+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Февраль 2019, 12:47

Өйлө булам тиһәң...

Ишҡол ауылынан Зилә һәм Фәрхәт Фазылйәновтар уҙған йыл аҙағында «Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү» программаһы сиктәрендә дәүләт ярҙамы алғайны.

Ишҡол ауылынан Зилә һәм Фәрхәт Фазылйәновтар уҙған йыл аҙағында «Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү» программаһы сиктәрендә дәүләт ярҙамы алғайны.

Һуңғы осорҙа райондың төрлө тармаҡтарында йәштәрҙең эшләүе күҙгә ташлана, айырыуса ауыл хужалығы өлкәһендә йәш-елкенсәктең күплеге ҡыуаныслы. Әлбиттә, бөгөн малсылыҡта, ҡырсылыҡта юғары технологиялар ҡулланылыуы, баҫыуҙарҙы заманса техникалар иңләүе, малсыларҙың эше механизацияланыуы, автоматизацияланыуы быға булышлыҡ итә. Шул уҡ ваҡытта ауыл ерендә төпләнгән йәш белгестәрҙе, йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса эшләп килгән дәүләт программалары ла егет-ҡыҙҙарҙы ауылда нигеҙ ҡороуға этәрә. Сөнки әҙәм балаһының уй-хыялдарының береһе — үҙ ҡыуышын ҡороуҙор. Өйлө кеше — көйлө кеше тигәндәй, йәшәр урыны булғандарҙың эше лә ыңғай бара, ғаилә тормошо ла бәхеткә мансыла.

Районда йәштәргә торлаҡ төҙөүҙә йәки һатып алыуҙа ярҙам итеү буйынса төрлө программалар эшләй.

Мәҫәлән, ауыл ерендә йәшәгән граждандарҙың, шул иҫәптән йәш ғаиләләрҙең һәм йәш белгестәрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән «Башҡортостан Республикаһында ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы продукцияһын, сеймалды һәм аҙыҡ-түлек баҙарын көйләү» дәүләт программаһының «Башҡортостан Республикаһы ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү» кесе программаһы 2014 йылдан ғәмәлдә.

Был программала ауыл ерендә агросәнәғәт комплексында йәки социаль өлкәлә хеҙмәт килешеүе буйынса эшләгән йәки шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән 35 йәшкә тиклемге (ир йәки ҡатындың берәйһе ошо йәшкә тиклем) йәш ғаиләләр һәм йәш белгестәр, шулай уҡ йәшәү урыны буйынса ауылда эшләгән 35 йәштән өлкәндәр ҙә ҡатнаша ала.

Был программа буйынса социаль түләм алыуға ауыл ерендә мотлаҡ йәшәгән һәм хеҙмәт килешеүе йәки шәхси эшҡыуарлыҡ буйынса кәмендә өҙлөкһөҙ бер йыл эш стажы булған граждандар хоҡуҡлы. Өҫтәүенә, уларҙың һатып алыуға йәки төҙөүгә иҫәпләнгән торлаҡ хаҡының кәмендә 30 проценты күләмендә аҡсаһы булыуы шарт. Шулай уҡ программаға инеү өсөн улар торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж тип танылырға тейеш.

РФ Торлаҡ Кодексының 51-се статьяһында билдәләнгәнсә, торлаҡҡа мохтажлыҡ йәшәү урыны буйынса ауыл биләмәһе хакимиәте тарафынан бил-дәләнә.

Ауыл ерендә йәшәгән граждандарға, шул иҫәптән йәш ғаиләләргә, йәш белгестәргә торлаҡ төҙөүгә (һатып алыуға) социаль түләмдәр Башҡортостан Республикаһының муниципаль райондар бюджеттарына субсидия бүлеү ҡағиҙәләрендә билдәләнгән.

Был программаға эләккән граждандар иғтибарына уҙған йылдың авгусынан бер аҙ үҙгәрештәр индерелеүен дә еткереү мотлаҡ.

Ҡағиҙәләрҙең 2.19-сы пунктында: «Башҡортостан Республикаһының муниципаль район хакимиәттәре 1 июлгә тиклем торлаҡ шарттарын социаль түләм юлы менән яҡшыртырға теләгән граждандар ҡағиҙәләрҙең 2.17-се пунктында ҡаралған документтарҙы килтерергә тейеш. Документтарҙы тапшырыуҙы дәлилләп һәм уның көнөн күрһәтеп граждандарға белдереү ҡағыҙы бирелергә тейеш.

2.17-се пунктта ҡаралған документтар хәбәр ителгәндән һуң бер ай эсендә тапшырылмаған осраҡта район хакимиәте ул гражданды программала ҡатнашыусылар исемлегенән төшөрөп ҡалдырырға хоҡуҡлы».

«Ауыл хужалығын тотороҡло үҫтереү» программаһы буйынса районда йыл һайын уртаса алғанда 14 йәш ғаилә һәм йәш белгестәр, йәштәре 35-тән артҡан 4 ғаилә социаль түләм алды. Бөгөнгә торлаҡ төҙөүгә (һатып алыуға) 87 таныҡлыҡ тапшырылды.

Шулай уҡ «Рәсәй Федерацияһы халҡын уңайлы торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итеү» дәүләт программаһы сиктәрендә «Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү» сараһы (элек «Торлаҡ» федераль программаһы тип атала ине) уңышлы тормошҡа ашырыла.

Был программала йәш ғаилә, шул иҫәптән бер һәм унан күберәк балалары булған йәш ғаилә, шулай уҡ бала тәрбиәләгән ата йәки әсә ҡатнаша ала. Улар түбәндәге талаптарға яуап бирергә тейеш:

- йәш ғаиләне социаль түләм алыусы булараҡ дәғүәселәр исемлегенә индергәндә ир йәки ҡатындың береһе, тулы булмаған ғаиләлә ир йәки ҡатын 35 йәштән оло булмаҫҡа тейеш;

- йәш ғаиләнең торлаҡҡа мохтаж тип танылыуы шарт;

- ғаиләнең йорт һалыуға йәки һатып алыуға социаль түләмдән артҡан өлөшөн түләү өсөн аҡсаһы булыуы мотлаҡ.

Торлаҡ шарттарын социаль түләмде файҙаланып яҡшыртыу хоҡуғы йәш ғаиләгә бер тапҡыр ғына бирелә. Балалары булмаған йәш ғаиләләргә ғәмәлдәге ҡағиҙәләргә ярашлы билдәләнеүсе торлаҡ хаҡының 30, бер йәки унан күберәк бала тәрбиәләгән, шулай уҡ тулы булмаған балалы ғаиләләргә 35 процент күләмендә билдәләнә.

Программала ҡатнашыу өсөн йәш ғаилә йәшәү урыны буйынса урындағы үҙидара органдарына ике данала ғариза тапшыра (берәүһе ғаризаны ҡабул итеү көнө һәм документтар исемлеге күрһәтелеп кире ҡайтарыла); ғаризаға ҡушып һәр ғаилә ағзаһының шәхесен билдәләүсе документтар күсермәһе; никах тураһында таныҡлыҡ күсермәһе (тулы булмаған ғаиләләргә ҡағылмай); йәш ғаиләнең торлаҡҡа мохтажлығын дәлилләүсе документтар; йәш ғаиләнең торлаҡтың социаль түләмдән артҡан өлөшөн түләүгә табышы булыуын күрһәткән документтар; һәр ғаилә ағзаһының СНИЛС күсермәһе бирелә.

РФ субъектының башҡарма власть органдары тарафынан билдәләнгән тәртип буйынса социаль түләмдәр алыуға дәғүә иткән йәш ғаиләлә берәйһенә генә лә 35 йәш тулһа, улар исемлектән төшөрөп ҡалдырыла.

Беренсе сиратта был исемлеккә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждар сифатында иҫәпкә 2005 йылдың мартына тиклем ҡуйылғандар, шулай уҡ 3 һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләр индерелә.

Йыл һайын районда 13 йәш ғаилә был программа сиктәрендә социаль түләм ала. Бөгөнгә тиклем торлаҡ төҙөүгә (һатып алыуға) 158 таныҡлыҡ тапшырылған.

Алда әйтеп үтелгән программаларҙа ҡатнашыу өсөн торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж тип табылған һәм ҡағиҙәләр ҡуйған талаптарға яуап биргән һәм был программала ҡатнашырға теләк белдергән граждандар, йәш ғаиләләр йәки йәш белгестәр билдәләнгән формала ғаризаға кәрәкле документтарҙы ҡушып күп функциялы үҙәккә (Асҡар, Тыныслыҡ урамы, 1) йәки район хакимиәтенең төҙөлөш һәм архитектура бүлегенә мөрәжәғәт итә ала (Асҡар, Ленин урамы, 41, 203-сө бүлмә).

Программалар буйынса мәғлүмәт (ғаризаның формаһы, кәрәкле документтар исемлеге, шарттар) район хакимиәтенең рәсми сайтында (http://www.abyalil.ru/architecture/Housing programs) «Архитектура һәм төҙөлөш» бүлегенең «Торлаҡ программалары» өлөшөндә бирелгән.

Альбина ХӘМИТОВА,

район хакимиәте янындағы капиталь төҙөлөш бүлегенең баш белгесе.
Читайте нас: