+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Февраль 2019, 19:28

3 июндән һанлы телевидениеға күсәбеҙ

11 февралдән Рәсәй Федерацияһының 7 төбәгендә (Пенза, Ярославль, Магадан, Рязань, Ульяновск, Тула өлкәләре һәм Чечен Республикаһы) цифрлы эфирға күсте.

11 февралдән Рәсәй Федерацияһының 7 төбәгендә (Пенза, Ярославль, Магадан, Рязань, Ульяновск, Тула өлкәләре һәм Чечен Республикаһы) цифрлы эфирға күсте. «Башҡортостанда 3 июндән аналог тапшырыуҙары туҡтатылып, һанлы телевидениеға күсеү ҡаралған, әлеге ваҡытта әҙерлек эштәре бара. Спутник приёмниктарын ҡуйыуҙа дәүләт ярҙамы күрһәтеү цифрлы эфир зонаһына инмәгән урындарҙа йәшәүселәргә күрһәтелә. Ошо төбәктән ситтә урынлашҡан тораҡ пункттар исемлеге РТРС сайтында баҫылған. Республикала һанлы телесигналды купселек урындар тота, шулайҙа урыны менән тотмаған йорттары булған 475 һәм тулыһынса тотмаған 691 тораҡ пункттар бар. Беҙҙең бурыс ошо ваҡыт араһында һанлы телеканалдарҙы тотмаған ауылдарҙа, аҙ тәьмин ителгән, күп балалы ғаиләләрҙе һәм федераль социаль өҫтәмә алған пенсионерҙарҙы асыҡлап ярҙам күрһәтеү. Бының өсөн документтар йыйыуҙы ойоштороу зарур. Документтар исемлеге менән Матбуғат агентлығы сайтында танышырға мөмкин. Ярҙамға мохтаж ике категория граждандарҙың ғаризаларын Матбуғат агентлығы ҡабул итәсәк, билдәләнгән спутник телевидениеһы операторҙары аша уларға бушлай спутник тәрилкәһе ҡуясаҡ. Шулай уҡ был категорияға ингән граждандарҙың хаҡы 1000 һумға тиклем телевизор приставкалары һатып алған өсөн компенсация алыу мөмкинлеге бар», - тип белдерҙе Белорет ҡалаһында үткән төбәк кәңәшмәлә Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов. Әбйәлилдә һанлы телеканалдар тулыһынса тотмаған 19 (Буранғол, Хәмит, Ҡырҙас ауылы биләмәләре, Тирмән, Ҡолоҡас, Ярлыҡап, Тал Ҡусҡары, Иҙәш Ҡусҡары, Исҡужа, Хөсәйен, Ҡалмаҡ, Уральский) һәм урыны менән тотмаған 7 (Әбделғәзе, Әлмөхәмәт, Ҡушый, Нияҙғол, Булат, Кусем) ауыл бар. Был ауылдарҙа дәүләт ярҙамына тап килеүселәрҙе аныҡлау, исемлектәрен төҙөү эше тора.

Вил Илһамов.
Читайте нас: