Район хакимиәтендә «Эко-Сити» төбәк операторы менеджеры Г. Р. Иҫәнбаева, операторҙың Әбйәлилдәге вәкилдәре Сәрүәр Сафиуллин, Владислав Исламов район эшҡыуарҙары менән осрашты.
Кәңәшмәлә һүҙ нигеҙҙә «Эко-Сити» төбәк операторы менән сүп-сарҙы сығарыуға килешеүҙәр төҙөү мәсьәләһе тураһында барҙы.Билдәле булыуынса, 1 ғинуарҙан ҡаты ҡалдыҡтарҙы сығарыу буйынса бурыстар «Эко-Сити» төбәк операторына йөкмәтелде. Күп фатирлы йорттар янына район бюджеты иҫәбенә контейнерҙар ҡуйылды. Был эште дауам итеп, курорт төбәгенә 33 евроконтейнер урынлаштырылған. Көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыуҙа ошоға тиклем операторҙың үҙенең бер машинаһы һәм ситтән дүрт транспорт йәлеп ителгән. 12 майҙан иһә төбәк операторының тағы бер машинаһы эшкә ҡушылыу сәбәпле, «Абзелилспецкомобслуживание» ЯСЙ-һы менән был тәңгәлдә килешеү өҙөлә.
— Әлбиттә, сүп-сарҙы сығарыу графигы буйынса һорауҙар бар: ҡайҙалыр машина барып етмәй, икенсе урында ул билдәләнгән ваҡытта сығарылмай. Шулай ҙа килеп тыуған һорауҙар әкренләп хәл ителә бара. Сүп-сар ваҡытлыса һаҡлау майҙансығы тип билдәләнгән Асҡар полигонына ташыла. Бөгөн көнкүреш ҡалдыҡтарын ҡабул итеү генә бара, әлегә сорттарға айырыу юҡ. Төбәк операторы июнь айында күсмә сортировкалау пункты ҡуйырға планлаштыра. Ике аҙна эсендә Асҡар полигонындағы ҡый сорттарға айырылып, ҡалғандары Белоретҡа утилләштерелеүгә ебәреләсәк. Шулай итеп оператор полигонда тәртип урынлаштырырға вәғәҙәләй, — тип асыҡлыҡ индерҙе район башлығының төҙөлөш һөм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Ф. Р. Махийәнов.
«Эко-Сити» вәкиле үҙ сығышында юридик шәхестәр менән көнкүреш ҡалдыҡтары сығарыуға килешеү төҙөү мотлаҡ булыуына туҡталды. Гүзәл Рафил ҡыҙы әйтеүенсә, райондың мәғариф учреждениелары, муниципаль берәмектәр менән килешеү төҙөү әүҙем бара, ә шәхси эшҡыуарҙар менән был юҫыҡта алға китеш юҡ.
— Экология министрлығы тарафынан тикшереүҙәр үткәреләсәк, килешеү төҙөмәгән эшҡыуарҙарға штраф санкциялары ҡаралған, — тине Г. Р. Иҫәнбаева.
Әммә район эшҡыуарҙарының төбәк операторы вәкиленә һорауҙары уғата күп ине. Көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу ҡағиҙәләре, күрһәтелгән хеҙмәттәргә түләү хаҡы, нормативтар, контейнерҙарҙы кем ҡуйырға тейеш, уларҙы ҡайҙан алырға, кем яуаплы булыуы тураһында һәм башҡа һорауҙар яуҙы ғына.
Г. Р. Иҫәнбаева биргән яуаптан асыҡланыуынса, Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев ҡул ҡуйған бойороҡҡа ярашлы нормативтар билдәләнгән. Улар эшмәкәрлек төрөнә бәйле, йәғни магазиндар майҙанына ҡарап, шифахана-ял йорттары, кафелар өсөн уларҙа ял иткән кешеләр һанынан сығып иҫәпләнә икән.
Район эшҡыуарҙары төбәк операторынан норматив буйынса яҡынса бер айға сүп-сар сығарыу өсөн күрһәтелгән хеҙмәт хаҡын иҫәпләтте һәм ул уртаса 4 мең һумдан ашыу килеп сыҡты. Был хаҡҡа эшҡыуарҙар ризаһыҙлыҡ белдерҙе, сөнки күрше ятҡан Магнитогорскиҙа ул 30 тапҡырға кәмерәк булыуын әйттеләр һәм түләү хаҡы сығарылған сүп-сар кимәленән иҫәпләнергә тейешлеген дәлилләнеләр.
Райондың ял йорттары етәкселәре «көнкүреш ҡалдыҡтары график буйынса түгел, ә контейнерҙар тулыуы хаҡында хәбәр ебәрелгәс тә килеп алынһын ине» тигән тәҡдимдәрен еткерҙе. Сөнки йәй көндәре ял йорттары халыҡ менән тулы һәм, тәбиғи, ҡый ҙа күп була, график буйынса сүп-сар машинаһын көтһәң, ул антисанитарияға килтерәсәк.
— Ошоға тиклем «Абзелилспецкомобслуживание» менән килешеү буйынса эшләнек, бер ниндәй ҙә дәғүәләр булманы. Күрһәтелгән хеҙмәткә сығарылған күләмгә ҡарап түләнек, контейнерҙар тулыу менән ҡыйҙы килеп алдылар. «Эко-Сити» ла ошо принцип менән эшләһен, — булды уларҙың талабы.
Эшҡыуарҙар үҙҙәре күтәргән һорауҙарға төбәк операторы вәкиленән тулы яуап ала алманы, шуға ла ике яҡ килешеүе төҙөү буйынса бер ҡарарға килә алманылар.
— Сүп-сар реформаһы тураһындағы закон ғәмәлгә инде, тимәк, уны үтәргә бурыслыбыҙ. Әлбиттә, бөтә эш ҡулланыусылар мәнфәғәтенән сығып ойошторолорға тейеш. Күреүебеҙсә, был тәңгәлдә хәл ителмәгән мәсьәләләр бик күп. Бергәләп эшләһәк кенә һөҙөмтә булыр. Яҡын көндәрҙә был мәсьәләне тикшереү һәм уны хәл итеү өсөн ҡайтанан йыйылырбыҙ, — тип тамамланы һөйләшеүҙе Фуат Рәфҡәт улы.