+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Март 2019, 12:25

Ишҡолда урамдар яҡтырасаҡ

Район хакимиәте вәкилдәре, ойошма-учреждениелар етәкселәре Рауил һәм Гусев ауыл биләмәләрендә осрашыуҙар үткәрҙе.

Район хакимиәте вәкилдәре, ойошма-учреждениелар етәкселәре Рауил һәм Гусев ауыл биләмәләрендә осрашыуҙар үткәрҙе. Урындарҙа халыҡты борсоған проблемалар менән танышты, мөмкин булған мәсьәләләргә шунда уҡ яуап бирҙе, ҡайһы берҙәрен өйрәнеү һәм хәл итеү юлдарын тикшереү өсөн яҙып алды.

Халыҡ менән осрашыуҙар иң элек урындағы хакимиәттәр башлыҡтарының — Ишҡолда А. И. Солтановтың, Гусевта И. Ә. Насирйәновтың уҙған йылда башҡарылған эштәр хаҡында отчетынан башланды.

Район буйынса йыл йомғаҡтары, киләсәккә ниндәй эштәр күҙалланыуы хаҡында район Советы секретары Б. Ю. Исламбаев, район хакимиәте башлығы И. Т. Нафиҡов, уның төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Ф. Р. Махийәнов бәйән итте.

Район Советы рәйесе, район Советы депутаты И. Ш. Әминев үҙ округындағы эштәр, проблемаларҙы байҡаны.

Артабан халыҡ хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләрҙе күтәрҙе.

Рауил ауыл биләмәһе халҡын борсоған проблемалар:

Ишҡолда фельдшер-акушерлыҡ пунктының ремонт талап ителеүен әйттеләр. Быйыл капремонт үткәреү планлаштырыла тигән яуап бирелде был һорауға.

Исҡужалар яңы ФАП көнүҙәк булыуын дәлилләп сығыш яһаны. Үкенескә күрә, йыл да күтәрелеп килгән был объект ағымдағы йыл планына инмәгән.

Район дауаханаһында ультратауыш ярҙамында тикшерелеп булмай тигәндәргә, бында ике УЗИ аппаратын эшләүен әйтеп, был тәңгәлдә проблема булмауын аңлаттылар.

30 йыл хеҙмәт стажы булып та, ошо йыл башынан пенсияға өҫтәмә алмағандарға, хеҙмәт кенәгәһен тотоп, район Пенсия фонды идаралығына килергә тәҡдим ителде.

Биләмәлә берҙән-бер булған балалар баҡсаһына урын һораусыларға, электрон сиратҡа яҙылырға кәрәклеген аңлаттылар, сөнки бындай яҙыуҙа сират булмауы балалар учреждениеһына ихтыяж юҡлығын күрһәтә. Был тәңгәлдә үҙгәрештәр көтөлә — Өфөгә документтар ебәрелгән.

Ишҡол урамдарының ҡараңғы булыуына зарланғандарға һөйөнөслө хәбәр еткерелде: быйыл «Яҡты ҡала» проекты сиктәрендә бөтә урамдар яҡтыртыласаҡ. Шулай уҡ ауылда «Ҡала мөхите» проекты ярҙамында халыҡҡа ял итеү урыны булдырыласаҡ.

Ҡайһы бер урамдарҙа электр энергияһы көсөргәнеше түбән булыуына килгәндә, был мәсьәлә район электр селтәрҙәре етәкселегенә еткереләсәк.

Гусев биләмәһе халҡы өсөн нимәләр көнүҙәк:

Гусевтарҙы айырыуса һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҡағылышлы проблемалар борсой. Был биләмә халҡын Йәнгел табип амбулаторияһы хеҙмәтләндерә. Улар теш кабинетының һәм дарыухананың төшкә тиклем генә түгел, ә көноҙон эшләүен һораны. Шулай уҡ урындағы бөтә уңайлыҡтар булған ФАП-та капельница ҡуйһындар ине, сирле кешеләргә Йәнгелгә йөрөүе ҡыйын тигән теләк тә еткерелде. Асҡарға анализдар артынан йөрөүе оҙаҡ ваҡытты ала, дауаланыуға ятыу өсөн ун көн сират көтөргә тура килә тиҙәр.

Капельница кеүек процедуралар тик табип күҙәтеүендә эшләнергә тейеш. Күтәрелгән башҡа һорауҙарға килгәндә, мәсьәләләр тикшереләсәк һәм шунан һуң тейешле ҡарарҙар ҡабул ителәсәк.

«Берҙәм Рәсәй» партияһының «Аныҡ эштәр» проекты сиктәрендә Гусевта быйыл балалар майҙансығы төҙөлөү тураһындағы хәбәрҙе алҡышлап ҡаршы алдылар. Шулай уҡ урындағы мәҙәниәт йортон йүнәтеүҙе, музыка мәктәбен тергеҙеүҙе лә һоранылар.Юлдаштарҙы һыу башняһының иҫкереүе, ауылға инеү юлын күтәртеү, Айғырбатҡан — Гусев юлын йүнәтеү, урындағы мәктәп – балалар баҡсаһы тәҙрәләренән ел өрөп тороуы кеүек мәсьәләләр борсой.

Ауылдарҙағы берәҙәк эттәр проблемаһы ике ауыл биләмәһе халҡын да йөҙәтә. Районда эттәрҙе аулау эшен алып барасаҡ шәхси ойошма билдәләнгән тигән яуап был тәңгәлдә тәртип урынлашырына ышаныс уятта. Тик бында кешеләрҙең үҙҙәренән дә күп нәмә тора: һәр кем этен бәйләп тотһа, был мәсьәләгә бөтөнләй нөктә ҡуйыласаҡ.

Һөйләшеүҙә шулай уҡ сүп-сар реформаһына ҡағы-лып, ауылдар халҡына ҡый контейнерҙарын ҡайһы урынға урынлаштырыу мәсьәләһен үҙҙәренә хәл итергә тәҡдим ителде.

Район вәкилдәре мөмкин булған һорауҙарға шунда уҡ яуап бирҙе, күп сығымдар талап иткән һәм республика кимәлендә хәл ителергә тейешлеләрен яҙып алды, улар өйрәнелгәс, был мәсьәләләргә кире ҡайтасаҡтар.

Р. ДАУЫТОВА.

Читайте нас: