Район Советы секретары Б. Ю. Исламбаев етәкселегендәге мәғлүмәт төркөмө Амангилде ауыл биләмәһенең Әбделғәзе, Үтәгән, Буранғол ауыл биләмәһенең Ишкилде, Һәйетҡол ауылдары халҡы менән осрашты.
Бөтә урындарҙа ла башта ауыл биләмәләре башлыҡтарының отчеттары тыңланды. М. Х. Фәхрисламов һәм Ф. Ш. Мәхмүтовтың докладтарынан һуң, Булат Юныс улы район һулышы менән хәбәрҙар итте, район хакимиәтенең эшмәкәрлегенә ҡыҫҡаса байҡау яһаны. Мәғлүмәт төркөмө ағзалары үҙҙәренең өлкәһе буйынса яңылыҡтар менән таныштырҙы, халыҡты борсоған һорауҙарға яуап бирҙе.
Пенсия фонды идаралығы начальнигы С. С. Йомағужин пенсия түләүҙәге үҙгәрештәргә туҡталды, атап әйткәндә, 1 февралдән ЕДВ-ның индексацияланыуы, ауыл хужалығы тармағында 30 йыл хеҙмәт стажына эйә булғандарҙың пенсияһына 25 процент өҫтәмә түләм билдәләнеүе хаҡында һөйләне. Быйылдан илдең һанлы телевидениеға күсеүе сәбәпле, пенсия аҡсаһына өҫтәп федераль социаль түләм алыусылар приставка һатып алыуға киткән сығымдарҙы ҡаплатыу мөмкинлегенә эйә булыуҙарын хәбәр итте. Бының өсөн Пенсия фонды идаралығынан белешмә алырға һәм приставканың чегы менән бергә МФЦ-ға тапшырырға кәрәк буласаҡ. Ошондай уҡ ташлама балалар пособиеһы алыусы әҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә лә ҡаралған, тине Сәләх Салауат улы.
61-се янғын һүндереү часы етәксеһе С. В. Мелекесов былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда быйыл янғындарҙың күберәк сығыуына хафа белдерҙе. Башлыса электрүткәргестәрҙең иҫкелеге, мейестәрҙең төҙөк булмауы янғындарҙың сәбәбе булып тора тине. Сығыш яһаусы янғын сығыуын хәбәр итеүсе ҡоролманың ҙур бәләнән алып ҡалыуы тураһында тормоштан миҫалдар килтереп, һәр өйгә уны ҡуйыу зыянға булмаясағын әйтте. Әбделғәзе мәктәбендә электрүткәргес сымдарҙың иҫкелегенә, урыны менән һәленеп тороуына борсолоу белдерҙеләр. РЭС начальнигы Д. М. Сафин унда мотлаҡ инеп ҡараясағын әйтте. Ә бына өйҙәрендәге сымдарҙы яңыртырға теләүселәргә электр үткәреү менән шөғөлләнеүсе шәхси электриктарға мөрәжәғәт итергә ҡала, предприятие электр иҫәпләгескә тиклемге линияларҙы ғына хеҙмәтләндерә, тине Даян Мәсғүт улы.
КУС белгесе И. И. Итекәев үҙенең сығышында сабын ерҙәренә ҡуртым документтарын рәсмиләштереү зарурлығын билдәләне.
Әбделғәзелә, Үтәгәндә ағас алыуға бәйле һорауҙарға Ҡаҙмаш урмансылығы лесничийы Н. Д. Баҡыев асыҡлыҡ индерҙе. Халыҡты утынға ағас алыу, ҡоро-һары йыйыуға бәйле һорауҙар ҡыҙыҡһындырҙы.
Әбделғәзеләр фельдшерҙың оҙайлы ваҡытҡа больничныйға сығыуына борсолдо. «Ауылда башлыса ололар йәшәй, укол ҡаҙатырға, ҡан баҫымын үлсәтеп торорға кәрәк. Ваҡытлыса булһа ла, медик ҡуйығыҙ. Көн һайын Амангилдегә йөрөп булмай», – тиештеләр. Был йәһәттән бик бәхетле үтәгәндәр иһә, киреһенсә, үҙҙәренең фельдшеры Лиза Фәхрисламоваға рәхмәт белдерҙеләр.
Ишкилделәр күперҙе ремонтлау мәсьәләһен күтәрҙе. Ағас тейәп ауыл аша үткән йөк машиналарының күперҙе емереү генә түгел, урман юлдарын иҙеп бөтөрөүҙәренә, сабынлыҡтарҙы тапауҙарына әсенделәр. Туҡталҡаны күсереп ултыртыу йәйәүлеләр хәүефһеҙлеген тәьмин итәсәк, тигән тәҡдим индерҙеләр.
Һәйетҡолда староста булмауы, мәктәп янында магазинда һыра һатылыуы проблемаһы ярып һалынды.
Йыйындар үткән бөтә ауылдарҙа ла ветеринар участка белгестәре — Амангилде буйынса Вафир Ғәйфуллин, Буранғол буйынса Маҙһар Мәғәфүров ҡатнашты. Нигеҙҙә мал аҫрап көн иткән халыҡ малдарҙы биркалау, чип ҡуйыу, вакцинация үткәреү, мал һатыуға ветеринар белешмәһе алыу тәртибе тураһындағы мәғлүмәтте йотлоғоп тыңланы, һорауҙарына төплө яуаптар алды.
Халыҡ йыйындарының көн тәртибенә ҡуйылған янғын хәүефһеҙлеге, эскелеккә, спиртлы эсемлектәр менән сауҙа итеүселәргә ҡаршы көрәш кеүек һорауҙар араһында көнүҙәклеге менән мөһим сүп-сар йыйыу мәсьәләһе лә ҡаралды. Бөтә урындарҙа ла халыҡ менән кәңәшләшеп, контейнерҙар ҡуйыу урындары билдәләнде.