+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Февраль 2019, 11:38

Һәр һорау мөһим

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса комиссияның сираттағы ултырышы үтте.

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса комиссияның сираттағы ултырышы үтте.

ЮХХДИ-ҙың дәүләт инспекторы Рөстәм Әхмәтов район юлдарындағы хәл-ваҡиғалар тураһында һөйләп: «Быйыл районда 5 авария теркәлде, уларҙа 12 кеше, шул иҫәптән 2 бала йәрәхәтләнде», — тине. Красная Башкирия ауылы эргәһендәге юл сатында йөк машинаһы менән еңел автомобиль бәрелешеүе һөҙөмтәһендә йәрәхәт алған водитель аңына килмәйенсә, дауаханала йән биргән. Тик был урынға светофор ҡуйыуҙы Юл хужалығы министрлығы һаман кәрәк тип тапмай, камера ҡуйыу ғына планға алынған.

Трассала йөрөгән мал буйынса, ғәҙәттәгесә, бәхәстәр күп булды. ЮХХДИ начальнигы вазифаһын башҡарыусы Даян Мөхәмәтдинов комиссияла ошо һорау ураған һайын күтәрелһә лә, хәл үҙгәрешһеҙ ҡалыуына, яуаплы кешеләрҙең дә, автоһәүәҫкәрҙәрҙең дә бәхетле осраҡҡа ышаныуына әсенде. Әле ҡыш булғанға юлда мал әҙ, шулай ҙа йылҡы өйөрҙәре күренә, үткән аҙнала Озерное — Күсем руднигы юлында ҡолон менән машина бәрелешкән. Айғырбатҡан ауылы эргәһендә трассала торған өйөр алдында ҡапыл тормозға баҫҡан машинаға тағы бер автомобиль килеп бәрелгән.

Кәңәшмәне алып барыусы район башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Фуат Махийәнов йылҡы һәм башҡа малдар ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғалары иң йыш теркәлгән ауыл биләмәһе башлыҡтарынан яуап алды, хәлде иҫкәртеү маҡсатында ниндәй эштәр алып барылыуын һорашты.

Ветеринар станция начальнигы Рәсих Ҡарабандин малдарҙы теркәү буйынса ҙур эштәр алып барылыуы, биркалау 100 процентҡа үтәлеүе тураһында белдерҙе. Ә чип ҡуйыу ғинуарҙа башланған. Рәсих Рәжәп улы ниндәй ауыл биләмәләрендә йылҡы малына чип ҡуйыу нисек ойошторолоуы тураһында ла әйтте. Эш Байым, Ташбулат, Дәүләт, Амангилде, Таштимер, Йәнгел ауыл биләмәлә-рендә яҡшы бара, тик ветеринарҙар аҙ булыуы сәбәпле, тотҡарлыҡтар етерлек. Асҡар ауыл биләмәһендә, мәҫәлән, бер мең баштан ашыу йылҡы иҫәпләнә, уларҙы иҫәпкә март айы аҙағына хәтлем ҡуйып бөтөү мотлаҡ.

Комиссияла шулай уҡ малдар юл аша сыҡҡан урындарға юл билдәләре ҡуйыу, боҙлауыҡ, ҡар мәлендә трассаларҙы ҡыҫҡа ваҡытта таҙартыу кәрәклеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды.

Ф. Р. Махийәнов Атауҙы эргәһендә мәктәп автобусы юлдан төшөп китә яҙыуы тураһында мәғлүмәт еткереп, мәғариф бүлеге вәкиленән сәбәптәрҙе аныҡлауын талап итте. «Һауа торошо насар, боҙлауыҡ йәки буран булһа мәктәп етәкселеге автобустарҙы юлға сығарыу-сығармауҙы үҙе хәл итһен. Шулай уҡ водитель һауа шарттарына ҡарап, хәүефһеҙ тиҙлек һәм маневр һайларға тейеш», — тине ул.

Резеда ХӘСӘНОВА.

Читайте нас: