Совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылыуына 30 йыл тулыу уңайынан Асҡарҙа тантаналы митинг уҙҙы. Афған яугриҙәре иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлгә сәскә һалыу сараһында район Советы рәйесе Ишморат Әминев, район хәрби комиссары Рөстәм Ғәҙелшин сығыш яһап, ҡурҡыныс яуҙы үткән һәм тыуған еренә имен әйләнеп ҡайтҡан уҙамандарға рәхмәт белдереп, оҙон ғүмер, һаулыҡ теләне.
Артабан Йәштәр йортонда яугир-интернационалистар хөрмәтенә матур концерт ҡуйылды. Афғансыларҙы район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов тәбрикләп, рәхмәт хаттары тапшырҙы. Афған ветерандары ойошмаһы етәксеһе Илгиз Хәйризаманов яуҙаштарын артабан берҙәм булырға, бөтә мәсьәләләрҙе кәңәшләшеп хәл итергә саҡырҙы.