3 июндән Башҡортостанда, шул иҫәптән Әбйәлилдә лә аналог тапшырыуҙар тулыһынса туҡтатыла. Ошо айҡанлы БР Хөкүмәте ҡарары менән граждандарҙың айырым категорияларына дәүләт ярҙамы күрһәтелә, йәғни халыҡтың һанлы телевидение приёмниктарын һатып алыуға сығымдары ҡаплана һәм һанлы телесигнал булмаған урындарҙа спутник антенналары ҡуйыла.
Әбйәлилдә һанлы телеканалдар тулыһынса тотмаған Тирмән, Ҡолоҡас, Ярлыҡап, Буранғол, Исхаҡ, Ишкилде, Мәйгәште, Һәйетҡол, Салауат-совхоз утары, Хәмит, Шәрип, Ҡырҙас, Әхмәт, Тал Ҡусҡары, Иҙәш Ҡусҡары, Исҡужа, Хөсәйен, Ҡалмаҡ, Уральский ауылдарының аҙ тәьмин ителгән балалы ғаиләләренә һәм федераль социаль өҫтәмә алған пенсионерҙарына (пенсияһы 8645 һумдан артмаған), ғаризаларына ярашлы, бушлай 20 каналды тотҡан спутник тәрилкәһе ҡуйыласаҡ.
Бындай ярҙамды алыр өсөн уларға тейешле документтар менән ауыл хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Паспорт һәм уның ауыл Советында раҫланған күсермәһе (1-се бит һәм прописка); СНИЛС; ауыл биләмәһенән ғаилә хәле тураһында белешмә һәм ошоларға ҡушып балалы ғаиләләр балаларға ай һайын пособие алыуы тураһында МФЦ-нан белешмә, ә пенсионерҙар федераль социаль өҫтәмә алыуы хаҡында пенсия фондынан белешмә килтерергә тейеш.
Шулай уҡ цифрлы телевидение тотҡан ауылдарҙа йәшәгән һәм ошо ике категорияға ингән граждандарҙың хаҡы 1000 һумға тиклем телевизор приставкалары һатып алған өсөн компенсация алыу мөмкинлеге бар. Бындай ярҙамды алыр өсөн паспорт, СНИЛС, 2019 йылдың 1 ғинуарынан һуң приставка һатып алыуҙы раҫлаған документ (касса йәки тауар чегы һ.б), приставканың техник паспорты, ғариза яҙыусының банк иҫәбе реквизиттары һәм балалы ғаиләләр ай һайын пособие алыуы тураһында күп функциялы үҙәктән, пенсионерҙар федераль социаль өҫтәмә алыуы хаҡында пенсия фондынан белешмәгә ҡушып, МФЦ-ға (Асҡар, Тыныслыҡ урамы, 1) тапшырырға кәрәк.
Бындай дәүләт ярҙамдары бер өйгә бер тапҡыр ғына бирелә һәм уны алыу өсөн ошо йылдың 25 декабренән ҡалмай мөрәжәғәт итеү мотлаҡ.