+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Апрель 2019, 19:07

Компьютер нигеҙҙәренә өйрәнәләр

1 марттан сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле граждандарҙы компьютер һабаҡтарына уҡытыу курстары бара.

1 марттан сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле граждандарҙы компьютер һабаҡтарына уҡытыу курстары бара.

Хәҙерге заманда күп кенә дәүләт учреждениелары мөрәжәғәттәрҙе электрон рәүештә ҡабул итә. Был ололар, район үҙәгенән алыҫ ауылдарҙа йәшәүселәр һәм сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле кешеләр өсөн бигерәк тә уңайлы. Ләкин өйҙән сыҡмай ғына интернет ярҙамында төрлө йомоштарҙы, тормош-көнкүрештәге мөһим һорауҙары хәл итеү өсөн компьютерҙы белеү фарыз. Район инвалидтар йәмғиәте нәҡ ошо маҡсатта проект яҡлап, йыл аҙағында Президент грантын отто һәм 1 марттан уҡыу курстарын ойошторҙо.

Проект буйынса 80 кешене компьютер нигеҙҙәренә өйрәтеү планға алынған. Уҡытыу программаһында компьютер менән таныштырыуҙан башлап, заман техникаһының мөһим функциялары менән идара итеү, интернет ресурстар менән файҙаланыу, электрон почта аша аралашыу, скайп һәм социаль селтәрҙәрҙә теркәлеү, төрлө сайттарҙы асып ҡарау, кәрәкле мәғлүмәт табыу, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү, электрон сиратҡа тороу, табипҡа яҙылыу, интернет аша тауар алдырыуға заказ бирергә өйрәтеү ҡаралған.

Компьютер нигеҙҙәренә өйрәтеү курстары үҙәк район китапханаһының уҡыу залында уҙғарыла. Уны 1-се Асҡар мәктәбенең һәм Т. Кусимов исемендәге гимназияның тәжрибәле информатика уҡытыусылары Гөлдәр Насирова менән Ильяс Сәйетғәлин алып бара. Дүртәр кешенән торған ике төркөм 15 сәғәтлек курсты тамамлаған да инде. Уҡытыу төркөмләп ойошторолһа ла, педагогтар һәр кеше менән шәхсән шөғөлләнә. Коляскалағы йәки түшәктәге инвалидтарҙы өйҙәренә барып уҡытыу күҙаллана. Проект сентябрь аҙағына тиклем дауам итә.

— Курсҡа яҙылыусылар һаны тулды, шулай ҙа ишетмәй-белмәй ҡалыусы компьютер менән файҙаланырға өйрәнеүгә мохтажлыҡ кисергән мөмкинлектәре сикле граждандарҙы уҡытыу сараһын күрергә тырышасаҡбыҙ. Белешмәләрҙе 2-04-86 телефоны буйынса район инвалидтар йәмғиәтенән алырға була, — тине ойошма рәйесе урынбаҫары Н. В. Әҡсәнова.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Читайте нас: