+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Апрель 2019, 12:38

«Эшҡыуар сәғәте» үтте

Район хакимиәтендә «Эшҡыуар сәғәте» үтте.

Район хакимиәте башлығы И. Т. Нафиҡов, БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары А. А. Ғәлин ҡатнашлығында район хакимиәтендә «Эшҡыуар сәғәте» үтте. Илдар Таһир улы бындай форматтағы һөйләшеүҙәр кесаҙна һайын уҙғарылыуын һәм уның төбәккә инвестициялар йәлеп итеү, кесе эшҡыуарлыҡты үҫтереү, үҙ эштәрен асырға теләгәндәргә ярҙам күрһәтеү маҡсатында ойошторолоуын билдәләне.

— Беҙҙең төп бурыс — бөтә эшҡыуарҙарҙы йәлеп итеп, уларҙы тыңлау. Бизнестарын уңышлы алып барғандарға ла, был өлкәгә яңы аяҡ баҫыусыларға ла эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты ярҙам итәсәк. Әгәр аныҡ проекттарығыҙ бар икән, һеҙҙең менән бизнес-план төҙөү, старт-ап, төрлө программаларҙа ҡатнашыуға юл асыласаҡ, — тине Азамат Ансар улы.

Эшҡыуар А. Әминев үҙ эштәрен асырға теләүселәр төрлө ҡаршылыҡтарға осрауын белдерҙе. Уның фекеренсә, эшҡыуарҙарға ер участкаларын алыу, рәсмиләштереү уғата ҡатмарлы, ошо эште ябайлаштырырға кәрәк. Тағы урындағы эшҡыуарҙарға өҫтөнлөк биреү мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды Айрат Зиннәт улы.

Сираттағы эшҡыуарҙар сәғәтендә эш төркөмө тарафынан өс проект ҡаралды. «Алтынай» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Ф. Ғәлимйәнова район үҙәгендә төҙөлөүсе сауҙа үҙәгенә газ үткәреү мәсьәләһе буйынса килде.

— Апрель аҙағында асыласаҡ үҙәк 3 мең квадрат метр тәшкил итә, унда 50-гә яҡын эш урыны булдырыласаҡ, — тине Фәймә Зиннур ҡыҙы. — Бөгөнгә төп проблема газ һуҙыу. Р. Дәүләтов урамындағы ҡатлы йорттарға «зәңгәр яғыулыҡ» килгәс, газүткәргестә баҫым етмәй тип аңлаталар. Миңә хәҙер ни эшләргә?

«Белоретгаз»дың райондағы филиалы етәксеһе С. Ғиззәтуллин хәлде аңлатып, эшҡыуарға кәңәштәр бирҙе. Район етәкселеге лә үҙ яғынан ярҙамлашырға вәғәҙәләне.

Амангилде ауылынан «Импульс» йәмғиәте етәксеһе Р. Шаһыбалов ағас менән булышыусылар өсөн дәүләт яғынан ниндәй программалар булыуын белеште. Рамаҙан Сәлих улы таҡта бысыу, бура бурау ғына түгел, сеймалды тәрәнерәк эшкәртеүгә тотонмаҡсы. Ул кәрәкле ҡорамалдар алып, заманса төҙөлөш материалдары әҙерләү мөмкин булмаҫмы тип ҡыҙыҡһынды. Иҡтисад бүлеге начальнигы Гүзәлиә Ғаррапова эшҡыуарлыҡҡа ярҙам буйынса муниципаль программа сиктәрендә тәҡдимдәр менән таныштырҙы.

Туйыштан И. Махийәнов Яҡтыгүлдә туристик бизнес асыу хыялы менән яна. Йәш егеткә идеяһының шәп булыуы, әммә был күлдең тәбиғәт ҡомартҡыһы булыуы арҡаһында эшмәкәрлек алып барыу закон тарафынан тыйылыуы хаҡында аңлатылды. Уға бының өсөн башҡа күлде һайлауы һәм бизнес-план төҙөп, эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетына ебәрергә кәрәклеге әйтелде. Азамат Ансар улы әлегә республика өсөн ят булған был проект комитетта мотлаҡ хуплау табасағына ышандырҙы.

Һөйләшеүҙе йомғаҡлап, Илдар Таһир улы был проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа тейешле ярҙам күрһәтергә тигән талап ҡуйҙы.

Д. САФИУЛЛИНА.


Читайте нас: