+8 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Апрель 2019, 16:28

Ағас ултыртыу — изге ғәмәл ул

Башҡортостан буйынса иғлан ителгән «Ағас ултырт — ғүмер бүләк ит» республика акцияһын Әбйәлилдә район Советы депутаттары башланы.

Үҙ ғүмереңдә бер төп ағас та ултырмағанһың икән, тимәк, тормошоңдо бушҡа үткәргәнһең тигән һүҙ. Һәр хәлдә халыҡ аҡылы шулай ти. Ә бит ерҙе йәмләндереүҙән тәбиғәт тә, кеше лә ота.
Тотош Башҡортостан буйынса иғлан ителгән «Ағас ултырт — ғүмер бүләк ит» республика акцияһын Әбйәлилдә район Советы депутаттары башланы.
Кесаҙна көнө район Советы сессияһы ултырышынан һуң улар күмәкләшеп Теләкәй тауы битләүенә ағас ултыртыу өмәһенә сыҡты. Был изге эшкә шулай уҡ район башлығы Илдар Нафиҡов, район Советы секретары Ишморат Әминев, «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзалары ла ҡушылды.
Советҡа етәкселек иткән «Әбйәлил урманы» йәмғиәте хужаһы И. Ш. Әминев йыл һайын республикала уҙғарылған ағас ултыртыу акциялары урманға һаҡсыл ҡараш тыуҙырыу, урман ресурстарын һаҡлау һәм ҡайтанан тергеҙеү проблемаһына йәмәғәтселектең иғтибарын арттырыу маҡсатында үткәрелеүен билдәләп үтте.
Оҙаҡ йылдар урман һаҡлау, уны тергеҙеү эше менән яҡындан шөғөлләнгән Ишморат Шамил улы йәш үҫентеләрҙе ултыртыу тәртибен өйрәтте. Депутаттарға «Колесов ҡылысы» тип аталған ағас ултыртыу өсөн махсус ҡорамал таратып бирелде. Был бик ҡулай бәләкәй генә көрәк ярҙамында үҫенте тотош тамыры менән генә төшөп ултырырлыҡ урын тишелә һәм унан инде аяҡтың үксәһе менән генә баҫып тирә-яғы нығытыла.
Депутаттар килеүгә ағас ултыртыу өсөн бураҙналар әҙерләнгәйне һәм Ҡырҙас урмансылығы питомнигында үҫтерелгән ҡарағай үҫентеләре килтерелгәйне инде.
— Был ике йыллыҡ үҫентеләр үҙебеҙҙең климат шарттарында үҫтерелгән, шуға ла яңы аллеяға ултыртҡан ҡарағайҙарыбыҙҙың ныҡлап тамыр ебәреренә өмөт ҙур, — тине Ишморат Шамил улы.
Эш күңелле барҙы. Был көндө Теләкәй тауы итәгендә 2000 төп ҡарағай ултыртылды. Был сквер киләсәктә урман булып шаулар һәм район экологияһын яҡшыртыуға ҙур өлөш индерер әле. Ҡасандыр Алмастау итәгендә, Ҡоръятмаҫ тауында битләүендә йәштәр, комсомолдар тарафынан ултыртылған ҡарағайҙар бөгөн тирә-яҡты йәмләп ултыра бит.
Рәмилә ИСТАНБАЕВА.
Читайте нас: