+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Февраль 2019, 11:25

Геройҙың юбилейы айҡанлы

Данлыҡлы яҡташыбыҙ, Советтар Союзы Геройы, генерал-майор Таһир Кусимовтың тыуыуына 14 февралдә 110 йыл тула.

Данлыҡлы яҡташыбыҙ, Советтар Союзы Геройы, генерал-майор Таһир Кусимовтың тыуыуына 14 февралдә 110 йыл тула. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ябай ғына яугир түгел, ә башҡорт атлыларын яуға әйҙәгән, уларҙы атай кеүек ҡурсалаған батыр йөрәкле һуғышсы, ныҡ оҫта һыбайлы, әбйәлилдәр өсөн ҙур хәрефтән Герой ул. Күсем ауылында тыуған баһадир Совет Армияһы сафында 46 йыл хеҙмәт итә. 112-се Башҡорт атлы дивизияһы составында данлыҡлы яу юлы үтеп, Берлинғаса барып етә. Һуғыш тамамланғас та тыуған яғына ҡайтмай, хәрби академияны тамамлап, дивизия штабы начальнигы, армия корпусы командиры булып хеҙмәт юлын дауам итә.

Геройҙың юбилейы айҡанлы районда һәм республикала күләмле саралар үткәрелә. Иртәгә, 13 февралдә, Өфөлә, Актерҙар йортонда хәтер кисәһе, уның Күсем ауылындағы музейынан килтерелгән экспонаттар күргәҙмәһе, ижади коллективтар, шул иҫәптән Әбйәлилдән, концерты уҙғарыла. Кисә 18 сәғәттә башлана.

Шәмбе Геройҙың тыуған ауылы Күсемдә саңғы ярыштары гөрләне, унда 100-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. «Саңғы юлы – 2019» Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә үткән ярышҡа Ташбулат, Күсем руднигы, Әбделмәмбәт, Рауил, Асҡар, Ҡужан ауылдарынан, хатта Сибай ҡалаһынан саңғысылар килде.

Т. Кусимов исемендәге гимназияла музей асыла һәм «Кусимов уҡыуҙары» фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙа. 112-се Башҡорт атлы дивизияһы составында фашистарға ҡаршы һуғышҡан Таһир Тайып улының яу юлы тураһында фәнни эштәр менән уҡыусылар сығыш яһаясаҡ.


Читайте нас: