+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Февраль 2019, 19:12

Онкологтар ҡор йыйҙы

Әбйәлил ерендә республиканың төрлө ҡала-райондары, күрше Силәбе өлкәһе онкологтарының фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте.

Әбйәлил ерендә республиканың төрлө ҡала-райондары, күрше Силәбе өлкәһе онкологтарының фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте.
Кесаҙнала конференцияға килгән табиптарҙы район хакимиәте, үҙәк дауахана етәкселеге башҡорт халҡына хас ҡунаҡсыллыҡ менән милли кейемдәге һыбайлылар, буҙа, сәк-сәк менән ҡаршы алды.
Табиптарҙы «Ирәндек» балалар лагерында төшкө аш менән һыйлағас, улар данлыҡлы яҡташыбыҙ, профессор, саралар ҡатнашҡандарҙың күбеһенең остазы булған Ишмырҙа Һиҙиәтовтың ҡәберенә сәскәләр һалды.
Артабан И. Һиҙиәтов исемендәге хосписта булдылар, ҡаты сирлеләрҙе ҡарап, дауалау курсын билдәләнеләр. Бер төркөм врачтар район дауаханаһында ауырыуҙарҙы ҡабул итте.
Шулай уҡ ҡунаҡтар Әбйәлилдең данлыҡлы «бөҙрә» ҡарағастар янына ла сәйәхәт ҡылды.
Икенсе көндө «Яҡтыгүл» шифаханаһы базаһында онкологтар тәжрибә менән уртаҡлашты, үҙ тармаҡтарындағы проблемаларҙы уртаға һалып тикшерҙе, яңылыҡтар хаҡында фекер алышты.
Читайте нас: