+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Апрель 2019, 11:42

Бер ауылда тотош республика яҙмышы сағылған

Матур башланғыс — «Сәләмәт ауыл» конкурсына ҡушылып, Үтәгән ауылы халҡының бергә тупланып, дөйөм маҡсат — сәләмәт тормошҡа, айыҡлыҡҡа ынтылып, ҙур ғаилә булып йәшәп китеүҙәре бөгөн бигерәк тә ныҡ һиҙелә.

Матур башланғыс — «Сәләмәт ауыл» конкурсына ҡушылып, Үтәгән ауылы халҡының бергә тупланып, дөйөм маҡсат — сәләмәт тормошҡа, айыҡлыҡҡа ынтылып, ҙур ғаилә булып йәшәп китеүҙәре бөгөн бигерәк тә ныҡ һиҙелә.

Әлбиттә, тота килеп ҡапыл ғына ауылда эскелек афәтен төбө-тамырынан юҡ итеү мөмкин булмаһа ла, Үтәгәндә был тәңгәлдә арыу уҡ эштәр башҡарылды. Ауылда үҙ халҡына битараф булмаған етәкселәр, ауыл Советы депутаттары, бигерәк тә йәмәғәт башланғысында янып эшләп йөрөүсе ҡатын-ҡыҙҙар, ветеран уҡытыусылар, урындағы йәш ир-егеттәр ойошмаһы ярҙамы менән эскелеккә бәйле йәмһеҙ күренештәр, аҫтыртын көмөшкә бизнесы менән шөғөлләнеүселәр ҡырҡа кәмей бара.

«Сәләмәт ауыл» конкурсы сиктәрендә күптән түгел республиканың 100 йыллығы айҡанлы уҙған байрам сараһында Үтәгәндең Үҙәк урам һәүәҫкәрҙәре үҙҙәрен берҙәмлектә, татыулыҡта һынатманы. Ауылдың мәҙәниәт усағы ғәҙәттәгесә йәнле, зал шығырым тулы булды. Концерттың «Башҡортостан» йыры менән асылыуы һәр тамашасы күңеленә дәрт-дарман өҫтәп, үҙебеҙҙең бәләкәй тыуған еребеҙгә һәм олуғ Башҡортостаныбыҙға ҡарата һөйөү, ғорурлыҡ тойғоһон уятты.

Үҙәк урамдың телгә маһир сәсәниәләре — Хәнифә Әүбәкерова менән Фәүҡинур Сафина «Сәсән теле — халҡым теле», «Сәсән әйтһә — хаҡ әйтә» тип ҡара-ҡаршы әйтешкә сыҡты. Сәсәниәләр Үтәгәндең данлы үткәнен байҡап, мәҙхиә уҡыны, бөгөнгөһөн барлап, ауылдаштарының изге эштәрен ҡеүәтләне, киләсәген хәстәрләп, олоһон да, кесеһен дә изге маҡсаттарға өндәне.

Сағыу концерт номерҙары ҡурай моңо, боронғо йырҙар, төрлө милләт халыҡтары бейеүҙәре менән үрелеп барҙы. Тотош ғаиләләрҙең сығыш яһауы сараның мәртәбәһен күтәрҙе. Бигерәк тә үҙ дәүерендә намыҫлы, данлы хеҙмәт юлы үтеп, бөгөн балаларына ғына түгел, ә ейәндәренә, бүләләренә тормош һабағы биргән, йәшәү өлгөһө булған өләсәйҙәр — Нәзифә Ялмырҙина, Сара Иғдисамованың күркәм сарала ҡатнашып, йырлап-бейеп күңел асып йөрөүҙәре күптәргә фәһем булды. Татыу килендәштәр Дилә һәм Зәкирә Ялмырҙиналар, йырсы ир-егеттәр Ғәли Йәһүҙин, Нәғимйән Рыҫҡужиндың сығыштары тамашасы күңеленә хуш килде. Сәхнәгә тәүгә сыҡһалар ҙа, Әлиә Ихсанова улдары Ғәлинур, Фәнүр менән, Оксана Әүбәкерова улы Рәдиф менән, әсәйле-ҡыҙлы Флүзә һәм Фирҙәүес Хисмәтовалар үҙҙәренең таланттары менән таң ҡалдырҙы. Ҡыҙҙар һәм килендәрҙән Ләйсән Мостафина, Зифа Хисмәтова, Еүәйрә Ғайсина, Әлфиә Ибраһи-мова, Ғәйшә Мәжитованың өҙә баҫып бейеүҙәре һәм моңло тауыштары барыһын да әсир итте.

Бер Үтәгән ауылы йөҙөндә тотош республикабыҙҙың яҙмышы сағылыш тапҡан, уйландырған да, байрам айҡанлы уйнатҡан да Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саранан үҙемә бөтмәҫ тәьҫораттар, тарихи һабаҡ алып ҡайттым. Үтәгән ауылы ниндәй генә замандарҙа ла, ниндәй генә ауырлыҡтар күрмәһен — Граждандар һуғышы булһынмы, аслыҡ-яланғаслыҡ михнәттәреме, репрессия афәтен үҙ иңендә үткәрһенме, Бөйөк Ватан һуғышына 84 уланын оҙатып, күптәренең хәбәрһеҙ юғалыу хәсрәтен кисерһенме — халҡы һис бирешмәгән, һынмаған, дуҫ-татыу булып, шатлығын да, ҡайғыһын да бергә уртаҡлашып йәшәгән, бар мөҡәддәс башланғыстарҙың башында берҙәм булған. Һәр кемдән оло яуаплылыҡ талап иткән, күп һынауҙар ҡуйған «Сәләмәт ауыл» бәйгеһендә лә үтәгәндәр, моғайын, һынатмаҫ тигән өмөттәмен.

Венера МАНСУРОВА.

Амангилде ауылы.

Читайте нас: