+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Февраль 2019, 18:55

Урмансыларға — яңы техника

Әбйәлил урман хужалығының техника паркы өс берәмеккә тулыланды.

Әбйәлил урман хужалығының техника паркы өс берәмеккә тулыланды.
Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән республиканың урман хужалығы автопаркын яңыртыуға, шул иҫәптән ағас сығарыу һәм урманды янғындарҙан һаҡлау техникаһы һәм ҡорамалдар һатып алыуға 275 миллион күләмендә аҡса бүленгән. Ағымдағы йылда федераль бюджеттан субвенция бүленеүе көтөлә, уның 80 миллион һумы урман хужалығы техникаһы, 50 миллионы урманды янғындан һаҡлау һәм патруллек итеү техникаһы һатып алыуға йүнәлтеләсәк.
– Әйәлил урман хужалығына ике КамАЗ һәм бер трактор бирҙеләр, – тип һөйләй предприятие директоры З. Т. Абдуллин. КамАЗ-дар – сортиментовоздар, йәғни улар ағас, ағас материалдары ташыу, тейәү, бушатыу өсөн тәғәйенләнгән. Улар гидроманипуляторҙар менән йыһазландырылған. Был ҙур йөк машиналарының берәүһенең тағылмаһы ла бар, икенсеһе һәр ерҙән үтә ала.
МТЗ-82 тракторының тейәгесе, шулай уҡ урман ситтәрен янғынға ҡаршы һөрөү өсөн махсус һабаны менән бульдозер ҡоролмаһы ла бар. Беларусь тракторына өҫтәмә рәүештә янғынға ҡаршы ҡоролма — янғын һүндереү өсөн 1,5 тонна һыу һыйҙырышлы һауыт та ҡушып бирелгән. Тимәк, урмандарҙы янғындарҙан һаҡлау эше лә һөҙөмтәлерәк буласаҡ.
Яңы техника тәжрибәле водителдәр Мансаф Ғәлиастанов менән Нәғимйән Вәлиевҡа беркетелгән. Ә «Беларусь»ты оҙаҡ йылдар урман хужалығында эшләгән Маҙһар Ғәлин йөрөтәсәк.
Читайте нас: