+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Март 2019, 13:06

Халыҡ киләсәге беҙҙең иңдәрҙә

Район башҡорттары ҡоролтайында башҡорт телен, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һаҡлап ҡалыу өсөн янып-көйгәндәр, халҡыбыҙҙың киләсәгенә битараф булмағандар йыйылды.

Район башҡорттары ҡоролтайы эшендә делегаттарҙан тыш, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты аппараты етәксеһе урынбаҫары А. З. Сирбаев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары — Х. Ю. Рәхмәтуллин менән «Киске Өфө» гәзите мөхәррире, республиканың Ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Г. Г. Янбаева, Магнитогорск ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе А. Ә. Әхмәтҡужин, район хакимиәте башлығы И. Т. Нафиҡов, район Советы секретары Б. Ю. Исламбаев ҡатнашты.

Район хакимиәте башлығы ҡоролтай делегаттарын сәләмләп, Әбйәлилдең социаль-иҡтисади үҫеше буйынса төп мәғлүмәттәр менән таныштырҙы, киләсәктә халыҡ мәнфәғәтендә башҡарыласаҡ эштәрҙе барланы. Илдар Таһир улы шулай уҡ ҡоролтайҙың йәмәғәт ойошмалары менән берлектә тәрбиәүи юҫыҡта, телебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы киләсәк быуынға еткереүҙә башҡарған эштәрен юғары баһаланы.

— Йәштәрҙе башҡорт мөхитендә тәрбиәләп, халҡыбыҙҙың именлегенә, йәшәйешенә, үҫешенә бәйле бөтә мәсьәләләрҙе лә бергәләп хәл итеү — беҙҙең төп бурыс тип иҫәпләйем. Дәүләт менән йәмғиәт эшмәкәрлеген туплағанда, аныҡ билдәләнгән бейеклектәрҙе маҡсат итеп ҡуйғанда ғына уңыштарға ирешеп буласаҡ, — тине район етәксеһе.

Район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе В. Ә. Илһамов ҡоролтай тарафынан башҡарылған эштәр хаҡында бәйән итте, әүҙем тәүге ойошмаларҙы билдәләне, киләсәктә йәмәғәт ойошмалары менән берлектә башҡарыу зарур булған эштәрҙе әйтеп үтте.

— Беҙҙең халыҡты ла эшһеҙлек, ир-егеттәрҙең генә түгел, ҡатын-ҡыҙҙарҙың да ситкә йөрөп эшләүҙәре һөҙөмтәһендә балаларҙы тәрбиәләүҙә ҡатнаша алмауҙары, ғаиләләр тарҡалыуы, үҙ-үҙенә ҡул һалыу осраҡтарының күплеге, ауылдар киләсәгенең билдәһеҙлеге борсой. Ауыл мәктәптәрендә уҡыусылар һаны буйынса түләү нормативын да ҡабаттан ҡарау зарур, сөнки уҡытыусылар аҙналыҡ сәғәттәрен тултырыу өсөн үҙҙәренең фәненән тыш, төрлө предметтарҙан дәрес бирергә мәжбүр, был сифат кимәлендә сағылыш таба. Бөгөн күпселек кешеләрҙең мал тотмауы, баҡса үҫтермәүе балаларҙы хеҙмәткә ылыҡтырыуҙа кире йоғонто яһай. Халҡыбыҙҙың киләсәгенә бәйле мөһим мәсьәләләрҙе бергәләп хәл иткәндә һөҙөмтәләр ҙә булыр, — тине Вил Әсғәт улы район йәмәғәт ойошмаларына берлектә эш алып барыу кәрәклегенә баҫым яһап.

Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы программалар, киләсәккә пландар хаҡында һөйләне, муниципалитеттар, ҡоролтай эшендә әүҙем ҡатнашҡан, йәшәйешебеҙгә, телебеҙгә, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә вайымһыҙ булмаған әбйәлилдәргә рәхмәт әйтте.

Азамат Сирбаев менән Хәлил Рәхмәтуллиндың сығыштары ла ошо юҫыҡта булды. Өфө ҡунаҡтары халҡы, киләсәге өсөн битараф булмаған әбйәлилдәр өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисе-реүҙәрен белдерҙе.

Билдәле булыуынса, 28 – 29 июндә үтәсәк V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында «2019 – 2050 йылдарға иҫәпләнгән башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы» ҡабул ителәсәк. 20-30 йылда беҙҙең уртаҡ киләсәктең кәүҙәләнешен, шулай уҡ бөгөнгөбөҙҙән уға алып бара торған юлдарҙы тәҡдим иткән документ проектын эшләүгә эксперттар ғына түгел, ябай кешеләрҙе лә йәлеп итеү күҙаллана. Ошо мәсьәлә лә ҡорол-тайҙың көн тәртибенә ҡуйылды. Һәм ҡоролтайҙың эшен артабан камиллаштырыу буйынса фекерҙәр менән бер рәттән стратегия буйынса тәҡдимдәр күп булды.

Ҡорҙа башҡорт телен, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һаҡлап ҡалыу өсөн янып-көйгәндәр, халҡыбыҙҙың киләсәгенә битараф булмағандар йыйылғайны. Шуға ла ялҡынлы сығыштарҙа яңғыраған һәр тәҡдим урынлы һәм иғтибарға алыныуға лайыҡлы.

Район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, матбуғат ветераны Самат Фәйзуллин, мәҫәлән, үҙенең сығышында, биш көнлөк уҡытыуға күсереү балаларҙың интернет киңлектәрендә күберәк ултырыуы менән телебеҙгә лә хәүеф менән янай, тине. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, матбуғат журналистарының ер-һыу атамаларын, телебеҙҙе боҙоп күрһәтеүҙәре хаҡында ла һүҙ йөрөттө ул. Шулай уҡ Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан райондаштар осрашыуын үткәреү фекерен дә еткерҙе. Самат Исҡужа улы тәҡдиме менән һуғышта ғына түгел, тылда ла фиҙаҡәрлек өлгөһө күрһәткән, революция, репрессия ҡорбандары булған ата-бабаларҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алдылар. Райондың имам-мөхтәсибе Әхмәт хәҙрәт Шәйәхмәтов улар рухына аят бағышланы.

Хәмит ауыл биләмәһе башлығы Фирүзә Ғәҙелшина иһә халҡыбыҙға хас йолаларҙы һаҡлап ҡалыу зарурлығына туҡтал-ды. Беҙҙең биләмәлә күпселек эш өмә менән эскеһеҙ үтә, тине ул. Кемдәргәлер йорт күтәреү, уны эшләргә ярҙам итеү генә түгел, йәмәғәт эштәре лә өмәләп башҡарыла. Әйтелгәндәренә бик күп миҫалдар килтереп, Фирүзә Дилмөхәмәт ҡыҙы ауыл яҙмышына, халыҡтың йәшәйешенә битараф булмаған егеттәр мохтажлыҡ кисергән ғаиләләргә ярҙам итеүен, мәҫәлән, утын бысып-ярып биреүен һөйләп, был тәжрибә бөтә ауылдарға таратылырға тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

— Ерле халыҡ араһында ағас эшкәртеү менән булышыусылар булһа ла, улар ағас ала алмай, сөнки тирә-яҡ урмандар сит-яттарҙа ҡуртымда, хатта сабынлыҡ та, көтөүлек тә юҡ. Ҡануниәткә үҙгәрештәр индерелеп торһа ла, ауыл халҡы мәнфәғәтен күҙәтеп, ауылдар яҙмышын ҡырҡа үҙгәртерҙәй, кешеләрҙең үҙҙәре йәшәгән ерҙең байлығын үҙҙәре файҙаланып, эш урындары булдырып, мул тормошта йәшәтерҙәйҙәре күренмәүе айырыуса борсой, — тигән һүҙҙәрен алҡышлап ҡаршы алды делегаттар.

Хәҙис Ниғмәтуллин иһә башҡорт халҡының үҫеш стратегияһына ауылдарҙағы эшһеҙлек проблемаһын хәл итеүҙе, йәғни 20-35 йәшлек егет-ҡыҙҙарҙы тулы социаль пакет менән эшкә урынлаштырыу программаһын индерергә кәрәк тигән тәҡдим менән сығыш яһаны. Был мәсьәлә район башлығы контроленә ҡуйылғанда һәм программа үтәлеше өсөн йәмәғәт ойошмалары яуаплы булғанда һөҙөмтә бирәсәк. Хәҙис Хәмит улы әйтеүенсә, бөтә бәлә эшһеҙлектән килеп сыға, йәштәр эскелеккә бирелә, наркоманға әйләнә, бәйһеҙлекте юлдаш итә. Уның фекеренсә:

— Ҡатын-ҡыҙҙар, ағинәйҙәр, ветерандар, ғөмүмән, бөтә йәмәғәт ойошмалары мәҙәниәтселәрҙең эшен ҡабатлап, йырлап-бейеүгә түгел, ә аныҡ тәрбиәүи йүнәлештә булырға тейеш. Шулай уҡ урындарҙа дружинасылар эшен, уҡыусыларҙың комендант сәғәтен кисекмәҫтән тергеҙеү мотлаҡ. Ошондай юлдар менән ауылдағы тормошто тәртипкә һалырға мөмкин. Урындарҙа буш торған һәм емерелмәй ҡалған бина-ҡураларҙы эш асырға теләгән ауыл кешеһенә биреү эш урындары булдырыуға булышлыҡ итер ине.

Мөнирә апай Кирәева Башҡортостан телевидениеһы төшөргән бер тапшырыуҙа Бейеш батыр хаҡында мәғлүмәттәрҙең ысынбарлыҡҡа тап килмәүенә, район энциклопедияһын төҙөгәндә тарихи мәғлүмәттәр, арҙаҡлы шәхестәр төшөрөлөп ҡалдырылыуына әсенде. Бындай эштә етешһеҙлектәр ебәрмәйек, уларҙы бөгөн беҙ төҙәтмәһәк, кем төҙәтер тигән һорау ҡуйҙы ул. Райондың йөҙө булған Асҡарҙа асарбаҡтарҙың мәсет эргәһен төйәк итеүе лә, шулай уҡ ҡайһы бер дин әһелдәренең кешенең үлеүен тик аҡса һуғыу сығанағына әйләндереүе лә борсой мәғариф ветеранын.

Мәүлиә Сафиуллина, Иштимер Ғүмәров, Ислам Ирғәлин, Рим Яхин халыҡ араһында милли матбуғат алдырыусылар кәмеүен әйтеп, мәктәптә башҡорт теле дәрестәрен аҙайтыуға юл ҡуйылмаҫҡа, колледж-вуздарҙа ла башҡорт теле уҡытылырға тейеш, телен белмәгәндең мәҙәниәте юҡ, тигән фекерҙәрен белдерҙе.

Балалар баҡсаларында бәләкәстәрҙе рус телендә тәрбиәләүҙәренә дәғүә белдерҙе сығыш яһаусылар. Әлбиттә, төп тәрбиә ғаиләлә бирелә, әммә балалар баҡсаһының да роле һуңғы урында түгел. Шулай уҡ башланғыс кластарҙа башҡорт теле аҙ уҡытылыуы уйланырға мәжбүр итә.

— Балаларыбыҙға үҙ телебеҙҙе уҡытыуҙы һорап, нишләп ғариза яҙырға тейешбеҙ? – мәғариф ветераны Фәрзәнә Хамматованың да һорауы бик урынлы яңғыраны. Ул шулай уҡ башҡорт теле дәреслектәренең «Әсә теле» тип аталыуы менән риза түгел. Был фекерҙе күптәр яҡлап сыҡты.

Фирүзә апай Сафина башҡорт кейеме орнаменттарын ялтыр-йолтор итеп төрлө кейемгә тағып бөтөүҙәре, уларҙы бигерәк тә сил илгә сығарғанда, иғтибарлы булырға кәрәклегенә баҫым яһаны. Был бит милләтебеҙҙең күрһәткесе, шулай уҡ ҡыҙҙар башлы-күҙле булғанда кейҙерелгән ҡашмауҙы бөтә балаларға кейҙереп бөттөк, тип милли кейемгә иғтибарҙы көсәйтеүҙе һораны.

Бикбай Насирйәнов ауылда яңғыҙаҡтар күп булыуы, шунлыҡтан сабыйҙар аҙ тыуыуы хаҡында һөйләп, уларҙы парлы итеп, ғаиләләр төҙөү мәсьәләһен бергәләп хәл итергә саҡырҙы.

Урмандағы ағастарҙың урындарҙа эшкәртелмәйенсә сит өлкәләргә күпләп ебәрелеүе, рөхсәтһеҙ тәбиғи таш сығарыуҙар, уларҙы ташыусы ҙур йөк машиналарының урамдарҙағы ғына түгел, урман-ҡырҙарҙағы юлдарҙы боҙоп бөтөүе лә урап үтелмәне.

Ҡоролтай ҡабул иткән резолюцияла «Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында»ғы законды бойомға ашырыу, милли мәғариф, спорт һәм физик культура, халыҡты сәләмәт йәшәүгә рәүешенә ылыҡтырыу, ғаилә институтын нығытыу буйынса бурыстар билдәләнде.

Район ҡоролтайы 28 – 29 июндә Өфөлә үтәсәк V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегаттар һайланы. Әбйәлилдән ҙур сарала район башлығы Илдар Нафиҡов етәкселегендә Исрафил Йәнсәйетов, Морат Йәнбирҙин, Рәйсә Насирйәнова, Айсилә Әҡсәнова, Фәнил Йәрмөхәмәтов, Фәнзил Тайыпов, Әлфиә Йосопова, Әлфинә Килдейәрова, Вил Илһамов, Фирүзә Ғәҙелшина ҡатнашасаҡ.
Читайте нас: