+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Март 2019, 11:43

Ике ауылда ла байтаҡ эшләнгән

Шәрип һәм Хәмит ауылдарында халыҡ йыйындары уҙҙы. Осрашыуға килеүселәр үҙҙәрен борсоған һорауҙар менән мөрәжәғәт итте.

Шәрип һәм Хәмит ауылдарында халыҡ йыйындары уҙҙы. Осрашыуға килеүселәр үҙҙәрен борсоған һорауҙар менән мөрәжәғәт итте.

Шәриптәр элекке йылдағы йыйындарҙан айырмалы рәүештә, дәррәү генә килгәйне. Ғәҙәттә клубта уҙған сараларға йөрөүҙө өнәмәгән ир-егеттәрҙең дә булыуы, уларҙың ауыл яҙмышы өсөн борсолоуы һәйбәт күренеш. Ауыл халҡы алдында Хәмит биләмәһе хакимиәте башлығы Фирүзә Ғәҙелшина үткән йылғы эштәргә байҡау яһап, бик төплө сығыш яһаны. Докладтан күренеүенсә, ике ауылда ла йыл дауамында байтаҡ мөһим эштәр башҡарылған.

— Шәрип ауылы өсөн уҙған йыл эшлекле булыуы, ҡыуаныслы ваҡиғалары менән иҫтә ҡалды. Иң шатландырғаны ниндәй эш башлаһаҡ та, уларҙа урындағы халыҡтың әүҙем ҡатнашыуы, депутаттарҙың ярҙамы ҙур булды. Янғын хәүефһеҙлеге буйынса ауылды быуа эшләнде, дүрт тонна һыйҙырышлы цистерна ҡуйылды, уны Шәрип ир-егеттәре үҙ көстәре менән йылы бокс төҙөп, урынлаштырҙы. Ишдәүләт Шакиров көн дә утын яғып, цистерналағы һыуҙың туңмауын хәстәрләй. Ҡулдажы йылғаһы буйына ҡоҙоҡ ҡаҙылды. Хәмиттә депо иҙәненә асфальт түшәлде, һыу алыу майҙансығы эшләнә. Үҙәнбаштан эшҡыуар Салауат Хафизов һәм ауыл халҡы ярҙамы менән мәсет асылды. Ул районда «Йыл мәсете» номинацияһында билдәләнде. Күркәм иман йорто уңышлы эшләп китте, ололар ҙа, йәштәр ҙә теләп йөрөй. Хәмиттә өмә менән Биҡаҙы күпере ремонтланды, Ҡағы аша йәйәүлеләр өсөн баҫма һалынды, үрге күпер тәртипкә килтерелде. Ике ауылға ингән урында стелалар ҡуйылды. 2020-2021 йылдарҙа ауылдаштар байрамы уҙасаҡ, төҙөкләндереү эштәре осрашыуға әҙерлек сиктәрендә бара, — тине Фирүзә Дилмөхәмәт ҡыҙы. — Быйыл Шәрип ауылы халҡы урындағы башланғыстарҙы хуплау проектында ҡатнашып, зыярат кәртәһен яңыртырға ҡарар итте. Документация экспертизаға ебәрелде, аҡса йыя башларға кәрәк. Яҙ етеү менән иҫке йорттарҙы йүнәтеү йәки һүтеүгә тотоноу зарур. Мөһим һәм финанс талап иткән эштәр — тимер күперҙе һәм ике яғындағы юлды ремонтлау, Мәйгәште – Хәмит юлын йүнәтеүҙе юллау, урам юлдарын тәртипкә килтереү.

Биләмәнең белем биреү учреждениеларына ла иғтибар йүнәлтте урындағы башлыҡ.

— Уҙған йылда ике мәктәптә лә уңайлыҡтар эшләнде. Әммә хәл итәһе проблемалар бар әле. Хәмит мәктәбендә һыу башняһын яңыртыу, мейесте ремонтлау, Шәриптә электр үткәргесте алмаштырыу талап ителә. Хәмиттә белем усағының икенсе ҡатындағы тәҙрәләрҙе 2017 йылда ППМИ ярҙамы менән яңырттыҡ, быйыл «Аныҡ эштәр» программаһы аша мәктәптең беренсе ҡатындағы, балалар баҡсаһы урынлашҡан бүлмәләрҙең тәҙрәләрен алыштырырға ниәтләйбеҙ, — тип белдерҙе Ф. Ғәҙелшина.

Демография күрһәткестәре, ауыл халҡының сәләмәтлек торошо ла ситтә ҡалманы. Былтыр Хәмиттә 6 бала, Шәриптә 7 бала тыуған. Хәмиттә 4, Шәриптә 1 кеше вафат булған. Улар араһында хеҙмәт йәшендәге 1 кеше. Шәриптәр диспансеризацияға бик етди ҡарайҙар икән. Тик фельдшерҙың һәм ауыл халҡының үҙәгенә үткән проблема — Шәрип ФАП-ының иҫке, һыуыҡ булыуы. Авария хәлендәге медпунктҡа ремонт үҙен аҡламаясаҡ, яңыһын төҙөүҙе йүнләргә кәрәк, тине сығыш яһаусы.

Ғаилә йылы сиктәрендә биләмәлә күп саралар уҙған. Хатта район кимәлендәге конкурстарҙа шәриптәр бер нисә тапҡыр еңеүсе булған. 10 ғаилә барлыҡҡа килгән. Йәмәғәт ойошмалары үҙ бурыстарына яуаплылыҡ менән ҡарай. Ике ауылдың старосталары ла әүҙем эшләй. Эске менән мауығыусылар, спиртлы эсемлектәр һатыусыларға ҡаршы «Бөркөт» ойошмаһы менән берлектә ҡәтғи эш алып барыла. Ыңғай яҡҡа үҙгәреш бар.

Шәриптәр быйыл «Сәләмәт ауыл» район конкурсында ҡатнаша. Спорт менән шөғөлләнеү өсөн ауылда мөмкинлектәр юҡ. Халыҡтың ике клубҡа ла бильярд кәрәк ине тигән теләген еткерҙе биләмә башлығы. Йыйында биләмә хакимиәте белгестәре лә йыл дауамында башҡарған эштәре хаҡында отчет тотто. Һалымдарын түләмәүселәрҙе ауылдаштары ла белде.

Район хакимиәте башлығының финанс буйынса урынбаҫары Рәйсә Латипова ауыл халҡын борсоған һорауҙарға яуаптар ҡайтарҙы. Бында йорт төҙөү өсөн ер участкалары юҡ, халыҡ шул мәсьәләне күтәрҙе. Рәйсә Раил ҡыҙы Ер кодексындағы үҙгәрештәргә ярашлы, дүрт категория граждандарға ғына бушлай ер бирелеүен аңлатты. Ауыл янындағы карьерҙың файҙаланылмауы, уға рекультивация эштәре башҡарылмауы менән дә ҡыҙыҡһынды шәриптәр.

Хәмиттә клуб шығырым тулы ине. Ауыл халҡы биләмә башлығының йыллыҡ отчетын, мәғлүмәт төркөмө етәксеһенең сығышын тыңлағандан һуң үҙ һорауҙарын бирҙе.

Хәмит урта мәктәбе директоры белем усағы буйынса проблемаларҙы атаны. Урманлы төбәктә утын алыуы ауыр мәсьәлә, 7-8 йыл элек электр энергияһы менән йылыта инек, кире күсеп булмаҫмы тип һораны. 2001 йылда ҡуйылған һыу башняһы бик ҡурҡыныс хәлдә, тауҙай боҙ аҫтында ҡалған, эргә-тирәһендәге йорттарға һыу ингән. Мәктәптең үҙенә ремонт кәрәк. Спорт залда шөғөләнеү өсөн кәрәк-яраҡ юҡлығына зарланды етәксе. Электр менән йылытыу ҡиммәткә төшәсәк, ә һыу башняһын яңыртыу мотлаҡ, спорт инвентарын йүнләүҙе үҙегеҙ хәстәрләгеҙ, тинеләр.

Иң күп һорауҙар сүп-сар сығарыуға ҡағылды. Ауыл халҡы реформаның уларға кәрәкмәүенә, айына бер сығарған ҡый өсөн түләргә кәрәклегенә ризаһыҙлыҡ белдерҙе.

Юл, бәйләнеш — был төбәк өсөн көнүҙәк. Уларҙы йыйын һайын күтәрмәй ҡалмайҙар. Тик әлегә был юҫыҡта өмөтләндерерлек яуаптар юҡ. Йәш әсә балалар баҡсаһында бәләкәстәргә тышта уйнау өсөн бәүелсәк, уйын ҡоролмалары булмауын әйтте. Мәсеттең имамы спиртлы эсемлектәр һатыусыларға ҡаршы көрәш бик әүҙем барыуы, ауыл ир-егеттәренең бер төптән айыҡлыҡ яҡлы булып күтәрелеүен билдәләне һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла был хәрәкәткә ҡушылырға саҡырҙы.

Фирүзә Дилмөхәмәт ҡыҙы ир-егеттәрҙең ысынлап та ҙур эш атҡарыуын, ауылда эскенең бермә-бер кәмеүен белдерҙе һәм йәмәғәт ойошмалары, ҡатын-ҡыҙҙар ҡулға-ҡул тоношоп эшләргә тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Д. САФИУЛЛИНА.

Читайте нас: