+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Март 2019, 12:56

Сәйетғәлиндар иң шәп ғаилә

Туйыш ауылынан Лениза менән Марс Сәйетғәлиндар тамашасы һөйөүе призына лайыҡ булды.

1 март — Башҡорт ғаиләһе көнөндә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты иғлан иткән «Башҡорт ғаиләһе — 2019» интернет-конкурсына йомғаҡ яһалды.

Ижади бәйгенең һөҙөмтәләре менән Башҡортостан юлдаш телеканалының «Сәләм» тапшырыуында ҡоролтайҙың башҡарма комитеты ағзаһы Рәйсә Күзбәкова таныштырҙы.

— Өс йыл элек 1 мартты — Башҡорт ғаиләһе көнө тип иғлан иттек һәм ике йыл рәттән рухлы, өлгөлө ғаиләләрҙе күрһәтеү, дәртләндереү маҡ-сатында республика фестивале ойошторҙоҡ. Быйыл иһә бөтә иғтибар V Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайын әҙерләүгә йүнәлтелеү сәбәпле, бәйге интернет-конкурс итеп уҙғарылды. Башҡорт теленә, мәҙәниәтенә, тарихына, ғөмүмән, үҙ милләтенә битараф булмаған, илһөйәр, телһөйәр балалар тәрбиәләгән күркәм ғаиләләр үҙҙәренең тормошо хаҡында һөйләп, видеофильмдар ебәрҙе, — тине Рәйсә Күзбәкова. — Үҙ көстәре менән матур итеп донъя көткән, күп балалар үҫтергән ғаиләләр хаҡында белдек.

Төп приз — телевизор Баймаҡ районынан Илүзә һәм Артур Иҫәновтарға эләкте. Иң күп лайктар — 14 меңдән ашыу тауыш йыйған Туйыш ауылынан Лениза менән Марс Сәйетғәлиндар тамашасы һөйөүе призына лайыҡ булды һәм сәй сервизы менән бүләкләнде.

Дүрт ҡыҙ һәм бер ул үҫтергән Сәйетғәлиндар балаларын башҡорт рухлы, ғәмле итеп тәрбиәләүгә күп көс һала. Ғаилә башлығы Байым күп тармаҡлы мәҙәниәт йорто директоры, Лениза Вәкил ҡыҙы ла мәҙәниәт хеҙмәткәре. Өлкән ҡыҙҙары Ләйсән Магнитогорск төҙөлөш техникумын тамамлаған. Кейәүҙә, ике бала тәрбиәләй. Нурзилә ике юғары белем алып, Байым балалар баҡсаһында музыка белгесе булып һәм моделле китапханала эшләй. Әлиә Өфөлә, дизайн һәм технология колледжының икенсе курсында уҡый. Айһылыу менән Фәйзи Байым урта мәктәбендә етенсе һәм бишенсе кластарҙа белем ала. Ғаиләлә сәнғәткә лә, спортҡа ла битараф түгелдәр. Ижади мөхиттә үҫкән балалар әүҙем, мәктәп, ауыл тормошо уртаһында ҡайнап йәшәй.

— Район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе В. Илһамовҡа беҙгә был конкурста ҡатнашырға тәҡдим иткәне өсөн ғаиләбеҙ исеменән рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә. Ғаиләбеҙҙең көндәлек тормошо хаҡында бәләкәй генә видеосюжет ҡуйғандан һуң, бик күп йылы һүҙҙәр, изге теләктәр яҙыуҙары күңелдәрҙе үҫтерҙе, дәртләндерҙе, — тине Марс Мөҙәрис улы.

Д. САФИУЛЛИНА.


Читайте нас: