-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Март 2019, 12:47

Шәхес булыр егет

Мәктәп йылдарындағы ҡаҙаныштары өсөн Әсғәт «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә талантлы йәштәргә бирелеүсе дәүләт ярҙамына — РФ Президенты грантына лайыҡ була.

Әсғәт ябай ғаиләнән. Атаһы ДРСУ-ла водитель, әсәһе социаль хеҙмәткәр. Өс бала араһында уртансыһы, бер бөртөк малай. Тиҫтерҙәре кеүек шуҡ, ҡыҙыҡһыныусан булып үҫә. Тыуған ауылы Үтәгәндә 6-сы класты тамамлаған йылы Республика башҡорт лицей-интернатына (хәҙер Республика инженер лицей-интернаты) уҡыусылар ҡабул итеүсе төркөм уларҙың ауылына ла килеп лицейға инеү тураһында иғлан яһай, һәм Асҡарҙа имтихан ала. Был һынауҙарҙы уңышлы тотҡан малай йән атып 7-се класҡа баш ҡалаға уҡырға килә.

Ауылда «бишле»гә генә өлгәшкән Әсғәткә лицейҙа йырлап ҡына уҡып китергә тел мәсьәләһе ҡамасаулай. Белгәнен дә русса еткерә әйтә алмай интегә, өҫтәүенә тәрәндән өйрәнелгән инглиз теле, математика фәндәре лә башта еңел бирелмәй. Әммә теләк һәм ҡыҙыҡһыныу барыһын да еңә, 7-се класты яҡшы билдәләргә тамамлай. Һигеҙенсе класта өҫтәлгән яңы дәрес — химияға башкөллө ылыға. Каникулға ла ҡайтмай, уҡытыусыһы ойошторған бер-нисә аҙналыҡ йәйге мәктәптә уҡырға ҡала. Ярты каникулын Өфөлә үткәреп, саҡ йәй уртаһында ауылына ҡайтһа ла, Әсғәт эстәгән белеменән уғата ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерә. «Химиянан 9-сы класс программаһын алдан үтеп бөтөүем фәҡәт яҡшыға булды», — тип баһалай.

Уҡыусының белем алыуҙа ҙур уңыштар ҡаҙаныуы үҙенең тырышлығынан тыш, фән донъяһына әйҙәгән уҡытыусыһынан да тора. Әсғәт юлымда тик яҡшы уҡытыусылар осраны, ти. Үтәгән мәктәбе уҡытыусыларын — башланғыс белем биргән Н. Р. Солтанованы, математиканан Р. С. Ғиниәтова, башҡорт теленән Р. Н. Рәхмәтованы йылы хәтирәләр менән иҫкә ала. Лицейҙа иһә химия фәнен мөкиббән китеп өйрәнеүгә ҡыҙыҡтыра алған остазы Айнур Ғүмәров уның киләсәк тормошонда хәл иткес роль уйнай. Яҙмыш уның юлына тағы ла бер күренекле уҡытыусыны сығара. Башҡортостандағы берҙән-бер Рәсәйҙең халыҡ уҡытыусыһы, баш ҡаланың 42-се мәктәбендә химиянан белем биреүсе Лиза Ҡыям ҡыҙы Әғәҙуллина егеттең бәхетенә лицейҙа олимпиада төркөмөн әҙерләй. Талантлы уҡытыусыларының өмөтөн аҡлап, Әсғәт X-XI класта Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының йомғаҡлау эта-бы призеры була. Был юғары һөҙөмтәләре уға илдең химия йүнәлешле бөтә юғары уҡыу йорттарының ишектәрен аса. Әммә яҡташыбыҙ Өфө дәүләт нефть-техник университетын һайлай.

Мәктәп йылдарындағы ҡаҙаныштары өсөн Әсғәт «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә талантлы йәштәргә бирелеүсе дәүләт ярҙамына — РФ Президенты грантына лайыҡ була. Университет артабан үҫешеү, камиллашыу өсөн киң мөмкинлектәр аса. Ә. Йәһүҙин яңы бейеклектәргә өлгәшеп ил етәкселегенең ышанысын аҡлай. Халыҡ-ара интернет-олимпиадала бронза һәм алтын миҙалдарға лайыҡ була.

Ҡазанда техник университеттар араһында олимпиадала ӨДНТУ командаһы составында өсөнсө урын яулайҙар. Ҙур тормошҡа ныҡлы ҡанаттар ҡуйған лицей юлын да һыуытмай. Өҫтәмә белем биреү педагогы булып урынлашып, ял көндәрендә химиянан олимпиада төркөмө менән шөғөлләнә. Әйткәндәй, 11-се класта уҡ, Рәсәй призеры булараҡ, уға был бурыс ышанып йөкмәтелә. Уҡыусы ғына килеш Бөтә Рәсәй олимпиадаһының республика этабына бер еңеүсе һәм бер призер әҙерләй.

— Миңә уҡыусылар менән эшләүе оҡшай. Йәш айырмаһы ҙур булмағас, тиҫтерҙәр кеүек аралашабыҙ. Яңыраҡ ҡына олимпиадаларҙа ҡатнашҡан кеше булараҡ, мин унда ниндәйерәк мәсьәләләргә өҫтөнлөк бирелеүен беләм һәм уҡыусыларымды шул юҫыҡта әҙерләйем. Һөҙөмтәләргә килгәндә 2 уҡыусым халыҡ-ара олимпиадала алтын миҙал яуланы, Бөтә Рәсәй буйынса йомғаҡлау этабында бер уҡыусым еңеүсе, өсәүһе призер булды. Төбәк этабында уҡыусыларым бөтәһе 16 призлы урын килтерҙе.

Үҙе артынан һәләтле замандаштарын әйҙәүе, уңышҡа юл күрһәтеүе менән Башҡортостан мәғарифын үҫтереүгә тос өлөш индергән егетебеҙ Мәғариф министрлығының рәхмәт хаттары менән бүләкләнә. Һәләтле балалар менән эшләүҙе республика буйынса системаға һалыу һәм үҙәкләштереү, олимпиадаларға әҙерләүсе педагогтар ассоциацияһы төҙөү тәҡдимдәре менән Мәғарифты үҫтереү институтына бәйләнешкә сыға, республика Башлығы менән осраша.

Былтыр Ә. Йәһүҙинға Сочиҙағы «Сириус» мәғариф үҙәгендә уҙған «Уңышҡа юл» һәләтле балалар һәм йәштәрҙе үҫтереү стратегияһы» Бөтә Рәсәй конференцияһында, Башҡортостандан берҙән-бер делегат булараҡ, ҡатнашыу бәхете тейә. Делегаттар Президент грантына лайыҡ булған йәштәр араһынан һайлана. Меңдән ашыу кандидаттан анкета йомғаҡтары буйынса 200 кеше үтә. Конференция Әсғәттең уй-фекерҙәренә ауаздашлығы менән уны борсоған һорауҙарға, бигерәк тә һәләтле балаларға үҫешеү өсөн тиң мөмкинлектәр булдырыу, уларҙы вуздарға урынлаштырыу мәсьәләләре буйынса яуаптар табырға булышлыҡ иткән.

Әсғәт университетта гел «бишле»гә өлгәшә, фәндәге һәм уҡыуҙағы ҡаҙаныштары өсөн РФ Президентының исемле стипендияһын ала. БР Башлығы стипендиаты. Уҡыу йортоноң йәмәғәт тормошонда ла ҡайнап йәшәй. Ул инженерҙар һәм нефтселәр ойошмаһының вице-президенты. ӨДНТУ-ның Йәштәр технопаркында асылған «Нефть эшкәртеү ҙур аш бүлмәһе кеүек» профориентация проектын тормошҡа ашырыусы директорҙар командаһы ағзаларының береһе. Проект «Росмолодежь» федераль агентлығы грантына лайыҡ булған. «Йәш инженерҙар мәктәбендә уҡыусыларға нефть эшкәртеү процестарын ябай аш бүлмәһендәге күренештәр менән сағыштырып өйрәтәбеҙ. Уҙған йылда мәктәпкә 100 уҡыусыны йәлеп иттек», — ти ул. Бынан тыш «ПрофТЕЛЕПОРТ» студенттар клубы активисы булып тора. Нефть-газ компаниялары вәкилдәре менән студенттарға тематик осрашыуҙар ойоштороу менән шөғөлләнә. Әйткәндәй, редакцияға телефон бәйләнешенә сыҡҡанда ла ул ошо клубтың йомоштары менән Мәскәүҙә бизнес-сәфәрҙә йөрөй ине.

Төплө фекере, аныҡ ҡарашы булған талантлы яҡташыбыҙ үҫеш юлында. Уға 20 генә йәш, ул ни бары III курс студенты әле. Яңы йыл алдынан Германияла өс айлыҡ стажировкала булып ҡайтҡан, Мерзебург университетында фәнни-эҙләнеү проекты башҡарған, инглиз теле буйынса белемен камиллаштырған. Буласаҡ химик-технолог үҙенең киләсәген Башҡортостанда күрә. «Республикала нефть сәнәғәте үҫешә, берәй ҙур нефть компанияһында эшләргә теләр инем. Фән юлынан дауам итеп, аспирантурала уҡырға тигән ниәттәрем дә бар», — ти хыялдары менән бүлешеп.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.
Читайте нас: