Шәмбе иртәһе. Асҡар үҙәгендә ял көнөнә хас булмағанса йәнлелек. Үҙәк майҙанда музыка яңғырай. Ауыл хужалығы бүлеге, үҙәкләштерелгән бухгалтерия, Россельхозцентрҙың Әбйәлил филиалы, почта, Башкиргаз хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең эш урындары биләмәһен гөл итеп таҙартып ҡуйҙы.