+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Май 2019, 11:48

Батырҙарҙың данлы исемдәре мәңге йәшәр беҙҙең күңелдә...

Беҙ Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын күргән һуңғы быуын...

Бөйөк Еңеү килтергән 1945 йылдың майы алыҫлашҡан һайын миллионлаған совет халҡының ҡаны, әсе күҙ йәше менән яуланған тыныслыҡтың ни тиклем ҡәҙерле булыуын нығыраҡ аңлайбыҙ. Ҡорал күтәреп ил сигенә баҫҡан ир-егеттәр, тылда еңеү өсөн тырышҡан ҡатын-ҡыҙ, ололар, бала-сағаның күпме ауырлыҡтар күреүен үҙ күҙҙәребеҙ менән күрмәһәк тә, ошо быуындың йөрәкте һыҡратырлыҡ хәтирәләре аша юғалтыу, ҡайғыларҙың көс еткеһеҙ булыуын тоябыҙ. Шуныһы үкенес, яу утынан имен-аман ҡайтҡан яугирҙәребеҙ сафы йылдан-йыл һирәгәйә. Беҙ Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын күргән һуңғы быуын...

Еңеүҙең 74-се йыллығына арналған байрам саралары Йәштәр йорто янындағы «Мәңгелек ут» мемориалынан башланды. Район етәкселеге, депутаттарҙан торған делегация тынлы оркестр маршы аҫтында сәскәләр һалды. Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәрен бер минут тынлыҡ менән иҫкә алғандан һуң райондың хәрби комиссары Р. М. Ғәҙелшин ветерандарҙы һәм ҡунаҡтарҙы 9 Май менән ҡотлап, байрам кәйефе, донъяларҙың тыныс, имен булыуын теләне.Һуғышта ятып ҡалған яугирҙәр иҫтәлегенә ҡайынлыҡта ҡуйылған обелиск алдында митинг үтте. Район хакимиәте башлығы И. Т. Нафиҡов, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Г. Ғ. Ҡолһарина яҡты һәм изге байрам менән тәбрикләне. Ветерандар исеменән М. Ә. Бикмәтов ҡотлау һүҙе менән сығыш яһап, ҙур юғалтыуҙар менән яуланған еңеү хаҡын онотмаҫҡа саҡырҙы. Обелиск алдындағы аҡ мәрмәр ташҡа ҡан төҫөләй ҡыҙыл ҡәнәферҙәр һалынды. Бер минутлыҡ тынлыҡ мәлендә хатта ҡайындар ҙа шым ҡалғандай тойолдо.

9 Майға арналған тантана байрамса биҙәлгән үҙәк майҙанда үтте. 74 йыл элек совет иленә иң ҡыуаныслы, көтөп алынған яңылыҡты яңғыратҡан Левитандың үлемһеҙ тауышы аҫтында сәхнәгә хөрмәтле ҡунаҡтар, тыл ветерандары күтәрелде. Район башлығы И. Т. Нафиҡов ҡотлау телмәре менән сығыш яһаны.

— Бөйөк Еңеү көнө — илебеҙҙең иң ҙур һәм мөһим байрамы. Был көндәрҙә бөтә халыҡ еңеү шатлығын яңынан кисерә, миллионлаған совет һалдаттарының ҡаһарманлығы менән ғорурлана, тыл эшсәндәренең батырлығын да онотмай. Беҙҙең яҡташтарыбыҙҙың еңеүгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ, 6 меңдән ашыу райондашыбыҙ фронтҡа китә, уларҙың яртыһынан күберәге яу яландарында мәңгелеккә ятып ҡала. Советтар Союзы Геройҙары Таһир Кусимов, Ғәбдрәүеф Дәүләтов, Григорий Васев, Дан ордены кавалеры Вәлиәхмәт Сөләймәнов кеүек ҡурҡыу белмәҫ яугирҙәр менән айырыуса ғорурланабыҙ, — тине Илдар Таһир улы. — Ҡыҙғанысҡа, был шанлы йылдар шаһиттары көндән-көн аҙая бара. Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре етәү генә ҡалды, 245 тыл хеҙмәтсәне бар. Беҙ уларға тыныс тормош, имен көндәр өсөн ысын күңелдән рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.

БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Г. Ғ. Ҡолһарина әбйәлилдәрҙе байрам менән тәбрикләне. Хәрби комиссар Р. М. Ғәҙелшин тантанаға йыйылыусыларҙы ҡотланы һәм хәрби парадты ҡабул итте.

Үҙәк майҙандан тигеҙ сафтар менән эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре, Афғанстан һуғышы ветерандары, Чечен Республикаһында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар, сик һаҡсылары, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы филиалы студенттары, 1-се Асҡар урта мәктәбе уҡыусылары һәм «Ягуар» хәрби-патриотик клубы, Таһир Кусимов исемендәге гимназияның кадеттары һәм әрме сафына алынасаҡ егеттәре, шәфҡәт туташтары уҙҙы. «Юрға» ат-спорт мәктәбенең егет-ҡыҙҙары данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы байрағы күсермәһен тотоп һыбай үтте. Колоннаны хеҙмәт ветераны, йыл һайын парадҡа үҙенең машинаһын әҙерләүсе Арслан Лоҡмановтың ГАЗ-69 автомобиле, ДОСААФ-тың ауыр техникаһы дауам итте. Тылда еңеү өсөн үҙҙәрен аямаған инәй-апалар парадты тамамланы.

Илебеҙҙә һуғыш ялҡыны ҡағылмаған бер ғаилә лә юҡ. Яуҙан әйләнеп ҡайтмаған, тыныслыҡ өсөн башын һалғандар ҙа, һуғыштан ҡайтып емереклектәрҙе тергеҙгәндәр ҙә онотолорға тейеш түгел. Әбйәлилдәр ҙә Бөтә Рәсәй «Үлемһеҙ полк» акцияһына ҡушылып, бөтәһе 3200-ҙән ашыу кеше атай-олатайҙары портреттарын ғорур тотоп үтте.

Һүрәттәрҙәге йәш кенә егеттәр, сал сәсле яугирҙәр «Беҙ тере әле, тере! Беҙ һеҙҙең хәтерҙә!» тигәндәй йөрәктәрҙе тетрәтте, күҙҙәргә йәш тулды. Күпме емерелгән яҙмыштар, күпме юғалтыуҙар аша яуланған бөгөнгө имен, бәхетле тормош. Яҡындарының портреттарын ҡәҙерләп күтәргән балалары, ейән-ейәнсәрҙәре оҙон колонна булып уҙғанын бер кемдә тыныс ҡарай алмағандыр, моғайын.Райондың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән байрам тамашаһы сағыу һәм йөкмәткеле булды. Ил өҫтөнә ҡара яу килгәндә халыҡтың берҙәм, дәррәү күтәрелеүен, уландарын, ирҙәрен мәңгелеккә яуға оҙатҡан әсәләр, ҡатындарҙың уңалмаҫлыҡ йөрәк яраларын, һуғыш эсендә ҡурҡыу белмәҫ, сая һалдаттарҙың батырлығын һынландырҙы. Совет халҡының гимнына әйләнгән һуғыш осоро йырҙары яңғыраны сәхнәнән, тормош сәскәләре — балаларҙың бейеү-йырҙары миллион ҡорбандар менән яуланған тыныслыҡ хаҡы, тарихыбыҙҙың данлы бите бер ҡасан да онотолмаясағына ишара булды.


* * *

Таштимер ауыл биләмәһендәге бөтә ауылдарҙа ла Еңеү яҙын ҡаршылап, тантаналы байрам саралары ойошторолдо. Эйе, шулай булырға тейеш тә, сөнки был ябай байрам түгел, фашистик Германияны аяуһыҙ һуғышта еңгән ҡаһарман совет халҡының тиңһеҙ батырлығына дан йырланған изге көн ул. Тыуған илебеҙҙе һаҡлап ҡорбан булған, хәбәрһеҙ юғалған, Еңеү менән ҡайтҡан батырҙарыбыҙ, тылда фиҙаҡәр хеҙмәт өлгөһө күрһәткәндәр алдында мәңгелеккә бурыслыбыҙ.

Һәр ауылда «Үлемһеҙ полк» акциялары үтте. Илебеҙ азатлығы өсөн яуҙа ҡатнашҡандар иҫтәлегенә ҡуйылған обелискыларға сәскәләр һалынды. Ҡаһарман яҡташтарҙың ҡыйыулығы хаҡында сығыштар тыңланды, йыр-моң яңғыраны. Ауылдарҙағы «тимур командалары» тыл ветерандарына, һуғыш балаларына үҙ ҡулдары менән эшләнгән бүләктәр бүләк итеп, Бөйөк Еңеү көнө менән ҡотлап, улар менән иҫтәлеккә фотоға төштө. Һәр урында ололар өсөн сәй табындары әҙерләнде.

Динара ДӘҮЛӘТБАЕВА.


* * *

Яҙғы ҡояштың йылы нурҙары иркәләй, күңелдәрҙе Еңеү көнөнөң шатлыҡтары, һағыштары, хәтирәләре елкендерә. Ашығып тантанаға йыйылыусы халыҡ мәктәп уҡыусыларының, алып барыусыларҙың һалдат кейемендә ҡаршы алыуына шаһит булдылар. Ниндәй матурҙар! Тантаналы өлөштә Хәмит ауыл биләмәһе башлығы Фирүзә Ғәҙелшина, мәктәп директоры Ғәлим Һаҙыев ауылдаштарҙы байрам менән ҡотлап, һуғыштың аяныслы, ҡот осҡос ваҡиғаларын иҫкә алып, хәҙерге тыныс тормош ҡәҙерен белеп йәшәргә кәрәклеген балалар күңеленә еткерә алды.

Байрамға саҡырылған тыл ветерандарына йылы һүҙҙәр әйтеп, бүләкләгәндән һуң, йыр-бейеүҙәр менән үрелеп барған тамаша һоҡланғыс төҫ алды. Үлемһеҙ полк... Олатайҙарының фоторәсемдәрен тотоп, ғорур ҡиәфәттә, тура баҫып урамдан үтте улар. Әйтерһең дә, Еңеү яулап әле генә ҡайтып төшкән улар!


* * *

Икенсе йыл инде Айыуһаҙы ауылында «Үлемһеҙ полк» акцияһы үтте. Илебеҙ азатлығын яулап һуғышҡа күтәрелгән ата-бабаларының фотоһүрәттәрен тотоп, олоһо ла, кесеһе лә ауыл урамдары буйлап атланы.

«Үлемһеҙ полк»та ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандары иҫтәлегенә ҡуйылған обелискыға сәскәләр һалғандан һуң, данлы һуғыш юлы үткән яҡташтарын бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдылар.

Бөйөк Еңеүҙең 74 йыллығы уңайынан ойошторолған митингыла айыуһаҙыларҙы Ташбулат ауыл биләмәһенең ветерандар ойошмаһы рәйесе С. Ғ. Ғүмәров, ағинәйҙәр ҡорон етәкләгән Х. З. Баязитова, ҡатын-ҡыҙҙар советы етәксеһе Д. Ә. Ғәлимова, ветеран уҡытыусылар Ә. М. Сәйәхов һәм М. И. Ирғәлина тәбрикләне. Әйткәндәй, Айыуһаҙы ауылынан һуғышта ҡатнашҡан Әбүзәр апаның ҡыҙы, бөгөн Байым ауылында ғүмер кисергән Мәүлиҙә апай бик бай мәғлүмәттәр алып килгәйне. Ул шулай уҡ Айыуһаҙының тыл ветерандары тураһында «Өләсәйем һөйләүенән» шиғырын уҡып ишеттерҙе. Ауыл халҡы, мәктәп уҡыусылары тарафынан әҙерләнгән байрам тамашаһы йөрәктәргә үтеп инде. Ташбулаттан килгән Рәхим Баязитовтың моңло йырҙары бер кемде лә битараф ҡалдырманы.

Һуғыш осоро хәтирәләре менән бүлешеү өҫтәл артында ла дауам итте. 89 йәшлек тыл ветераны Бәширә Әхмәткирәева бөгөнгө матур тормоштоң яуланыуында тыл батырҙары күрһәткән ҡаһарманлыҡ хаҡында һөйләне. Мәүлиҙә Әбүзәр ҡыҙы һуғыш осоронда Айыуһаҙы ауылында балаларға белем биргән, бөгөн Үтәгәндә ғүмер иткән Шәмсиә Мофаззалова хаҡында иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.

Р. ДАУЫТОВА.

Читайте нас: