Йәмғиәт
23 Апреля 2019, 06:49

Ағас ултырт — тормош бүләк ит!

«Йәшел Башҡортостан» республика акцияһы сиктәрендә 27 апрелдә Әбйәлилдә лә ағас ултыртыу буйынса ҙур өмә уҙғарыла.

«Йәшел Башҡортостан» республика акцияһы сиктәрендә 27 апрелдә Әбйәлилдә лә ағас ултыртыу буйынса ҙур өмә уҙғарыла. Бынан тыш, хеҙмәт коллективтары Башҡортостандың 100 йыллығына, Бөйөк Еңеү көнөнә арналған аллеялар булдырыу сараларында ла ҡатнашасаҡ.

27 апрель — шәмбе көндө ағас үҫентеләре ултыртыу районда ике биләмәлә билдәләнде. Ҡаҙмаш урмансылығында — Ярлыҡап ауылы эргәһендә 5 гектар ергә 20 меңдән ашыу үҫенте ултыртыла. Унда Әбйәлил урмансылығы хеҙмәткәрҙәре, волонтерҙар эшләйәсәк. Ярлыҡапҡа тиклем урман хужалығы эргәһенән 9 сәғәт 30 минуттан автобус йөрөйәсәк.

Ҡалған хеҙмәт коллективтары Айғырбатҡан ауылы эргәһендә, район һабантуйы уҙған яланда 1500 төп ағас үҫентеһе ултыртырға сыға.

Акция 10 сәғәттә башлана. Ситтә ҡалмағыҙ.

Р. РӘХМӘТУЛЛИН.
Читайте нас