Район башҡорттары ҡоролтайы hам район ҡатын-ҡыҙҙар советы инициативаhы менән ойошторолоп, инде күп ауылдарға дөрөҫ йәшәү йүнәлеше күрһәткән «Сәләмәт ауыл» конкурсында беҙҙең Амангилде ауыл биләмәhе дүртенсе йыл рәттән ҡатнаша. Оло яуаплылыҡ һалған hәм етди hынау шарттарын үтәүҙе талап иткән был бәйгелә ҡатнашырға быйыл үтәгәндәр йөрьәт итте.
2008 йылда республикабыҙҙа тәүгеләрҙән булып матур ауыл исемен алған ауыл булараҡ билдәле Үтәгән. Матур ауыл, әлбиттә, сәләмәт тә булырға тейеш тигән девиз аҫтында, үтәгәндәр, тәү нәүбәттә сәләмәт тормошто hәм айыҡлыҡты пропагандалаусы сираттағы бәйгегә ҡушылған көндән эшкә ихлас hәм дәррәү тотондо. Ауыл халҡы ҡор йыйып, конкурс өсөн яуаплы комиссия составын hайлап, алдағы өс айға план ҡабул итте. Комиссияға дин әһелдәре, староста, ҡатын-ҡыҙҙар, ветерандар советы ағзалары, ауыл Советы депуттары йәлеп ителде. Ауылдың «Сәләмәт ауыл–2019» тигән күсмә вымпелы булдырылды. Ул ауыл эсендә ойоштороласаҡ сара-ярыштарҙа эстафета формаһында урамдан урамға тапшырылып барасаҡ.
Үтәгән ауылының исеме лә есеменә тап килеп тора. Халҡы элек-электән алдына алған изге башланғысты — эште үтәмәй ҡалмаған, hәр ваҡыт маҡсатҡа ирешергә тырышыуҙары менән айырыла улар.
Ауыл ҙур булмаhа ла, бында кескәйҙәр өсөн баҡса, башланғыс мәктәп, халыҡҡа медицина ярҙамы күрhәтеү йәhәтенән фельдшер пункты эшләй. Хатта балалар майҙансығы ла төҙөп ҡуйғандар. Ауыл клубында эшләгән «Суҡ муйыл» фольклор ансамбле үҙешмәкәр әртистәре менән ҙур уңыштарға өлгәшеп килә. Ошо клубта кескәй генә китапхана ла бар.
Үтәгәндә олоhо ла, кесеhe лә спорт ярата. Инде байтаҡ йылдар ауылдың йәштәрҙән торған волейбол командаhы бар. Улар әленән-әле төрлө ярыштарҙа ҡатнашып тора. Быйыл да Яңы йыл каникулдарында Амангилделә урамдар араhында уҙған волейбол турнирында ҡатнаштылар. Байтаҡ йылдар скандинавса йөрөү менән әүҙем шөғөлләнгән үтәгәндәр, күмәкләп йәйәү йөрөүҙе тағы ла йәнләндереп ебәрҙеләр. Улар араhында хатта оло йәштәгеләрҙең дә булыуы, үҙҙәре миҫалында йәштәргә сәләмәт йәшәү рәүеше өлгөһөн күрһәтеүҙәре бигерәк тә маҡтауға лайыҡ.
Ауыл халҡын мәҙәни сараларға, йәмәғәт тормошона йәлеп итеү йәhәтенән, конкурс сиктәрендә, үтәгәндәр урамдар араhында ярышып концерт ҡуйыуҙы планға индерҙе. Йәрәбә буйынса беренсе булып сығыш яһаусы Ленин урамы халҡы «Беҙ сәләмәт, сәмле урам өсөн!» тигән девиздарына тоғро ҡалды. Сараны асып, Амангилде ауыл биләмәһе башлығы М. Х. Фәхрисламов район конкурсында ҡатнашырға йөрьәт иткән ауылдаштарына уңыштар теләне. Концерт программаhы бай йөкмәткеле булды, нәфис hүҙ оҫталары Миләүшә Мәһәҙиева менән Илфат Ғайсин алып барыуындағы тамашаның hәр йыры, бейеү номерҙары дәррәү алҡыштар менән оҙатылды. Шуныhы ҡыуаныслы: сарала ғаиләләр менән ҡатнашыусылар күп булды. Ҡәйнәле-киленлеләрҙең, килендәштәрҙең бергәләп сығыш яhауҙары һоҡландырҙы. Мәндүҙә, Нәсимә, Гөлнара, Йәүҙәт Солтановтар, Ғилмиә, Миләүшә Мәһәҙиевалар, Вәсилә, Фатима һәм 5 йәшлек Асия Мансуровалар, еңгәйле-бикәсле 84-әр йәшлек Хөбәйбә Әминева менән Нәфисә Зәйнуллиналарҙың, татыулыҡ үрнәге булған уңған күршеләр Хәлисә Төхбәтова, Гөлнара Хәкимова, Мөслимә Йәнбирҙиналарҙың сығыштары ауылдаштары күңеленә дәрт-илhам өҫтәне.
Концерт программаhы тоташлайы менән айыҡ, сәләмәт тормошто пропагандалауға ҡайтып ҡалды. Күсмә вымпел Шишмә урамында йәшәүселәргә тапшырылды. Бына шулай, халҡы быға тиклем дә сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ итеп йәшәгән, элек-электән дини тәрбиә hабағы алып, иманға тәрән хөрмәт менән ҡараған Үтәгәндең үткәне бай тарихлы, бөгөнгөhө матур, яҡты. Бөтә ауыл менән бергәләп сәләмәт тормошто һайлағанға киләсәге тағы ла мотлаҡ яҡшыраҡ булырына иманым камил, был hүҙҙәрҙе дәлилләп типкән йөрәгем һис яңылышмаҫ.
Амангилде биләмәһенең ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе.