+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Апрель 2019, 12:40

Бәхетебеҙ беркетелгән Башҡортостан тигән илгә

Олуғ Башҡортостандың 100 йыллығын Әбйәлил киң билдәләне.

Олуғ Башҡортостандың 100 йыллығын Әбйәлил киң билдәләне, байрам айҡанлы ҡорған ҙур тантанаға баш ҡаланан һәм

республикалаш булмаһаҡ та, ут күршеләр булып ҡатнашып йәшәгән Магнитогорск ҡалаһынан мәртәбәле ҡунаҡтар килеп етте.

Шағир әйткәнсә, ер шарының картаһында бер япраҡ саҡлы ғына булып күренгән Башҡортостаныбыҙ ысынында бөгөн иҡтисади яҡтан үҫешкән, социаль йәһәттән аяғында ышаныслы баҫып торған мөстәҡил дәүләт. Республика данын эшсән, көслө ихтыярлы, татыу халҡы күтәрә. Беҙ әҙ түгелбеҙ: төбәктә 4 миллион кеше, төрлө диндәргә ҡараған 160-тан ашыу милләт вәкиле үҙ-ара татыулыҡта, берҙәмлектә ҡулға-ҡул тотоношоп йәшәй. Үткән быуаттың ил кисергән шанлы ваҡиғалары Башҡортостанды ла тетрәтмәй ҡалманы, халҡын ныҡлыҡҡа, сабырлыҡҡа һынаны. Район тыуған яҡты өйрәнеү музейы ҡуйған күргәҙмә Башҡортостандың бер өлөшсәһе булған Әбйәлил районы миҫалында тарих биттәренә байҡау яһарға мөмкинселек бирҙе. Ҡаһарман яугирҙәр, хеҙмәт батырҙарының исемдәре ғорурлыҡ менән телгә алынды. Күргәҙмәләге сал тарихты бөгөнгө ысынбарлыҡ алмаштырҙы. Әбйәлил оҫталарының ҡул эштәре күҙҙең яуын алды. Боронғо халыҡ кәсептәрен, заманса ижад алымдарын үҙ иткән оҫталар һәм оҫтабикәләр менән аралашыу күргәҙмә ҡылыусыларҙа ыңғай тәьҫораттар ҡалдырҙы. Ҡатын-ҡыҙҙар көсө менән әҙерләнгән «100 йыллыҡҡа 100 төрлө һый-ниғмәт» милли аш-һыу күргәҙмәһе янынан күҙ һирпеп кенә үтеү мөмкин түгел ине — ҡунаҡтар тел йоторлоҡ тәмле башҡорт аштары менән һыйланды.

Тантаналы йыйылыш алдынан тамашасылар иғтибарына Башҡортостандың 100 йыллығына ҡарата төшөрөлгән документаль фильм тәҡдим ителде. Район мәҙәниәтселәре тарафынан әҙерләнгән тантананы асыу өлөшө ырыу әләмен күтәргән ете ырыу башлығының сәләмләүе, «Йәшлек» халыҡ бейеүҙәре ансамбленең «Ете ырыу» бейеүе башҡорт иле тарихының тамырҙары быуаттар төпкөлөнә тоташыуына ишараланы.

Тантанала ҡатнашыусыларҙы район башлығы И. Т. Нафиҡов сәләмләне. Башҡортостандың үҫеш баҫҡыстарын Әбйәлил районы миҫалында сағылдырып, ҡаһарманлыҡтары менән Тыуған илде данлаған, райондың, республиканың сәскә атыуына фиҙаҡәр хеҙмәт өлөшө индергән Советтар Союзы һәм Социалистик Хеҙмәт Геройҙары, етәкселәр, хужалыҡ рәйестәре, алдынғы колхозсылар исемдәрен йылы һүҙҙәр менән иҫкә алды. Райондың бөгөнгө иҡтисади үҫешен тәьмин иткән хеҙмәт коллективтары телгә алынды, төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, ауыл хужалығы, социаль өлкәләге уңыштарға байҡау яһалды.

БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Г. С. Невоструев республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Р. Ф. Хәбировтың ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Башҡортостандың сәнәғәт, агросәнәғәт, нефть-газ тармағы, авиция, фән, мәҙәниәт, спорт һәм мәғариф өлкәләрендәге ҡаҙаныштары ил кимәлендә юғары баһаланыуын, республикабыҙҙың артабанғы перспектив үҫешенә булышлыҡ итерҙәй ҙур потенциалға эйә булыуын, тәбиғи байлығы, хозурлығы, рухи-мәҙәни мираҫы менән дан тотоуын билдәләне.

— Башҡортостандың 100 йыллығы — Рәсәй кимәлендә лә ҙур әһәмиәтле ваҡиға, юҡҡа ғына ил Президенты В. В. Путин тарафынан уны билдәләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйылманы. Республика кимәлендә «100 йыллыҡҡа — 100 объект» программаһы тормошҡа ашырыла, бихисап объекттар сафҡа инде, ҡалғандары йыл дауамында файҙаланыуға тапшырыласаҡ, — тине Григорий Сергеевич.

Магнитогорск ҡалаһы башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары И. А. Рассоха, ММК-ның милек менән идара итеү бүлеге начальнигы С. В. Король ҡайнар ҡотлау сәләмдәрен күндерҙе.

Ниндәй байрам бүләкләүҙәрһеҙ булһын?! Хеҙмәт йылдарында янып-йәшнәп эшләгән, Әбйәлилдең мәртәбә-һен күтәргән фиҙаҡәр хеҙмәт ветерандарына Илдар Таһир улы «Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл» юбилей миҙалдарын тапшырҙы.

БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Г. Ғ. Ҡолһарина республиканың депутаттар корпусы исеменән тәбрикләне. Үҙе етәкләгән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһының рәхмәт хаттарын һәм иҫтәлекле бүләктәрен Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы: «Ил яҙмышы – ир яҙмышы», – тигән халыҡ әйтеменә нигеҙләнеп, йәш быуынды тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергән һәм күркәм маҡсаттары менән өлгө булып торған аҫыл ир-уҙамандарға: әүҙем йәмәғәтселәр — Салауат ауылы старостаһы, «Меркурий» волонтерҙар хәрәкәте етәксеһе Рушан Әхмәтйәнов, Мораҡай, Тәпән ауылдары старосталары Линар Насибуллин, Әкрәм Рәхмәтуллин, тренерҙар — Сиҙәмдән бокс һәм кикбоксинг буйынса Илшат Бараков, «Батыр» ФҺК-һынан баскетбол буйынса Руслан Илһамов һәм Йәнгелдән хоккей командаһы капитаны Айнур Шакировҡа тапшырҙы.

Һәр ваҡыттағыса байрам тантанаһын тәрән йөкмәткеле, сағыу, башынан аҙағынаса илһөйәрлек рухы менән һуғарылған концерт йомғаҡланы. Талантлы, дәртле мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен шығырым тулы зал аяғүрә баҫып алҡышланы.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.
Читайте нас: