+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Апрель 2019, 12:20

Ирекмәндәр ярҙам итәсәк

Республика 3 июндән һанлы телевидениеға күсә.

Республика 3 июндән һанлы телевидениеға күсә. Уның ярҙамында халыҡ 20 телеканалды бушлай һәм юғары сифатта ҡарай аласаҡ. Әлеге ваҡытта һанлы телевидениеға күсеүгә әҙерлек эштәре бара. Заманса технологиялар менән йәшерәктәр эш итә, ә бына ололарға ҡыйыныраҡҡа тура киләсәк. Шуны күҙ уңында тотоп, район хакимиәте етәкселеге ауыл биләмәләренән ирекмәндәр саҡырып, һанлы телевидениеға күсеү буйынса уҡыуҙар үткәрҙе. Ауылдарҙа улар яңғыҙ йәшәгән ололарға барып, приставкаларын көйләп бирәсәк. Ирекмәндәрҙе саҡырыу өсөн урындағы биләмә хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

«Рәсәй телевидениеһы һәм радиоһы селтәре»нең Белорет авария-профилактика төркөмө балалар ижады йортонда аналог телевидениенан һанлыға күсеүҙең өҫтөнлөктәре хаҡында һөйләне, бының өсөн ниндәй ҡорамалдар — антенна, приставка кәрәклеген бәйән итте. Баш инженер Евгений Ефремов, инженерҙар Камил Мостафин, Арсен Әҡсәнов, электромеханик Алик Байрамғолов приставка менән телевизорҙы нисек көйләү, пульт менән эшләү нескәлектәрен аңлатты һәм күрһәтте. Һуңынан ирекмәндәр үҙҙәре лә эшләп ҡараны. Ирекмәндәргә ярҙам өсөн һанлы телевидениеға күсеү буйынса мәғлүмәт тупланған методичкалар таратылды.

Район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы һәм һанлы телевидениеға күсеү буйынса куратор Радик Рәхмәтуллин РТРС белгестәренә рәхмәт белдерҙе, ирекмәндәргә уңыштар теләне.

Д. САФИУЛЛИНА.
Читайте нас: