+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Май 2019, 12:33

Хеҙмәт һәм берҙәмлек байрамы

1 Май — әүәл-әүәлдән халыҡты берҙәмләштергән, бергәләп уйнап-көлөп күңел асҡан байрамдарҙың береһе.

1 Май — әүәл-әүәлдән халыҡты берҙәмләштергән, бергәләп уйнап-көлөп күңел асҡан байрамдарҙың береһе.

Заманалар үҙгәреп, байрамдың исеме үҙгәрһә лә, есеме шул уҡ килеш ҡала. Сөнки халыҡ хәтере юйылмай, байрам рухы быуындарҙан-быуындарға күсә. Быйыл да, ҡар һыуығы килгән һалҡын көндәр тороуына ҡарамаҫтан, 1 май үҙәк майҙан иртәнсәктән гөрләп торҙо. Тантанаға йыйылыусыларҙы Яҙ һәм хеҙмәт байрамы айҡанлы Асҡар ауыл биләмәһе башлығы Д. И. Харрасов тәбрикләне, хеҙмәт юлында яңы бейеклектәр теләне, ауыл биләмәһен төҙөкләндереүгә, йәшелләндереүгә, таҙа һәм күркәм итеүгә өлөш индереүселәргә, яҙғы өмәләрҙә әүҙем ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе. Хеҙмәт ветераны, БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Ә. Ю. Афзалова ла барса ғәмгә яҙ кәйефе, һүрелмәҫ дәрт-дарман, именлек теләне. Эш урындарын оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәттәре менән биҙәгән фиҙаҡәрҙәр район башлығы И. Т. Нафиҡов ҡулынан Әбйәлилдең юғары наградаһы — район Советы һәм хакимиәтенең Почет грамотаһы алды. Улар — Ташбулат ауыл биләмәһенең эштәр идарасыһы Асия Мөхөтдинова, Йәнгел табип амбулаторияһы шәфҡәт туташы Рәсилә Ғайсина, «Сулпылар» (Асҡар) балалар баҡсаһының педагог-психологы Лилиә Баймөхәмәтова, Ҡушый ФАП-ы фельдшеры Әлмира Сөләймәнова, район хакимиәте финанс идаралығының баш бухгалтер урынбаҫары Айгөл Әхмәтйәнова, Асҡар үҙәк район дауаханаһы акушер-гинекологы Мөнирә Хафизова, күсемһеҙ милеккә идара итеү комитеты рәйесе Азамат Абдуллин, Әбйәлил электр селтәрҙәре начальнигы Даян Сафин, район хакимиәтенең муниципаль һатып алыуҙар бүлеге начальнигы Зиләрә Сәйетова, бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияның яуаплы секретары Нәдилә Фәттәхова, 1-се Асҡар урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Люциә Фәхретдинова. Район хакимиәтенең Рәхмәт хатына финанс идаралыҡтың бюджетты үтәү буйынса секторының әйҙәүсе иҡтисадсыһы Әлфиә Әхмәтйәнова, район хакимиәтенең кадрҙар менән эшләү һәм хоҡуҡи тәьминәт бүлегенең баш белгесе Динә Садиҡова лайыҡ булды. Асҡарҙан шәхси эшҡыуар Лена Зарипова «Республика ҡаҙаныштары» йәмәғәт премияһына конкурста ҡатнашҡаны өсөн диплом менән бүләкләнде.

Йола буйынса 1 Май сәхнәһендә сығыш яһау хоҡуғы быйыл Хәлил ауыл биләмәһе һәүәҫкәрҙәре өлөшөнә төштө. Бик шәп тамаша ҡуйҙылар. Спорт һөйөүселәр еңел атлетика буйынса эстафетала уҙышты, армрестлинг, гер күтәреү ярыштарында ҡатнашты. Балалар өсөн төрлө уйындар уҙғарылды. Шулай уҡ майҙанда сауҙа рәттәре гөрләне.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Читайте нас: