+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Апрель 2019, 12:31

Урман төбәгенең тырыш почтальондары

Һәр ауылда гәзитебеҙҙең тоғро дуҫтары булыуы һөйөндөрә, улар көндөң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, халыҡҡа яратҡан баҫмаларын ваҡытында алып барып еткереү өсөн тырышып эшләй.

Гәзит-журналдарға яҙылыу хаҡы арта барыуы, көнкүрешебеҙгә интернеттың үтеп инеүе баҫмаларҙың тиражының кәмеүенә килтерҙе. Шулай ҙа һәр ауылда гәзитебеҙҙең тоғро дуҫтары булыуы һөйөндөрә, улар көндөң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, халыҡҡа яратҡан баҫмаларын ваҡытында алып барып еткереү өсөн тырышып эшләй.

Буранғол почта бүлексәһен егерме йыл инде Ә. Ә. Харисова етәкләй. Тырыш, намыҫлы хеҙмәткәр Әлфиә Әбделхай ҡыҙының ҡул аҫтында өс почтальон эшләй. Зәлифә Абдрахманова Буранғол, Исхаҡ ауылдарына почта хеҙмәте күрһәтә. Буранғол халҡының өстән бер өлөшөнә, шулай уҡ Мәйгәште ауылына гәзит-журнал, хаттарҙы Фирүзә Сафина тарата. Ә Фатима Фәттәхова Һәйетҡол менән Ишкилде ауылдары халҡына хат-хәбәр ташый.

— Һәр өйгә тиерлек ниндәйҙер хеҙмәттәр күрһәтәбеҙ. Почтальондар кемгәлер — гәзит, кемгәлер бәләкәй посылкалар, өсөнсөләргә хаттар ташый. Электр энергияһы, газ өсөн түләү, һалым инспекцияһынан, Пенсия фонды идаралығынан да хаттар тарата. Ҡулланылған газ, свет өсөн кешеләрҙән аҡса йыйып алып та, түләйҙәр. Шул арала орлоҡ, канцелярия тауарҙары һатып йөрөйҙәр, — тип һөйләй хат ташыусыларҙың эшмәкәрлеге хаҡында Әлфиә Харисова.

Почтальондар әйтеүенсә, үҙҙәре хеҙмәтләндергән Буранғол, Исхаҡ, Һәйетҡол, Ишкилде, Мәйгәште ауылдарында йәшәүселәр нигеҙҙә «Осҡон», «Йәшлек», «Киске Өфө» гәзиттәрен яратып уҡый.

Һәйетҡолдан Ғәшүрә Мәғәфүрова, Рәйлә Камалова, Тәслимә Билалова, Нурислам Ялалов, Фирүзә Батталова, Ишкилденән Илһам, Илнур Шаһивәлиевтар, Марат Усманов, Мәүлиҙә Хисмәтуллина, Рәүеф Ғибәҙуллин, Рафаил Вәлиәхмәтов гәзит-журналдарға айырыуса күпләп яҙылалар икән. «Осҡон» һәм бер республика баҫмаһына яҙылғандар араһында үткәрелгән уйында телевизор отҡан Мәҙинә Вәлиәхмәтова, әйтеүҙәренсә, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан бер ваҡытта ла «районка»һыҙ, «Йәшлек»һеҙ, «Киске Өфө»һөҙ ҡалмай, уларҙы яратып уҡый.

Буранғолдан Әхмәт, Йосоп, Ринат Моратовтар ҙа гәзиттең тоғро дуҫтары. Исхаҡтан Мәҙинә Йәғәфәрова, Рәмзилә Фәттәхова, Мәйгәштенән Таңһылыу Рәхмәтуллина, Нәсимә Фәхретдинова, Илүзә Хөснөтдиновалар йылдың йылы төрлө баҫмаларға яҙыла.

Бөтә матбуғат баҫмаларыныҡы кеүек «Осҡон» менән «Абзелил»дың да яҙмышы халыҡ менән туранан-тура эшләүсе почтальондарға бәйле. Сөнки ваҡытлы матбуғат һуңлатмай таратылған ауылдарҙа кешеләр ҙә үҙҙәренең яратҡан баҫмаларына ихлас яҙыла. Был йәһәттән Буранғол почта бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре намыҫлы эшләй һәм киләсәктә лә һынатмаҫ, тип ышанабыҙ.

Р. ДАУЫТОВА.

Читайте нас: