+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Апрель 2019, 12:28

Йорт төҙөүгә сертификаттар тапшырылды

25 ғаилә йорт төҙөүгә һәм торлаҡ һатып алыуға социаль түләү таныҡлыҡтары алды.

Ҡар иреп, көндәр йылынған, дәртләнеп эшкә тотонор мәлдә 25 ғаилә «2014–2017 йылдарға һәм 2020 йылға тиклемге осорға ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү» подпрограммаһы буйынса йорт төҙөүгә һәм торлаҡ һатып алыуға социаль түләү таныҡлыҡтары алды.

Бәхетлеләрҙең бәхетлеләрен район башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Ф. Р. Махийәнов ҡотланы. Дәүләт тарафынан күрһәтелгән әлеге социаль программа буйынса субсидия ауыл ерендә йәшәүсе торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж ғаиләләргә, тәү сиратта ауыл хужалығы тармағында эшләүселәргә һәм күп бала үҫтереүселәргә бирелеүен билдәләне.

Әйткәндәй, 25 ғаиләнең ун өсө нәҡ ауыл хужалығы тармағын үҙ иткән дә инде. Алһыу Мусина «Завет» ЯСЙ-һында һөт һауыуҙы иҫәпләү буйынса лаборант, Зөлфиә Шаһивәлиева «Башаҡ» ЯСЙ-һында ашнаҡсы, Илнур Ситдиҡов «Красная Башкирия» АХК-һында, Ринат Рамаҙанов «Урал аръяғы–Агро» МТС-ында слесарь, Вадим Байтүрин «Ҡаҙмаш» ЯСЙ-һында тракторсы-машинист булып эшләй, Фатима Ильясова «Яҡташ-N» ЯСЙ-һында төрлө эштәр башҡара. Хәлисә Фәсхетдинова, Илфат Әминев, Әлиә Ғүмәрова, Рәмзис Яныбаев, Зинира Ҡолбәкова, Миңнур Баһауетдинов, Йәмил Баймырҙин шәхси предприятие асып, крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы булып теркәлгән. Бюджет өлкәһендә эшләүселәр — мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре лә таныҡлыҡ алып һөйөндө. Дилара Зәйнишева менән Розалия Шәғәлина «Миләш» балалар баҡсаһы тәрбиәселәре, Айсилә Уйылданова «Тирмәкәй»ҙә музыка етәксеһе булып эшләй. Алһыу Шаһыбалова Михайловка мәктәбендә математиканан, Лениза Ғәйзуллина Т. Кусимов исемендәге гимназияла инглиз теленән белем бирә. Әнүзә Абдуллина менән Әлиә Зәйнишева ла гимназия хеҙмәткәрҙәре. Әнүзә Әсфәнйәрова һәм Илбәк Килдейәров Баймаҡ ауыл хужалығы колледжының Әбйәлил филиалы уҡытыусылары. Дилә Мөхәмәҙиева «Үҙеңде тап» йәштәр-үҫмерҙәр клубы педагогы. Фирғәт Өмөтҡужин мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәт итә. Розалия Садиҡова Йәнгел табип амбулаторияһында шәфҡәт туташы.

Социаль түләм таныҡлыҡтарын район башлығы И. Т. Нафиҡов тапшырҙы. Субсидияларҙың күләме, ғаиләләрҙәге кеше һанына ҡарап, төрлөсә билдәләнгән: иң ҙур сумма миллион ярым булһа, ике-өс бала тәрбиәләүселәр ҙә миллиондан ашыу ярҙам алды. Илдар Таһир улы бәхетле ғаиләләрҙең ҡыуанысын бүлешеп, был аҡсаны маҡсатҡа ярашлы тотонорға, ярҙамдың мәнфәғәтен күреп, йылы, иркен өйҙәрҙә балалар ҡыуанысы татып, оҙаҡ йылдар йәшәргә яҙһын, тип теләне.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.
Читайте нас: