+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Февраль 2019, 14:02

Үҙ йортоғоҙ кеүек ҡарағыҙ

Көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итеү маҡсатында «Управдом» форумы уҙғарылды.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағы эшен сифатлы итеү, күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәрҙең көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итеү маҡсатында «Управдом» форумы уҙғарылды. Сараны район башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Фуат Махийәнов алып барҙы. Форум эшендә район башлығы Илдар Нафиҡов та ҡатнашты.

Фуат Рәфҡәт улы әйтеүенсә, районда 94 күп фатирлы йорт бар, шуларҙың 87-һе капиталь ремонт программаһына индерелгән. Бөтәһе биш идара итеүсе компания бар, улар түбәндәге эш төрҙәрен башҡара:

- миҙгелле эштәр: ҡышҡыһын тротуарҙарҙы, ҡыйыҡты ҡар һәм боҙҙан таҙартыу, йәйгеһен юлдарҙы һепереү, үләнде ҡырҡыу, ҡоро мәлдәрҙә асфальтты дымландырыу һ.б.;

- коммуникацияларҙы хеҙмәтләндереү (йылылыҡ миҙгеленә әҙерлек, һалҡын һәм йылы һыу менән тәьмин итеү);

- йорт биләмәһендә коммуналь авариялар эҙемтәһен бөтөрөү;

- подъезд ҡыйыҡтарын, баҫҡыстарҙы төҙөк тотоу;

- кәрәк икән, подъезд тәҙрәләрен алмаштырыу;

- люктарҙы нығытыу.

Күп фатирлы йорттарҙың торошо маҡтанырлыҡ булмағанға күрә, төбәк операторы иҫәбенә эшләүсе программалар ҡабул ителгән.

Башҡортостанда ағымдағы йылда 4 мең подъезд һәм 487 ихата ремонтланасаҡ. Әбйәлилдә ҡайһы подъездар программаға эләгеүен ошо көндәрҙә комиссия хәл итә.

Тәү сиратта тикшереү органдары тарафынан етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүгә күрһәтмәләр бирелгән, күп фатирлы йорттарҙа дөйөм милекте капиталь ремонтлау республика программаһына ингән подъездар төҙөкләндерелә.

Ике ҡатлы йорттоң бер подъезын ремонтлау яҡынса 129500 һум буласаҡ. Республика ҡаҙнаһынан был маҡсатҡа йүнәлтелгән аҡсаға район бюджетынан 10 процент өҫтәү күҙаллана.

Тәү сиратта ремонтланасаҡ подъездарҙы билдәләү өсөн «юл картаһы» эшләнгән. Уға ярашлы, күп фатирлы йорттарҙа йыйылыш үткәрелә, подъездар исемлеге раҫлана һәм төбәк операторы менән килешеү төҙөлә. Эштәрҙе май айында башлап, августа тамамлау планлаштырыла.

Күп фатирлы торлаҡта йәшәүселәрҙе объектҡа үҙ йортона ҡараған кеүек мөнәсәбәттә булырға, дөйөм эштә ҡатнашырға, һаҡсыл ҡарарға өйрәтеү — был программаның асылы.

Форумда ҡатнашыусылар үҙҙәрен борсоған һорауҙарын да бирҙе. Асҡарҙағы Гагарин урамында йәшәүсе ҡатын, мәҫәлән, етемдәргә тәғәйен социаль торлаҡ алған күршеһенә зарлана. «Унда көн һайын билдәһеҙ әҙәмдәр йыйылып эсә, тәмәке тарта, балаларҙы ҡотон алып, һүгенеп, һуғышып, асоциаль тормош алып бара, — тине ул. — Сит кешеләр инмәһен өсөн подъезға домофонлы ишек ҡуйырға ине».

Таңатар урамындағы ятаҡта йәшәүселәр подъезлы асарбаҡтар төйәк итеүен бәйән итте. Киров урамындағы йорттоң подвалын да ремонт программаһына индереп булмаҫмы тип ҡыҙыҡһындылар. Матросов урамында күп ҡатлы йорт өсөн котлован әҙерләп, аҙаҡ төҙөлөш башҡарыусы «Строймеханизация» ойошмаһы эште туҡтатыуы арҡаһында был тәрән соҡор хәүеф сығанағы, айырыуса балалар өсөн, булыуы күптән билдәле. Был һорау ҙа күтәрелде форумда. Эттәр төйәк иткән соҡорҙо хәҙер кварталда йәшәүселәр сүп-сар менән тултыра башлаған икән. «Банкротлыҡ хәленә еткән ойошма менән һөйләшеүҙәр алып барыла, — тине Асҡар ауыл биләмәһе башлығы Дамир Харрасов. — Тик котлованды күмеү, тормошҡа ашмаған төҙөлөш урынын төҙөкләндереү өсөн эште суд аша хәл итергә кәрәк».

Яҡтыкүл ауылындағы айырым ҡаҙанлыҡҡа күскән йорттоң газ сығыу юлы — мөрйәһе емерелеп төшөүенә борсолдолар. Эште тейешенсә башҡармаған подрядсы ойошмаға күрһәтмә ебәрелгән, гарантияға ярашлы, ул ремонт эшләйәсәк. Шулай уҡ курорт төбәге вәкиле үҙ көстәре менән балаларға уйын майҙансығы төҙөүҙәре, әммә уны кәртәләргә аҡса етмәүе сәбәпле, төнөн биләмәне теләһә кемдәр төйәк итеп, ҡоролмаларға зыян килтереүе хаҡында һөйләп, эште тамамлап ҡуйыуҙа ярҙам һораны. Төҙөлөп бөтмәгән 5 ҡатлы йорт та ҙур хәүеф тыуҙыра. «Йортто икенсе ойошмаға күсереү процесы бара. Дәүләт төҙөлөш комитеты хәлде күҙәтеү аҫтына алған. Тик яңы ойошма йортто төҙөп бөтәме, әллә һатасаҡмы — уныһын аныҡ әйтеп булмай», — тине Ф. Махийәнов.

Йәнгел ауылы вәкиле күп фатирлы йорттарҙа коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү хаҡы бигерәк ҙур, айырыуса пенсионерҙар өсөн күтәргеһеҙ булыуын әйтте. Ҡыйбат хаҡ түләүҙәренә ҡарамаҫтан, йылы һыу ҙа юҡ, бәҙрәф тә тышта.

Берәҙәк эттәр мәсьәләһе ауыл һайын. Улар шул хәтлем күбәйҙе, халыҡҡа көнөн дә, төнөн дә тынғы юҡ, өйөрө менән абалап өрәләр, сүп-сар туҙҙыралар, төрлө сир таратыуҙары ла ихтимал. Әммә януарҙарҙы яҡлаусы яңы ҡануниәт биләмә хакимиәттәренең «ҡулын бығаулай». Улар законды боҙоп, эттәрҙе юҡ итеү менән шөғөлләнә алмай. Был эште лицензияһы булған һәм аукцион аша үткән эшҡыуар ғына башҡара ала.

Форум аҙағында Ф. Махийәнов тағы ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын яңыса ташыу системаһына күсеү мәсьәләһенә туҡталып, аңлатма бирҙе.

Р. МӘСӘЛИМОВА.

Читайте нас: