+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Февраль 2019, 16:08

Хөрмәтле Әбйәлил районы халҡы! Ҡәҙерле ватандаштар!

Һеҙҙе дәүләт байрамы - Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайым!

Һеҙҙе дәүләт байрамы - Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайым! 23 февраль - илдең үткәнендә һәм хәҙерге тормошонда Армияның әһәмиәтлеген һәм оло ролен асыҡ сағылдырған дөйөм халыҡ байрамы. Рәсәй Ҡораллы көстәренең күп быуатлыҡ тарихы бар һәм ошо тарихтың хәрби ғәскәрҙәр менән батырҙар исемлегендә халҡыбыҙҙың мәшһүр улдары ла ҡаһарманлыҡтары менән үҙ урынын алған. Башҡортостаныбыҙ Ватан һағына меңдәрсә тоғро улдарын тәрбиәләп хәрби хеҙмәткә оҙатҡан.
Бөгөн илебеҙҙә Ватанды һаҡлаусылар көнөнең асылына киңерәк мәғәнә һалына. Ҡораллы көрәштең яңы төрҙәре барлыҡҡа килеүе, армияны яңыса ҡоралландырыу һәм әҙерлек ойоштороу төрлө үҙгәрештәр кисерә. Илебеҙҙә хәрби хеҙмәттең абруйын арттырыу, ветерандарыбыҙға хөрмәт күрһәтеү, йәш быуынды хәрби хеҙмәткә әҙерләү, хәрби-патриотик эштең төрлө йүнәлештәрен ҡулланыу дәүләт һәм йәмәғәт ойошмаларының даими бурысы.
Ихлас күңелдән Ҡораллы көстәр яугирҙарын, хөрмәтле ветерандарҙы, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙы һәм илебеҙ тыныслығына үҙ өлөшөн индереүселәрҙе Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайым, рух ныҡлығы, иҫәнлек-һаулыҡ һәм именлек теләйем! Ғаиләләрегеҙҙә берҙәмлек, хеҙмәтегеҙҙә бәрәкәт, изге ниәттәрегеҙҙә уңыштыр юлдаш булһын!
БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Республикаһының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Ҡолһарина.
Читайте нас: