+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Февраль 2019, 12:34

Яман шеш ауырыуҙарын профилактикалау — көнүҙәк

Әбйәлил ерендә Башҡортостан Республикаһы онкологтар йәмғиәтенең күсмә фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте.

Әбйәлил ерендә Башҡортостан Республикаһы онкологтар йәмғиәтенең күсмә фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте.

Бөгөн республика ғына түгел, тотош ил йәмәғәтселеген борсоған яман шеш ауырыуын ауыҙлыҡлау мәсьәләһен бергәләп хәл итергә, кәңәшләшергә йыйылған аҡ халатлыларҙы район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Р. Б. Фәттәхов, Асҡар үҙәк дауаханаһының баш табибы И. Р. Килдейәров, уның урынбаҫары Р. Р. Манапов, үҙәк дауахананың табип-онкологы Р. Т. Мәһәҙиев башҡорт халҡына хас ҡунаҡсыллыҡ менән, милли кейемдәге һыбайлылар оҙатыуында, буҙа, сәк-сәк менән ҡаршы алды.

Республиканың онкологик клиника дауаханаһынан килгән онкомаммолог, онкогинеколог, онкопроктолог, онко-уролог, хирург-онкологтар, баш һәм муйын шештәре буйынса табип, бөтәһе туғыҙ белгес Асҡар дауаханаһында сирлеләрҙе ҡабул итте.

Онкодиспансерҙың табип-онкологы, медицина фәндәре кандидаты С. О. Потапов райондың медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн амбулатория-поликлиника шарттарында онкопатологияны беренсел диагностикалау, был сирҙе дауалау темаһына лекция уҡыны.

Асҡар үҙәк дауаханаһынан белдереүҙәренсә, был көндө республиканың тәжрибәле онкологтары бөтәһе 151 кешегә ярҙам күрһәткән. Был хаҡта интернет киңлектәрендә лә мәғлүмәт баҫылғас, табиптарға күренергә Бөрйән, Белорет, Баймаҡ, Ейәнсура, Сибай район-ҡалаларынан, хатта Силәбе өлкәһенән дә килеүселәр булған.

— Өфө онкологтары ошоға тиклем яман шеш менән сирлә-гәндәрҙең кемеһенәлер өҫтәмә дауалау тәғәйенләне, икенсеһенә республика клиник дауаханаһына йүнәлтмә бирҙе, кемдәргәлер сәләмәт булыуын хәбәр итте. Шулай уҡ табиптарҙың ике кешелә онкосирҙе бик иртә стадияла асыҡлауы яҡшы күрһәткес, йәғни табиптар уларҙың ғүмерен һаҡлап алып ҡалды тигән һүҙ, — ти Р. Т. Мәһәҙиев.

Онкологтар данлыҡлы яҡташыбыҙ, профессор, был сарала ҡатнашҡандарҙың күбеһенең остазы булған Ишмырҙа Һиҙиәтовтың ҡәберенә сәскәләр һалды.

— Ишмырҙа Хәйрнур улы үҙен уйламаны, халыҡ өсөн йәшәне. Ул илебеҙҙә яман шешкә тәүгеләрҙән булып операция яһаған хирург-проктолог һәм бар ғүмерен ошо яман сир менән көрәшкә арнаны. Республикала паллиатив ярҙам хәрәкәтенә нигеҙ һалған Ишмырҙа Хәйрнур улы ҙур ҡыйынлыҡтар менән төҙөгән хоспистың паллиатив ярҙам бүлексәһе түгел, ә хоспис булараҡ статусын һаҡлап ҡалырға кәрәк, — тине республика клиник онкодиспансерҙың паллиатив бүлексәһе мөдире Л. Н. Кудряшева.

— Медуниверситетта уҡытҡанда үҙ фәне буйынса ғына белем биреп ҡалманы хөрмәтле уҡытыусыбыҙ, буласаҡ табиптар өсөн мөһим һыҙаттарҙы ла тәрбиәләне — ололарҙы ихтирам итергә, кеселәргә кеселекле булырға, түҙемле булырға өйрәтте ул. Уның хаҡында хәтер мәңгелек булырға тейеш, — ошондай фекер әйтте клиниканың баш табибы Р. З. Солтанов.

Салауат ауылында Ишмырҙа ағай Һиҙиәтов инициативаһы менән һалынған хосписты төҙөүгә район предприятиелары, хужалыҡтары ла шаҡтай өлөш индерҙе. Шул йылдарҙа райондың иң эре предприятиеларынан һаналған «Сельхозтехника» һәм ДРСУ-ның шул саҡтағы етәкселәре В. П. Павлюкович менән М. З. Рәжәповтың митингыла ҡатнашыуы ла тиктән түгел.

— Ишмырҙа ағай был бинаны үҙенең ныҡыш, тырыш, абруйлы булыуы менән, бер тин аҡсаһыҙ төҙөнө тиергә була. Хоспис бинаһы-ның проектын үҙе ҡулдан эшләгән һыҙма буйынса төҙөттө. Иренмәне, көн һайын район предприятие-ойошмалары тупһаһын тапаны. Һәм беҙ, барыбыҙ ҙа, хәлебеҙҙән килгәнсе ярҙам иттек. Ауыр сирлеләр өсөн бындай объекттың мөһим һәм кәрәк булыуын ваҡыт иҫбат итте. Бөгөн хоспис ауыр сирлеләрҙе ҡабул итеп, күптәрҙең хәлен еңеләйтә. Тик ике тиҫтә йыл элек төҙөлгән бина ремонт талап итә, айырым юридик статусҡа эйә булмағанлыҡтан, ул меценаттарҙың ярҙамына дәғүә итә алмай. Минеңсә, профессорыбыҙҙың изге эше чиновниктарҙың битарафлығынан юҡҡа сығырға тейеш түгел, — тине Владимир Петрович.

— Бөгөн онкосирлеләр һаны артҡандан-арта барған мәлдә бындай учреждениеға ихтыяж көслө. Өмөтһөҙ ауырыуҙарҙы дауаханаларҙа тотмайҙар, ә бында психологик һәм рухи ярҙам күрһәтеп, дауалауҙы дауам итәләр, һәр кемгә тәрбиә лә яҡшы. Хоспис хатта күрше-тирә райондар халҡын да ҡабул итә. Итәғәтле, кешелекле, кеселекле ағайыбыҙ ярҙам һораһа, баш тартыу мөмкин түгел ине. Ҡайҙа төҙөлөш материалдары, ҡайҙа транспорт, ҡайҙа эшсе ҡулдар менән мөмкин тиклем ярҙам итергә тырыштыҡ, – тине Мирхәт Зиннәт улы.

— Үҙ еренең патриоты, бөйөк кеше, ғалим, онкопроктология хеҙмәтенә нигеҙ һалған Ишмырҙа Хәйрнур улын оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Уның кеүектәр оло хөрмәткә лайыҡ, — тине БДМУ профессоры О. Н. Липатов. — Шуны ла әйтергә кәрәктер, ағайыбыҙ бына тигән ғалимдар үҫтерҙе — өс балаһы ла медицина юлын һайланы.

И. Х. Һиҙиәтовтың балалары — БДМУ-ла кафедра мөдирҙәре вазифаһын үтәгән, фән докторҙары, профессорҙар Илдар Ишмырҙа улы һәм Гөлнара Ишмырҙа ҡыҙы атаһы тураһында яҡты иҫтәлектәре менән уртаҡлашты, уны онотмағандары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Салауат ауылы мәсете имамы Рафиҡ ағай мәрхүмдең рухына аят бағышлағандан һуң, Өфө вәкилдәре И. Һиҙиәтов исемен йөрөткән хосписҡа юл алды.

Бында улар иң элек хөрмәтле Ишмырҙа Хәйрнур улы иҫтәлегенә хоспис бинаһына ҡуйылған таҡтаташҡа сәскәләр һалды һәм паллиатив ярҙам бүлексәһе врачы Р. С. Иҫәнбулатова оҙатыуында учреждение, уның эшмәкәрлеге менән яҡындан таныштылар. Табиптар дауаланыу үткән пациенттар менән аралашты, айырыуса ҡаты сирләгәндәрен ҡарап, дауалау курсын билдәләүгә ваҡыт бүлде.

Хосписта данлыҡлы яҡташыбыҙ Ишмырҙа ағай хөрмәтенә бәләкәй генә булһа ла музей эшләп килеүе маҡтаулы. Бындағы экспонаттар менән Ренат Таңатар улы таныштырҙы. Ишмырҙа ағай эшләгән объекттың проект һыҙмаһын ҡулдан ҡулға йөрөтөп ҡаранылар.

Салауат яҡтарында булған һәр кем Әбйәлилдең данлыҡлы өлтөк ҡарағастарын күрмәй китә буламы һуң? Матур тәбиғәт ҡосағында ҡунаҡтарҙы Салауат, Ҡужан ауылының ҡатын-ҡыҙҙары милли ризыҡтар менән һыйлап, йырлап-бейеп ҡунаҡ итеп тә өлгөрҙө.

Икенсе көндө «Яҡты-Күл» шифаханаһы базаһында онкологтар фәнни-ғәмәли конференция эшендә ҡатнашты.

Конференция эшендә республика район-ҡалалары онкологтары, ошо йүнәлештә клиник ординатура үткән йәш табиптар, шулай уҡ күрше Силәбе өлкәһенең дауалау учреждениелары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Йыйылыусылар алдында Башҡортостан онкологтары йәмғиәте президенты Олег Николаевич тотош онкологик хеҙмәт алдында торған мәсьәләләрҙе яҡтыртты, яҡын киләсәккә билдәләнгән пландар менән уртаҡлашты.

Район хакимиәте башлығы И. Т. Нафиҡов ҡунаҡтарҙы Әбйәлилдең социаль-иҡтисади хәле менән таныштырҙы, районда һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә башҡарылған эштәрҙе, индерелгән яңылыҡтарҙы барланы.

Республика онкодиспансерының баш табибы Р. З. Солтанов үҙенең сығышында онкологик ауырыуҙарға дусар булғандарға республикала ниндәй ярҙам күрһәтелеүе хаҡында бәйән итһә, диспансерҙың паллиатив бүлеге мөдире Л. Н. Кудряшева Башҡортостанда күрһәтелеүсе паллиатив ярҙам хаҡында һөйләне.

Медицина фәндәре кандидаты врач-эндоскопист Т. В. Бочкова үҙенең докладында скрининг проблемаһы, уны хәл итеү юлдарына туҡталды.

Онколог К. В. Меньшиковтың сығышы аналыҡ яман шешен диагностикалауҙың һәм дауалауҙың хәҙерге заман ысулдары, яңы технологиялары менән таныштырҙы, өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙән миҫалдар килтерҙе.

Онкомаммолог З. Н. Гәрәева бөгөн киң таралған һөт биҙе яман шешен асыҡлау проблемаларын яҡтыртты.

Медицина фәндәре докторы, онколог-акушер-гинеколог Г. Ю. Батталова яман шештәрҙе нурҙар менән дауалау терапияһының яңы технологиялары хаҡында һөйләне.

Сығыштарҙан һуң медиктар күтәрелгән мәсьәләләр буйынса ҡыҙыу фекер алышты, эшлекле тәҡдимдәр индерҙе.

Фәнни-ғәмәли конференцияның онлайн трансляцияла алып барылыуы һөҙөмтәһендә онкологтарҙың сығышын 25 төбәк медиктарына тыңларға мөмкинлек бирелеүе отошло.

— Республика онкологтары йәмғиәте Башҡортостан, Силәбе өлкәһе табиптары менән берлектә яман шеш ауырыуҙарын профилактикалау, был сирҙе иртә стадияла асыҡлау, һөҙөмтәле дауалау хаҡында һөйләшеүе бик урынлы булды, сөнки халыҡтың күпләп яман шеш менән ауырыуы — Рәсәй Федерацияһында мөһим медико-социаль проблема һәм ул маҡсатҡа йүнәлешле ҡарарҙар ҡабул итеүҙе талап итә. Был тәңгәлдә яҡшы үҙгәрештәр көтөлөүе ҡыуаныслы. Мәҫәлән, яҡындағы алты йылда онкология менән көрәшкә федераль бюджеттан бер триллион һум аҡса бүленәсәк. Был аҡса сирҙе ваҡытында һәм һөҙөмтәле дауалауға, алдынғы технологияларҙы индереүгә тейешле саралар ҡабул итеүгә йүнәлтеләсәк. Билдәле булыуынса, был хаҡта Рәсәй Президенты Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә аныҡ белдерҙе. Владимир Путиндың «паллиатив ярҙамды ойоштороу — медицина ғына түгел, социаль, йәмәғәт әһәмиәтенә эйә» тип әйтеүе киләсәктә хосписҡа ярҙам булырына ишара, — ти Ренат Мәһәҙиев.

Был яңылыҡтарҙың тотош онкологик ярҙам системаһында хәлде тамырынан үҙгәртеренә ышаныс ҙур.

Рәмилә ИСТАНБАЕВА.

Читайте нас: