+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Март 2019, 16:48

Ике яҡ өсөн дә кәрәкле һөйләшеү

Район етәкселеге, социаль хеҙмәттәр вәкилдәренән торған мәғлүмәт төркөмдәренең халыҡ менән осрашыуҙары дауам итә.

Район етәкселеге, социаль хеҙмәттәр вәкилдәренән торған мәғлүмәт төркөмдәренең халыҡ менән осрашыуҙары дауам итә. Йыйындарҙа уҙған йылдағы эштәргә йомғаҡ яһала, ауылда йәшәүселәрҙе борсоған көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелә, уларҙы хәл итеү юлдары эҙләнә.

Байым биләмәһе халҡы алдында социаль хеҙмәттәр етәкселәре үҙ тармаҡтарындағы яңылыҡ-үҙгәрештәр менән таныштырҙы, халыҡты борсоған һорауҙарға яуап бирҙе. Район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов, район Советы рәйесе Ишморат Әминев сығыш яһап, былтыр башҡарылған эштәрҙе барланы һәм ағымдағы йылға пландары менән уртаҡлашты. Илдар Таһир улының быйыл төбәктә ҙур эштәр көтөлә тигән ҡыуаныслы хәбәрен байымдар алҡышлап хупланы. Йыйын һайын, һәр осрашыуҙа күтәрелгән юл мәсьәләһе, ниһайәт, онотоласаҡ. Ағымдағы йылда был яҡҡа асфальт юл һалына башлаясаҡ, Рәхмәт урта мәктәбенә 3,5 миллион һумлыҡ ҡаҙанлыҡ ҡуйыласаҡ, Мораҡай-ға газ үтәсәк, Йәнекәйҙә башланғыс мәктәпкә төкөтмә һуғылып, балалар баҡсаһы асыласаҡ, Байым участка дауаханаһына терапевт киләсәк. Һөйөнөслө яңылыҡтар күп булыуға ҡарамаҫтан, хәл итеүҙе көткән башҡа мәсьәләләр ҙә байтаҡ. Йыйында ҡатнашыусылар Йәнекәйҙә бәй-ләнеш, интернет булмауына, Туйыш, Мораҡай һәм Рәхмәттә яңы клуб кәрәклегенә, ауылдарҙа эш урындары юҡлығына зар-ланды. Малды махсус цехтарҙа һуйыу, сүп-сар реформаһы менән риза булмаусылар ҙа үҙ һүҙҙәрен еткерҙе.

Ташбулаттар етәкселекте тыңлағандан һуң ҡыҙыҡһындырған һорауҙар менән мөрәжәғәт итте. Ташбулат участка дауаханаһына педиатр кәрәк, стоматология кабинетын яңыртыу мөһим тинеләр. Яҡтыгүл ауылында аптека ябылған, Нияҙғолда медпункт авария хәлендә. Үҙәк район дауаханаһында табиптарға ла, анализ тапшырыуға ла сираттарҙың оҙон булыуына ризаһыҙлыҡ белдерҙеләр. Федераль ташламалар менән файҙаланыусылар дарыуҙарҙың һуңлап килеүенә зарланды. Ир-егеттәр торлаҡ төҙөүгә ағас бүленмәүен, сираттың яй ҡыбырлауын әйтте, утын делянкаларын яҡынданыраҡ биреүҙе һораны, яҙғылыҡҡа имән, йүкә үҫентеләрен алыуҙы йүнләне. Әсәләр балалар баҡсаларында туҡланыуҙың насар булыуы, менюла ит юҡлығын белдереп, мәғариф бүлегенән сара күреүҙе үтенде. Күсем ауылына балалар баҡсаһы, музыка мәктәбе һоранылар. Күсем руднигында почта бүлексәһен япҡандар, ололар уны киренән асып булмаймы тип ҡыҙыҡһынды. Төбәктә легаль булмаған спиртлы эсемлектәр һатыусыларға ҡаршы көрәш, браконьерҙарға ҡарата ҡәтғи саралар күреү ҙә ситтә ҡалманы. Район башлығы менән халыҡ араһында эшлекле диалог барҙы, ике яҡ та бер-береһен ишетте, бергәләп төрлө хәлдәрҙән сығыу юлын эҙләне.

Михайловка халҡы күтәргән иң көнүҙәк проблема — һыу. И. Нафиҡов был мәсьәләне хәл итеү юлдарын табырға вәғәҙәләне. Юлдарҙа аттар ҡатнашлығында авариялар күп булыуға бәйле, йылҡы тотоусылар яуаплылыҡтан ҡасмаһын өсөн аттарға чип ҡуйыуҙы һораны. Михайловка балалар баҡсаһына ремонт кәрәк, тәҙрәләре лә күптән серегән тиеште ата-әсәләр. Район Советы секретары Булат Исламбаев балалар баҡсаһын «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Аныҡ эштәр» программаһы аша быйыл ремонтлаясаҡбыҙ тиеүе ауыл халҡы өсөн яҡшы яңылыҡ булды.

Динара ДӘҮЛӘТБАЕВА.

Читайте нас: