Ошондай талап ҡуйҙы республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров муниципалитеттар етәкселәренә. «Өфө урамдарын таҙартыу, йыуыу буйынса күләмле эштәр башҡарыла, ә бындай эш һәр ҡалала, һәр ауылда булырға тейеш, — тине ул. — Май байрамдарына хәтлем йыйылып ятҡан бөтә сүп-сарҙы сығарыу, экологик өмәләр үткәреү мотлаҡ. Таҙа мөхиттә йәшәүе лә, эшләүе лә күңеллерәк». 6 апрель Башҡортостан буйынса тәүге өмә көнө тип иғлан ителде.