+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Апрель 2019, 12:12

Приставка ҡуйырға теләүселәр өсөн

Һанлы телевидение приставкаһы яҡынса 1 мең һум, спутник ҡоролмаһы 6 мең һум тора.

Һанлы телевидение приставкаһы яҡынса 1 мең һум, спутник ҡоролмаһы 6 мең һум тора. Ошоға бәйле БР Хөкүмәте «Һанлы эфир йәки спутник телевидениеһын ҡуйыу буйынса айырым категория граждандарға дәүләт ярҙамы күрһәтеү тураһында»ғы махсус ҡарар ҡабул итте.

Беҙҙең район биләмәһендә һанлы телевидение тотмаған биләмәләргә 19 төбәк инә: Әхмәт, Буранғол, Иҙәш Ҡусҡары, Исхаҡ, Исҡужа, Ишкилде, Ҡалмаҡ, Ҡырҙас, Ҡолоҡас, Мәйгәште, Һәйетҡол, Тал Ҡусҡары, Тирмән, Уральский, Хәмит, Хөсәйен, Шәрип, Ярлыҡап ауылдары һәм Салауат-совхоз утары. Был ауылдарҙа йәшәүселәр өсөн иң ҡулай вариант — спутник ҡоролмаһы ҡуйыу йәки IP-телевидениеға тоташыу.

Һанлы телевидение үткәреүгә дәүләт ярҙамына өмөт итә алған граждандарҙың категориялары түбәндәге:

- пенсияһына федераль социаль өҫтәмә алыусы хаҡлы ялдағылар (пенсия күләме 8645 һумдан артмай;

- балаларына айлыҡ пособие алыусы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр.

Был кешеләргә кәрәкле документтары менән ауыл биләмәһе хакимиәттәренә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Бер ҡоролма бер йортҡа ҡуйыла.

Пенсионерҙар өсөн документтар тупланмаһы: паспорт, федераль социаль түләм алыу тураһында белешмә, йәшәү урыны буйынса теркәлеү тураһында белешмә. Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр шулай уҡ паспорт, айлыҡ пособие алыу тураһында МФЦ-нан белешмә, йәшәү урыны буйынса теркәлеү тураһында белешмә күрһәтергә тейеш. Документтар һәм ғариза менән 3 июнгә тиклем мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Р. РӘХМӘТУЛЛИН.
Читайте нас: