-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Май 2019, 12:45

Үҫәбеҙ көрәшсе һәм батыр булып!

Бына ошондай ант бирҙе Бөтә Рәсәй «Юнармия» хәрәкәтенә ҡушылыусы малайҙар һәм ҡыҙҙар.

Бына ошондай ант бирҙе Бөтә Рәсәй «Юнармия» хәрәкәтенә ҡушылыусы малайҙар һәм ҡыҙҙар. «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексында уҡыу һәм спорт алдынғыларын, мәктәптең йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыусыларҙы «Юнармия» сафына алыу тантанаһы үтте. Унда 1-се Асҡар, Сиҙәм, Дәүләт урта мәктәптәренән, Таһир Кусимов исемендәге гимназиянан 150-гә яҡын бала ҡатнашты.

Сараны асып, йәш патриоттарҙы район башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Р. Фәттәхов, хәрби комиссариаттың бүлек начальнигы М. Гребенщиков, мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Г. Рәхимова, ДОСААФ етәксеһе А. Хәкимов, район ветерандар советы рәйесе А. Төлкөбаев, хеҙмәт ветераны М. Бикмәтов һәм башҡалар тәбрикләне. Тыуған илгә һөйөү, республикабыҙ киләсәге өсөн тырышып уҡыу һәм эшләү тураһында малай-ҡыҙҙарға Афғанстан яугирҙәре И. Хәйризаманов, Й. Шаһимәрҙәнов, А. Әһелов, запастағы офицер В. Рәжәпов та әйтеп үтте.

Артабан тигеҙ сафтар менән теҙелеп баҫҡан етди сырайлы балалар алдында йәш әртистәр йыр һәм бейеү башҡарҙы, Сиҙәм урта мәктәбендә Салауат Рәжәпов етәкселегендә хәрби хеҙмәт серҙәренә өйрәнеүсе егеттәр һәм ҡыҙҙар — Радмир Юлдыбаев, Георгий Крашенинников, Константин Старцев, Эдуард Диниев, Дмитрий Измалков, Алина Вавилова, Алһыу Фәтхуллина күрһәтмә күнекмәләр менән сығыш яһаны. Улар Калашников автоматын күҙҙе бәйләгән килеш һүтеп-йыйыу, ҡул һуғышы алымдары, пистолет һәм автоматтан атыу күнекмәләре күрһәтте.

Тантаналы өлөштә Рәсәй Ҡораллы Көстәр сафында хеҙмәт итеп ҡайтып, бөгөн төрлө өлкәләрҙә намыҫлы эшләүсе ир-егеттәр сараға йыйылған балаларҙы «Юнармия» хәрәкәте ағзаһы итеп ҡабул итеп, күкрәк билдәләре һәм танытмалар тапшырҙы.

Р. МӨХӘМӘҘИЕВА.
Читайте нас: