталын да тотонорға, үҙең теләгән ҙурлыҡта эшләтергә була.
— Башҡа төбәктәргә ҡарағанда, беҙҙә йортто ылыҫлы ағастан төҙөүҙе өҫтөн күрәләр. Сеймалды эшкәртеүҙә лә тик ҡарағай күҙ уңында тотола. Башҡортостан урмандарының ни бары 8-10 процентын ылыҫлы ағастар тәшкил итеүен дә онотмаҫҡа кәрәк. Башҡа райондарҙа, мәҫәлән, Нуриманда, ҡайынды тәрән эшкәртеп ситкә һаталар һәм уның кубометры ылыҫлы ағастыҡынан 3-4 тапҡырға ҡиммәтерәк, — тип Өфө ҡунағы башҡа төр ағастарҙы эшкәртеү хаҡында уйларға кәңәш бирҙе.
Ҡасандыр Әбйәлилдә төҙөлгән ағас эшкәртеүселәр берләшмәһенең юҡҡа сығыуына борсолоу белдерҙе министр. Күп кенә райондарҙа нәҡ ошо структуралар ағасты тәрән эшкәртеп, һатыуға булышлыҡ итә. Заманса ҡорамалдары булған эшҡыуарҙар үҙ продукцияларын хатта сит илдәргә сығаралар икән. Өҫтәүенә, улар халыҡты эш менән тәьмин итә, янғында зыян күргәндәргә йорт һалыуҙа ярҙам күрһәтә.
Хатта «Ҡырҡты тау» тәбиғи парк статусын алып ташланылар тигән юлдар ҙа бар. Министр был мәсьәләгә асыҡлыҡ индерҙе:
— Өс йыл дауамында уның буйынса документтар эшләнеп, раҫланмаһа, статус автоматик рәүештә алып ташлана. «Ҡырҡты тау» тәбиғи ҡурсаулыҡ тип иғлан итеүгә килгәндә, бының өсөн өс йыл ул ерҙәр резервҡа алына һәм ошо йылдарҙа экспертиза үткәрелеп, ер бүлеү, кадастр эштәре башҡарылырға тейеш. Тағы шуныһы: тәбиғи парк ерҙәрендә ағасты ҡырҡырға ярамай, хатта санитар ҡырҡыуҙы ла һәр ерендә үткәрергә рөхсәт бирелмәй. Ҡырҡты тауын тотошлайы менән түгел, ә ҡайһы бер урындарына өлөшләтә, парк статусы юлларға ла була.
Күтәрелгән күп мәсьәләләргә яуапты Урман хужалығы министрлығы сайтынан табырға була, унда бөтә мөһим мәғлүмәт ҡуйыла.
Һөйләшеү һуңында Илдар Таһир улы ағас эше менән булышҡан эшҡыуарҙарҙы йыйып, уларҙы борсоған мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшергә, ағасты ситкә сығармайынса, урында эшкәртеүҙе юлға һалыуҙа бар хәленсә ярҙам итергә вәғәҙәләне.